КӨПШӘКЛӘНЕҮ
ҡар. Көпшәк тупраҡ. ■ Атлылар көпшәк ҡарҙар өҫтөнән бата-бата тауҙан төшөп киләләр ине. Картотека фонданан. Йомарт ҡояш яҙҙы ашыҡтыра, ус иткәндәй көпшәк ҡарҙарға, аҡ бәрәләр, яҙ килеуен һиҙеп, һырышҡандар йәшел талдарға. Т. Арслан. [Алтынсәс менән Ҡәҙриә] юлдың урле урынында йә ултырып етмәгән көпшәк ҡарлы ерендә, сананан ырғып төшөп, аһ-уһ килеп атҡа ярҙамлашалар ҙа, тигеҙгә сыҡҡас, тағы йөк өҫтөнә урмәләп менәләр. Ә. Хәкимов.
2. кусм. Тығыҙ түгел, бушаҡ (тәнгә ҡарата). □ Дряблый, рыхлый (о теле). Көпшәк тәнле. ■ Галина Платоновна Мәҙинәне куреугә, көпшәк-һимеҙ кәуҙәһен лерһелдәтеп, бейек болдорҙан туптай тәгәрләп төштө лә, аһ-уһ итеп уны ҡосаҡлап, сеңләргә кереште. Ә. Хәкимов. Улы көпшәк ҡулдары менән әсәһенең муйынынан ҡосаҡлағас, Мәғишәнең асыуы бөттө. А. Таһиров. Малайҙың көпшәк итле аҡ беләктәрендә .. мускул тигәндең әҫәре лә юҡ. Ф. Иҫәнғолов.
КӨПШӘКЛӘНЕҮ (көпшәклән-) (Р.: рыхлеть; И.: soften; T: gevşeklenmek) ҡ.
Көпшәккә әйләнеү, йомшарыу. □ Рыхлеть, разрыхляться. Көпшәкләнеп бөтөу. Көпшәкләнеп килеу.
КӨПШӘЛЕ (Р: дудчатый; И.: fistular; T: borumsu) с.
1. Эсе ҡыуыш, көпшә кеүек. □ Дудчатый, трубчатый (имеющий полый стебель). Көпшәле уҫемлектәр.
2. Ҡыуыш һабаҡлы үҫемлектәре булған. □ Со стебельчатыми растениями. ■ Меңле иленең балтырғанлы-көпшәле, ҡуҙғалаҡлы-йыуалы болондары башланды. К. Мәргән.
КӨПШӘЛЕ БӘШМӘК (бәшмәге) (Р: гриб трубчатый; И.: bolete; T: mantar türü) u. бот.
Сатыр сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған эшләпәһе ваҡ ҡына көпшәләрҙән торған бәшмәк. □ Гриб трубчатый. ■ Көпшәле бәшмәктәрҙең ашай торғандары ла, ашарға ярамай торған ағыулылары ла бар. Интернет селтәренән. Көпшәле бәшмәктәргә аҡ бәшмәк, ҡайын бәшмәге, уҫаҡ бәшмәге һ. б. инә. С. Йәнтүрин. Көпшәле бәшмәк тә, балтырғанлы бейек улән дә тәбиғәттәге
өнһөҙ бушлыҡты тағы ла моңһоуыраҡ итә. «Ағиҙел», № 4, 2011. Әле ук ҡарбаҙҙа ит, балыҡ, тоҙланған көпшәле аҡ бәшмәк һаҡлай. Картотека фондынан.
КӨПШӘЛЕК (көпшәлеге) (Р: место, где много борщевника; И.: fistular plants grown place; T: tavşancılotu çok olan yer) и.
Балтырған күпләп үҫкән урын. □ Место, где много борщевника. Көпшәлектә йөрөу. Көпшәлекте эҙләу. ■ Ауыл тапҡырында Һаҡмарҙы аръяҡлап Сафа ҡарт куле тигән бик ҙур кул бар. .. Шуның янында көпшәлек. Й. Солтанов.
КӨПШӘЛЕЛӘР (Р: зонтичные растения; И.: Umbelliferae; T.: maydanozgiller) u. бот.
Көпшәле үҫемлектәр. □ Зонтичные (дудчатые) растения (лат. Umbelliferae). Көпшәлеләрҙе өйрәнеу. Көпшәлеләрҙе тикшереу.
■ Башҡорт ҡурсаулығында 76 ғаиләгә ҡараған 807 төргә яҡын көпшәле уҫемлектәр булыуы билдәле. Катмарлы сәскәлеләрҙең 77 төрө, ҡыяҡлыларҙың — 58, рауза сәскә-леләрҙең — 45, ҡәнәферҙәрҙең — 39, ҡуҙаҡлыларҙың — 33, курәнлеләрҙең — 26, сиражлыларҙың — 24, сатыр сәскәлеләрҙең 21 төрө бар. «Шоңҡар», № 9, 2011.
КӨПШӘЛӘНЕҮ (көпшәлән-) (Р: пускать стебли; И.: put out shoots, sprout; T: filizlenmek) ҡ.
Көпшә (I, 1) сығарыу, көпшәле булыу. □ Пускать стебли, пойти в рост, выход в трубку (о зонтичных). Балтырған көпшәләнә башлаған. Арыш көпшәләнә.
КӨПШӘҮ (көпшә-) ҡ. диал. ҡар. кәпләү 1. Өйҙө таҡта менән көпшәу.
КӨПӘ-КӨНДӨҘ (Р: средь бела дня; И.: in broad daylight; T.: gündüz)/?.
Яп-яҡтыла, көндөҙ. □ Средь бела дня.
■ Мәмбәтҡолов эскадронының .. көпә-көндөҙ хуторға килеп инеуе гитлерсылар өсөн көтөлмәгән хәл булды. Ә. Ихсан. Көпә-көндөҙ, ҡайным, йөҙ ояла, һөйләшербеҙ әле, төн оҙон. Халыҡ йырынан. Йөҙҙәренән тугелгән һәм ҡарындыҡ тәҙрә утә кергән нурҙарҙы аҙһынғандай, көпә-көндөҙ унлы шәм яндырып тур башына аҫҡандар, мейес ҡашағаһында ла етеле шәм нур сәсә. Й. Солтанов.
682