Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 681


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

көпшәк
се һыу эскән. ■ Саша көптәйгән портфель тотҡан, икенсе ҡулында кескәй генә сумаҙан. К. Кинйәбулатова.
2. Йыуан булыу (кейгән кейемдән).
□ Становиться толстым (от толстой одежды). Көптәйеп кейенеп алыу. ■ [Алмаҡай менән Хәҙисә:] Ә, Айбикә еңгә, килдеңме? Кана, сисен, ни көптәйеп, кәзәкей кейеп ултыраһың уҙең. Һ. Дәүләтшина.
КӨПТӘЙТЕҮ (көптәйт-) ҡ. йөкм. ҡар. көптәйеү, понуд. от көптәйеү. Эсте көптәйтеп баҫып тороу. Көптәйтеп кейендереу.
КӨП тә көп оҡш. ҡар. көп-көп.
КӨП ТӘ КӨП КИЛЕҮ (көп тә көп кил-) (Р.: издавать звук, похожий на многократный удар по мягкому и тонкому предмету; И.: soun imitative word; T.: şap şap etmek) ҡ.
Ҡабат-ҡабат көп иткән тауыш сығарыу.
□ Издавать звук, похожий на многократный удар по мягкому и тонкому предмету. ■ Өй йыуған ҡояшлы көндө киптерергә, елләтергә сығарылған мендәрҙәрҙе көп тә көп килтереп ҡағып-һуғып, соланға ташый башланылар килендәр. Картотека фондынан.
КӨПТӘҮ и. диал. ҡар. урыпдык ҡаҙнаһы.
КӨПШӘ I (Р.: стебель; И.: stem, stalk; T.: sap) и.
1. Сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ҡыуыш һабаҡлы бер төркөм үләндәрҙең дөйөм исеме. □ Стебель (трубчатый). Айыу көпшәһе. Куян көпшәһе. Ағыулы көпшә. Шыма көпшә. Һаҫыҡ көпшә. Ялан көпшәһе. ■ Был арала Хәмит бәкеһе менән көпшә улән ҡырҡып килтерҙе һәм, яр башынан аяҡтарын һалындырып ултырып, ҡурай яһап алды. Д. Бүләков. Бәләкәс Сәлимйән яңылыш айыу көпшәһенең ағыулы тамырын ҡабып һәләк булды. И. Ғиззәтуллин.
2. Балтырғандың ашай торған һабағы.
□ Стебель борщевика. ■ [Булат:] Тиҙерәк ҡар иреп, ағып китһен, ер асылһын, унан көпшә, ҡуҙғалаҡ, йыуа, һөтлөкәй, эх! К. Кинйәбулатова. Балтырған төбө бал татыр, көпшә генә төбө көл татыр; атаҡайым инде мин китәм, минең урыныма кем ятыр? Сеңләүҙән. Бына тиҙҙән ҡуянтубыҡ сығыр, йыуа, ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы, көпшә шытыр, унан
муйыл, ҡарағат, ҡымыҙлыҡ етешер, улар бөтөугә бөрлөгән, балан өлгөрөр. 3. Биишева.
3. Ҡыуыш эсле таяҡ һымаҡ нәмә. □ Трубка, трубочка. Быяла көпшә. Резина көпшә. ■ Кәләме лә ябай ҡәләм тугел был ҡатындың — тимер көпшәгә ултыртылған. Көпшәһе, моғайын, көмөштөр. Т. Ғарипова. Уғы көпшә тишеге аша утеп бөкөнө ырғытһа, шул иң мәргән атыусы була. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
4. Эсе ҡыуыш күҙәнәк. □ Сосуд, трубочка, проток. Капилляр көпшәләр. Нервы көпшәһе. Үт көпшәһе. Бәуел көпшәһе. ■ Оҙон, тар куҙәнәктәрҙең ҡушылыуынан көпшәләр барлыҡҡа килә. Интернет селтәренән. Арҡа мейеһе — баш мейеһенең дауамы булып, умыртҡа бағанаһы эсендә урынлашҡан нервы көпшәһе ул. М. Ғатауллин.
5. миф. Ауырыу эйәһен ҡыуыу көсөнә эйә булған үҫемлек. □ Растение, имеющее отгонную силу. И Зәңгә килмәһен тиһәң, көпшәнән аш бешереп ашарға кәрәк. Башҡорт мифологияһынан.
КӨПШӘ II (Р: купырь; И.: wild chervil; T: yabani frenk maydanozu) и. бот.
Сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған бер, ике йәки күп йыллыҡ үлән үҫемлек. □ Купырь (лат. Anthriscus sylvestris). Көпшәнең яҡынса 20 төрө бар. ■ Көпшә Европола һәм Азиияла куберәк уҫә. Интернет селтәренән. Көпшә дымлы ерҙе уҙ итә. Көпшәнең икенсе исеме лә бар: урман көпшәһе. Картотека фондынан. Көпшәнең тамырын бешереп ашайҙар, япрағы аш тәмләткес булараҡ ҡулланыла. Экспедиция материалдарынан.
КӨПШӘ ЖЫЙЫУ (Р: весенний праздник; И.: Bashkir spring ritual; T.: ilkbahar bayramı) и. диал. этн.
Зәңге ауырыуын ҡасырыу өсөн үткәрелгән яҙғы ритуаль байрам, йола. □ В народной культуре башкир весенний праздник, связанный со сбором и приготовлением пищи из борщевика, направленный на избавление от духа болезни.
КӨПШӘК (Р: рыхлый; И.: friable; T: gevşek) с.
1. Баҫылып ҡатмаған; тығыҙ түгел, йомшаҡ. □ Рыхлый, мягкий, неплотный. Көпшәк
681