Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 678


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КӨҢГӨРТЛӘНДЕРЕҮ
көңгөрт ҡыҙыл, көңгөрт һары кирбес ташып ҡуйҙылар. Экспедиция материалдарынан.
КӨҢГӨРТЛӘНДЕРЕҮ (көңгөртлән-дер-) ҡ. йөкм. ҡар. көңгөртләнеү, понуд. от көңгөртләнеү. ■ «Йыйып йыума шул кереңде, көңгөртләндереп бөтәһең инде тағы», — тип, ҡәйнәһе киленен өйрәтә, ти. Әкиәттән.
КӨҢГӨРТЛӘНЕҮ (көңгөртлән-) (Р.: потерять яркость; И.: grow dim; T.: donuklanmak) ҡ.
Көңгөрт төҫкә инеү, көңгөрткә әйләнеү.
□ Потерять яркость, тускнеть, темнеть. И Ҡара болот сыҡты. Көңгөртләнде бөтә ер өҫтө. К. Кинйәбулатова. Бына көтмәгәндә кул өҫтөнән еңелсә генә ел утте. Уның артынан икенсеһе, өсөнсөһө йугерҙе. Кул өҫтө аҙ ғына көңгөртләнә, шаҙралана төштө.
3. Биишева.
КӨҢГӨРТЛӘТЕҮ (көңгөртләт-) ҡ. йөкм. ҡар. көңгөртләү, понуд. от көңгөртләү. Иҙәнде көңгөртләтеу. Ишектәрҙе көң-гөртләтеу. ■ Үгәй ҡыҙҙы нисек булһа ла насар курһәтеу өсөн, ханбикәнең ҡыҙҙары нимә генә уйлап сығармай, хатта тап-таҙа итеп йыуылған ятыр-торор әйберҙәрҙе көңгөрт-ләтеуҙән дә тартынмайҙар. Әкиәттән.
КӨҢГӨРТЛӘҮ I (көңгөртлә-) (Р.: делать тусклым; И.: make dull; T.: donuklaştırmak) к.
Көңгөрт төҫкә индереү, көңгөрт итеү.
□ Делать тусклым, придавать тёмный, буроватый оттенок. Ситсаны көңгөртләу. И Йыуа торған әйберҙәрҙе тәуҙә ағын — аҡҡа, зәңгәрен — зәңгәргә, ҡараһын — ҡараға айырып ҡуйырға кәрәк. Кер йыуыу машинаһына бөтәһен бергә һалырға ярамай, юғиһә барыһы ла көңгөртләнәсәк. Экспедиция материалдарынан.
КӨҢГӨРТЛӘҮ II с. ҡар. көңгөрт. Көңгөртләу кулдәк.
КӨҢГӨРТ ҺАРЫ (Р: тёмно-жёлтый; И.: tawny; T.: sarımsı kahverengi) с.
Ҡараһыу һары. □ Тёмно-жёлтый. ■ Стенала ике карта, береһе йәшел, икенсеһе биҙәкләнгән көңгөрт һарыға. М. Тажи. Көңгөрт һары кирбес йорт һалғанда ла, тәҙрә уйымдарын матурлап биҙәгәндә лә ҡулланыла. Экспедиция материалдарынан.
КӨҢГӨРТҺЫУ (Р: бледный; И.: dull; T: donuk) с.
Әҙ генә көңгөртөрәк, бөләңгерт (төҫкә ҡарата). □ Бледный, тусклый. Көңгөртһыу нурҙар. Көңгөртһыу яҡтылыҡ. Көңгөртһыу уттар. Офоҡто көңгөртһыу яҡтылыҡ ҡаплағайны. ■ Ер өҫтөнә тулған ай ҡарап тора. Көйәнтәле әкиәт ҡыҙы көңгөртһыу нурын ҡоя. С. Кулибай.
КӨҢГӨРТҺЫУЛАНЫУ (көңгөртһыу-лан-) (Р: тускнеть; И.: tarnish; T: donuklaşmak) ҡ.
Бөләңгерткә әйләнеү. □ Тускнеть, бледнеть, мутнеть. Көңгөртһыуланып тороу. Көңгөртһыуланып китеу. ■ Бейек асыҡ кук көмбәҙе көңгөртһыуланды. Экспедиция материалдарынан.
КӨҢРӘНЕҮ (көңрән-) (Р: ворчать;
И.: grumble (at); T: homurdanmak) ҡ.
Ризаһыҙлыҡ менән һөйләнеү; мығырлау.
□ Ворчать, роптать, выражать недовольство. Ризаһыҙлыҡ менән көңрәнеу.
КӨҢРӘТЕҮ (көңрәт-) (Р: извлекать глубокий звук; И.: get a deep sound; T: çınlamak) ҡ.
Моңло итеү, яңғыратыу. □ Извлекать глубокий звук. Ҡурай көңрәтеу. Йыр көңрә-теу. ■ Абдулла Солтановтың йыр көңрәтеу маһирлығы куптәрҙе һоҡландыра, хатта таң ҡалдыра. Башҡортостан календарынан.
КӨҢРӘҮ (көңрә-) (Р: звучать; И.: sound; ring; T: çınlamak) ҡ.
Моңло булып, күкрәктән сығып яңғырау.
□ Звучать, литься (о глубоком, мягком звуке низкой тональности). Көй көңрәп сыҡты. ■ Көңрәп сыҡҡан ҡурай тауышына кеше тып-тын ҡалған. Экспедиция материалдарынан.
КӨП I (көбө) (Р: оболочка; И.: cover; T: dış yüz) и.
1. Нимәнелер уратып тотош ҡаплаған тыш. □ Оболочка. Емеш көбө. Ҡорт көбө.
2. анат. Эске ағзаны ҡаплап торған яры.
□ Капсула. Бауыр көбө. Бөйөр көбө. Йөрәк көбө.
3. Өҫтән ҡаплаған ябыу. □ Обшивка; обивка; облицовка. Брезент көп. Таҡта көп. Тимер көп.
678