КӘПЛӘҮ
КӨП II (Р.: хлоп; И.: bang!; T.: şap) оҡш.
Йомшаҡ нәмәгә һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание глухому звуку возникающему при ударе по мягкому предмету: хлоп. Көп итте.
КӨП-КӨП (Р.: хлоп-хлоп; И.: bang! bang!; T.: şap şap) оҡш.
Ҡабат-ҡабат йомшаҡ нәмәгә һуҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □. Хлоп-хлоп (подражание повторяющемуся глухому звуку, возникающему при ударе по мягкому предмету). Көп-көп итеп мендәр ҡағыу.
КӨП-КӨРӘН (Р.: тёмно-бурый; И.: very brown; T.: koyu boz) с. артыҡ. дәр.
Бик ныҡ көрән. □ Тёмно-бурый. Көп-көрән айыу. Көп-көрән тышлыҡ. ■ 35—40 гектар майҙаны булған тауҙа көп-көрән сәкмән кеуек сейә бешә ине. «Йүрүҙән», 14 май 2011.
КӨПКӘ (Р: выгородка для мелкого скота; И.: fence, enclosure; T: ağıl) и.
1. Өйҙә торған йәш малды ябыу өсөн эшләнгән урын. □ Выгородка для мелкого скота. Бәрәстәрҙе көпкәгә индереу.
2. диал. ҡар. соланса.
3. миф. Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, өй эйәһенең йәшәгән урыны. □ По представлениям башкир, место обитания домового. ■ Өй эйәһе көпкә артында йәшәй. Башҡорт мифологияһынан.
КӨПЛӨ (Р: с оболочкой; И.: covered; Т: kapalı) с.
1. Өҫтән ҡаплап ябылған. □ Крытый. Брезент көплө йөк машинаһы. ■ Лоҡман Талипович ашығыс ҡына көплө машинаның кабинаһына инеп ултырҙы. Т. Ғарипова.
2. Көп (I, 1, 3) менән ҡапланған. □ С оболочкой, облицованный, обшитый. Көплө бойҙай. ■ [Каҙнабаев:] Аҡыллым, мин бер кемде лә ҡабул итмәйем, — тип Розаға әйтте лә көплө ҡара ишек артына инеп юғалды. Р. Солтангәрәев.
КӨПЛӨК I (көнлөгө) (Р: обшивка; И.: revetment, facing; T: kaplama) и.
Өҫтән ҡаплаған ябыу. □ Обшивка, обивка; облицовка. Көплөк эшләу.
КӨПЛӨК II (Р: обшивочный; И.: facing; T: kaplama) с.
Өҫтән ҡаплап яба торған. □ Обшивочный, обивочный, облицовочный. Көплөк материалдар.
КӨПЛӨ ҠОРТ (Р. : личинка; И.: chrysalid; T: larva) и. зоол.
1. Үҫеш осороноң бер мәлендә ашамай, ҡуҙғалмай көпкә төрөнөп ятҡан бөжәк; ҡурсаҡ. □ Личинка, куколка. Ебәк кубәләгенең көплө ҡорто. Бал ҡорттарының да көплө ҡорто була. Көплө ҡортҡа әйләнеу.
2. кусм. Тиҙ өшөмһәк, кәрәк-кәрәкмәгәнгә ҡат-ҡат кейенеп йөрөгән кеше. □ Мерзляк (о зябком человеке). Көплө ҡорттай кейенеп алған.
КӘПЛӘМӘ и. ҡар. көп 1,1, 3.
КӨПЛӘНДЕРЕҮ (көпләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. көпләнеү, понуд. от көпләнеү.
КӨПЛӘНЕҮ (кәплән-) ҡ. төш. ҡар. кәпләү. страд, от кәпләү. Өйҙөң тышы сайдинг менән кәпләнгән. Өйөлгән бесән шыптыр менән көпләнеп ҡуйылған. ■ Кәҙретдинов ҡара кун менән кәпләнгән диванға гөрһөлдәп килеп ултырҙы. Ф. Иҫәнғолов. Карағас йорттоң ҡасан һалыныуын билдәләуе ҡыйын, мәгәр ҡарағас таҡта менән кәпләнгән һәм шундай уҡ таҡта менән уратып ҡоршалған был өйҙөң тағы әллә нисә быуынға хеҙмәт итеренә шик юҡ. Т. Ғарипова. Корал-ярағы кистән ҡарап ҡуйылған, быҙау тиреһе менән кәпләнгән яҫы саңғылары ишек алдында ҡарға ҡаҙаулы тора. Б. Рафиҡов. Айҙар тәҙрәгә кәпләнгән селтәрҙе һаҡ ҡына ысҡындырҙы, һикерергә генә йыйынғанда, Ғабдулла иптәштәрен туҡтатты. М. Кәрим.
КӨПЛӘТЕҮ (көпләт-) ҡ. йөкм. ҡар. кәпләү. понуд. от кәпләү. Ишекте көпләтеу. ■ [Ямал:] Председателгә әйтергә кәрәк әле: дурт бағана ҡағып, башын брезент менән көпләтһен дә, уртаға .. өҫтәл ҡуйҙырһын. М. Тажи.
КӘПЛӘҮ (көплә-) (Р: обшивать; И.: upholster; T: kaplamak) ҡ.
1. Тышҡы яҡтан көп менән ҡаплау. □ Обшивать, обивать; облицовывать. Өйҙө йоҡа таҡта менән көпләу. һандыҡты тимер менән көпләу. Ишекте көпләу. Кәпләп йылытыу. ■ Өй тип әйтеуе генә еңел, газын, һыуын уткәргәс тә, стеналарҙы тыш яҡтан
679