КӨРҘӨК
КӨРҘӨК (көрҙөгө) [төрки куйрук\ (Р.: курдюк; И.: fat-tailed sheep; T.: şişman kuyruklu koyun) u.
Ҡуй һарығы, көрҙөк. □ Курдюк. / Курдючный. Күршеләребеҙ әллә нисә көрҙөк аҫрай. Көрҙөк майы.
КӨРК-КӨРК (Р.: курк-курк; И.: onomatopoeic word; T.: yansıma) оҡш.
Әтәс-тауыҡтың ем табып саҡырған тауышын белдергән һүҙ. □ Курк-курк (подражание крику кур и петухов при нахождении ими корма). ■ Ана бер ҡыҙыл әтәс әллә нәмә тапҡан да, көрк-көрк тип тауыҡтарын саҡыра. Ғ. Дәүләтшин.
КӨРКӨЛДӘҮ (көркөлдә-) ҡ. диал. ҡар. көртләү. Тауыҡ көркөлдәуе ишетелде.
КӨРКӨРӘҮ (көркөрә-) ҡ. диал. ҡар. гөрләү. ■ Үҙҙәре [немец һәм бельгиец оҫталары] нәмә тураһындалыр лабырҙайҙар, көркөрәп көләләр, бәхәсләшеп китәләр. Ж. Кейекбаев.
КӨРКӘ I (Р: землянка; И.: dugout; T.: zeminlik) и. иҫк.
1. Ергә ҡаҙып яһаған торлаҡ; баҙ өй. □ Землянка. Көркә йылы була. Көркә ҡаҙыу. Кәркәлә йәшәу.
2. диал. Ҡыуыш, аласыҡ. □ Шалаш, хижина. Көркә ҡороу. Көркә эшләу. Кәркәлә тороу.
КӨРКӘ II и. диал. ҡар. тубырсыҡ. Көркә йыйыу.
КӨРКӘ III и. диал. ҡар. күркә. ■ Купы-лығы, ғорурлығы өсөн Ата көркә тип бик килешле исем таҡҡандар уҙенә [Ибрашҡа]. Р. Камал.
КӨРКӘБАШ (Р: турухтан; И.: ruff; Т.: dövüşken kuş) и. зоол. диал.
Көйөлдөләр отрядына ҡараған һаҙ ҡошо; ҡорохтан. □ Турухтан (лат. Philomachus pug-пах). Инә көркәбаш. Ата көркәбаш. Көркәбаш йомортҡаһы.
КӘРКӘҺЕҘ (Р: бездомный; И.: homeless; T: evsiz) с. иҫк.
Торор ере булмаған, йорт-ерһеҙ. □ Бездомный. Кәркәһеҙ ир. Кәркәһеҙ кеше.
КӨРЛӨК (көрлөгө) (Р: упитанность; И.: plumpness; fatness; T: besililik) и.
1. Көр булыу сифаты; һимеҙлек. □ Упитанность, жирность. ■ Мал өсөн генә көрлөк
килтермәй ул кэкук айы, кешеләр өсөн дә кинәнес алып килә. К. Мәргән. Бөтә баҫыу ҡояш аҫтында .. йылтырап ята. Унан көрлөк һәм туҡлыҡ ацҡып тора. Ә. Вәли. Ул [ат] урта көрлөктә, иттәре тығыҙ, ҡаты, аяҡтары ныҡ, тояҡтары ецел даға менән дағаланған, эс-бауыры тартылған: торғаны менән алғыр бурҙай кеуек. «Юшатыр», 29 сентябрь 2009. Малға етерлек аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән, ҡуралар йылы, малсылар етерлек, ә ни өсөндөр һауым тубән, быҙауҙар улә, һимертеугә ҡуйған малдар кәрәкле көрлөктә тапшырылмай. Т. Ғарипова.
2. Тормоштағы муллыҡ, етеш хәл. □ Материальная обеспеченность. ■ Аҙашып йөрөгән ярлы мосафирҙың, кеше куҙенә ҡарап йәшәусе хеҙмәтсенең нимәһе уртаҡ көрлөктәренә сыҙаша алмай шау-гөр куңел асҡан бынау ҡупшы егеттәр менән? Ә. Хәкимов. • Көрлөккә сыҙамаһаң, хурлыҡҡа сыҙарһың. Мәҡәл.
3. Яҡшы кәйеф. □ Бодрость (голоса, настроения). Куңел көрлөгө. ■ Тимашевтың кустәнәстәре беҙгә [һалдаттарға] тағы ла көрлөк бирә. Д. Юлтый. • Куңел курке — көрлөктә. Мәҡәл.
КӨРМӘКЛӘНЕҮ (көрмәклән-) ҡ. ҡар. көрмәлдереү.
КӨРМӘКЛӘҮ (көрмәклә-) (Р: схватывать, обхватывать за пояс; И.: take by the waist; T: belinden almak) ҡ.
1. Көрәшкәндә билдән уратып тотоу. □ Схватывать, обхватывать за пояс (в борьбе). Көрмәкләп алыу.
2. ҡар. көрмәү 1. Көрмәкләп бәйләу.
КӨРМӘКЛӘШЕҮ (көрмәкләш-) (Р: схватываться в борьбе; И.: wrestle; T: güreşmek) ҡ.
Ҡулға-ҡул килеп, ҡосаҡлашып кем еңерҙән алышыу; айҡашыу. □ Схватываться в борьбе, бороться. Көрмәкләшеп уйнау. ■ Карт асыуланып, Айыуғолаҡҡа килеп йәбешкән. Былар көрмәкләшеп алып киткәндәр. Әкиәттән. Ҡыҙыл һалдаттар, килеп, ҡоралдарҙы тартҡылай башланы. Кемдер атып ебәрҙе. Китте көрмәкләшеу. М. Хужин. Башта ултырғысты бәреп осорҙолар, шунан өҫтәл ауҙы, тимер сәйнук шалтырап ишек
684