КӨПЛӘҮЕС
көпләу, өсъяҡ һуғыу һәм башҡа эштәр көтә. «Йәшлек», 8 июль 2011.
2. Ҡыуышлап өҫтән ябыу. □ Делать навес, ставить верх, крыть. Машинаның кузовын көпләу.
КӨПЛӘҮЕС с. ҡар. көплө. ■ Шоссены киҫеп утәбеҙ тигәндә генә юл боролошонан өҫтө брезент менән көпләуле дәу машина геуләп килеп сыҡты, һуҙ ҡуйышҡандай, егеттәр, машинаға тоҫҡап аллы-артлы ике граната ырғытты. Ә. Хәкимов.
КӘПЛӘҮСЕ (Р.: облицовщик; И.: facing worker; T.: kaplama işçisi) и.
Кәпләү эше менән шөғөлләнеүсе. □ Облицовщик. Кирбес менән көпләусе. ■ Республикала йәшелсә уҫтереусе, ташсы, штукатур, монтажсы, тубә ябыусы, газ менән иретеп йәбештереусе, көпләусе һәнәрҙәре буйынса эшселәр етмәй. «Йәшлек», 11 июль 2011.
КӘПЛӘШЕҮ (көпләш-) ҡ. урт. ҡар. кәпләү, взаимн. от кәпләү.
КӨПЛӘШТЕРЕҮ (көпләштер-) (Р: прикрыть; И.: upholster; T.: azıcık kapamak) ҡ.
Арлы-бирле кәпләү. □ Прикрыть наспех. ■ Кош-ҡортҡа ҡыш көнө һыуыҡ булмаһын тип, уларҙың торған урындарын нимә бар, шуның менән көпләштереп ҡуйҙылар. Картотека фондынан.
КӨПӨ (Р: стёганка; И.: quilted jacket; T.: kapitone) и.
Һырыған, яғаһыҙ өҫ кейеме. □ Стёганка (без воротника), ватник. Kono һырыу. Kono кейеу. Kono тегеу. ■ Kono генә сапанымды кейәйем, ҡибланан иҫкән ел ҡаты. Халыҡ йырынан. Яланбикә, итеген ҡуңалтаҡ ҡына кейә һалып, Хәмдиәнең көпөһөн башы аша бөркәнде лә, ҡунаҡлы өйгә йугерҙе. һ. Дәүләтшина. Ваһап ҙур көпөһөн кейеп, шәл менән урап башын, тышҡа сыҡты айыу кеуек, алпан да толпан баҫып. С. Әлибаев. [Иштуған] турбаш яҡта Салауатҡа көпө тегеп ултырған ҡатыны Айһылыу янына барҙы. 3. Биишева. Самат тигәне — туңәрәк йөҙлө, киң ҡара ҡашлы, тубығына төшә яҙып торған көпө кейгән. С. Шәрипов.
КӨПӨ КӘПӘС (Р: шапка-купа; И.: kind of a fur cap; T: kapitoneli şapka) и. диал.
һырыған, ҡолаҡсыны булмаған баш кейеме. □ Шапка-купа (особый вид шапки без наушников). ■ Атанан ҡалған көпө кәпәсте балалары кейә. М. Кәрим.
КӨПӨ САЛБАР и. диал. ҡар. көбө салбар.
КӨПСӘК (көпсәге) (Р: ступица; И.: nave; T.: poyra) и.
1. Тәгәрмәстең күсәргә кейҙерелә торған үҙәк өлөшө. □ Ступица. Тәгәрмәс көпсәге. ■ Майһыҙ тәгәрмәс көпсәктәге кусәргә ышҡылып, укереп-укереп илаған тауыштар сығара. Т. Хәйбуллин. Алғы уҙәктең кендеге, тәгәрмәс көпсәктәре ерҙе йыртып, былай ҙа ауыр йөктө ҡара суйын тейәгәндәй итә. С. Ильясов. Көпсәгенә тиклем бысраҡҡа батҡан тәгәрмәс аҡрын ғына әйләнә. С. Агиш. Хуш еҫе аңҡып торған дегет менән арба көпсәктәрен майланыҡ. Й. Солтанов.
2. диал. ҡар. сығыр 1.
КӨПСӘК МАЙЫ (Р: дёготь; И.: tar; T.: katran) и. диал.
Тәгәрмәс майлай торған май, дегет. □ Дёготь.
КӨПТӘЙ (Р: сильно вздутый; И.: bloated; T: şişkin) с.
1. Йыуан булып, ҡабарып (тәндең шеше-уенә ҡарата). □ Сильно вздутый, толстый. Көптәй шешеу. Я Кунысын телеп, итегемде систергәс, врач, көптәй шешеп киткән аяғымды ҡарап: «Һынған», — тине. Н. Мусин.
2. Ҙур ҡорһаҡлы (эсле), күпкәк. □ Пузатый, толстый. ■ Уларҙы, сырайҙары ҡасҡан, иҫке-моҫҡо кейемле, эҫтәре көптәй, аяҡтары ептәй балаларҙы, поезд менән әллә нисә тәулек буйы алып килгәйнеләр. Н. Мусин. Йәукәев старшина бужмаҡ кәуҙәле, көптәй ҙур ҡорһаҡлы булһа ла, ныҡ-ныҡ баҫып килә. Ғ. Ибраһимов.
3. Ҡат-ҡат итеп, ҡалын (кейенеугә ҡарата). □ Тёплый, толстый (об одежде). Көптәй кейенеп алыу. Көптәй булып кейенеп ултырыу.
КӨПТӘЙЕҮ (көптәй-) (Р: раздуваться; И.: be puffed up; T: şişmek) ҡ.
1. Ҙур булып ҡабарыу. □ Раздуваться, вздуваться, вздуться, һыйыр эсе көптәйгән
680