КӨРГӨҮЕС
КӨПӘЛӘЙ и. диал. ҡар. көпө. Көпәләй кейеу. Көпәләй тегеу.
КӘПӘС с. диал. ҡар. ҡупшы. Кәпәс ке-йенеу.
КӨПӘШ и. зоол. диал. ҡар. гөбөргәйел. ■ Кулдә самауыр йыуанлыҡ балыҡтар ҙа, ҡаҙан ҙурлыҡ көпәштәр ҙә бар. 3. Ураҡсин.
КӨПӘШ ӘБЕЙ (Р.: персонаж, которым пугают детей; И.: witch; T.: cadı) и. миф.
Балаларҙы ҡурҡыта торған уйҙырма яман зат; бапаҡ. □ Персонаж, которым пугают детей. ■ Көпәш әбей — ялбыр сәсле, таҫырайып торған куҙле, яман, балалар ҡурҡыта торған зат. Башҡорт мифологияһынан.
КӨР I (Р.: упитанный; И.: fat; T.: şişman) с.
1. Ит-май ултырған; һимеҙ (хайуандарға ҡарата). □ Упитанный, откормленный (о скоте). Кор мал. ■ Өйөрҙәге йылҡылар, көтөуҙәге һыйырҙар, кәзәләр, һарыҡтар быйыл көр куренә. Т. Йәнәби.
2. диал. Таҙа, ябыҡ түгел (кешегә ҡарата). □ Упитанный (о человеке). ■ Ишектән ингәс, арғы мөйөштә ике музыкант. Уларҙың береһе мискә кеуек йыуан, көр кәуҙәле. X. Мохтар.
3. Тулы көскә эйә; ныҡлы, баҙыҡ. □ Сильный. Көр тирәктәр. ■ Тәуҙә ул [Азаматов] ой алдында бейек булып уҫкән эре георгин сәскәләренә куҙ ташланы. Сәскәләр көр. Ә. Вәли.
4. кусм. Күтәренке, баҙыҡ. □ Бодрый. Көр куцелле. ■ Бер ҡыҙ көр, батыр тауыш менән йырлап ебәрҙе. Б. Ишемғол. [Батша — итексегә:] һинең куңел бөгөн дә бик көр куренә, әллә бер-бер шатлығың бармы? Әкиәттән. Аҡман-тоҡман ҡотороп уйнай яландарҙа, көр ауаздар яңғыратмай йырсы ҡоштар. А. Игебаев. • Кулы керһеҙҙең куңеле көр. Әйтем. Тамағы туҡтың куңеле көр. Әйтем.
КӨР II (Р: ловко; И.: adroitly; T: ustalıkla) р. диал.
Шәп елеүсән; етеҙ. □ Ловко. Ат көр генә алып китте йөктө. ■ Карабай айбар ир булған, аттары елгер булған, мал-тыуары көр булған. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
КӨРБӨЯН [рус. грубиян] (Р: грубый; И.: ribald; T: kaba adam) с. диал.
Ҡаты бәрелә (йәки ҡағыла) торған, кешегә ауыр һуҙ әйтеүсе, кеше менән тупаҫ мөғәмәлә итеүсе; тупаҫ. □ Грубый. Көрбөян һөйләшеу. Көрбөянға әйләнеу. ■ Көрбөян итеп уҫтермәнем уларҙы. Экспедиция материалдарынан.
КӨРГӨ (Р: клинообразное приспособление для сдирки коры с дерева; И.: device for stripping bark off; T: ağaç kabuğunu soymak cihazı) и.
1. Ағас ҡабығын һыҙыра торған ҡыйыҡ ҡулайлама. □ Клинообразное приспособление для сдирки коры с дерева. Көргө эшләп алыу. Көргө менән һыҙырыу.
2. ҡар. көжгө. Көргө менән көҙәнде ҡурҡытып, гөрөп сығарыу.
КӨРГӨЛДӘК (көргөлдәге) и. диал. ҡар. йәшенмәк. Көргөлдәк уйнау. Бәләкәй балалар көргөлдәк уйнарға ярата.
КӨРТӨЛДӘҮ (көргөлдә-) (Р: маяться; И.: act as an ‘it’; T: saklambaç oyununda ebe olmak) ҡ. диал.
Уйнағанда йәшеренгән балаларҙы эҙләп табырға ҡалыу. □ Маяться (в прятках). Унға тиклем һанап көргөлдәу.
КӨРГӨЛӘҮ I (көргөлә-) ҡ. диал. ҡар. өрҙөрөү I, 2. Самауырҙы көргөләу. Итек менән көргөләу.
КӨРГӨЛӘҮ II (көргөлә-) (Р: сдирать кору; И.: bark; T: kabuğunu soymak) ҡ.
Көргө менән һуйыу (һалабашты, ҡабыҡты). □ Сдирать кору, драть лыко. Һалабаш көргөләу еңел тугел шул.
КӨРГӨС и. диал. ҡар. көргөүес. Көргөс менән бутау.
КӨРГӨҮ (көргө-) (Р: шуровать; И.: poke, stoke; T: karıştırmak) ҡ.
Таяҡ тығып төрткөләү, болғатыу; көжгөү.
□ Шуровать, перемешивать. Самауырҙы көргөу. Айыуҙы ояһынан көргөп сығарыу. Усаҡтағы ҡуҙҙы көргөу.
КӨРГӨҮЕС (Р: мешалка; И.: stirring rod; T: karmaç) и. диал.
Күмер болғатҡыс (көргөй торған) таяҡ.
□ Мешалка (для углей). Көргөуес эшләу.
683