Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 852


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

КҮРМӘЛЕКҺЕҘ
тар — һыуыҡ тимерселәр кеуек, көндәлек кәрәк-яраҡ өсөн бәкеһен, бысағын, салғыһын яһаштырһа, тимер-томор сукештерһә, хәҙер иһә ниндәйҙер әуәҫлек менән шуларҙы кур-мәлекле итеп биҙәберәк эшләргә тырышты. Ғ. Хөсәйенов.
КҮРМӘЛЕКҺЕҘ (Р.: несимпатичный; И.: unattractive, plain; T.: görkemsiz) с.
Күрер күҙгә матур булмаған; һөйкөмһөҙ. □ Несимпатичный, невыразительный. Ҡарамаҡҡа курмәлекһеҙ булыу. Курмәлекһеҙ ҡиәфәт. ■ Теләуембәт менән Йомағужа ян-һаҙаҡтарын ҡапшап алһалар ҙа, курмәлекһеҙ ятҡан кешеләргә атыуҙыц мәғәнәһе юҡлығын бик тиҙ ацланылар. Ғ. Ибраһимов. Үҙе [Рафиҡ] эстән, моғайын, йәшлек матурлығын юғалтҡан ҡатын курмәлекһеҙ бер һәпрәгә әйләнгәндер, тип өмөтләнде. Л. Якшыбаева.
КҮРМӘМЕШ БУЛЫУ (күрмәмеш бул-) ҡ. ҡар. күрмәмешкә һалышыу.
♦ Күрмәмеш тә белмәмеш бер ни күрмәгән, белмәгән кеше булып ҡыланғанда әйтелә. □ Намеренно ничего не видеть и не замечать. Курмәмеш тә белмәмеш булыу. Курмәмеш тә белмәмеш икән.
КҮРМӘМЕШКӘ ҺАЛЫШЫУ (күрмәмешкә һалыш-) (Р: притворяться невидящим; И.: pretend to take no notice (of); T: görmemiş gibi davranmak) ҡ.
Күрмәгән кеше булып ҡыланыу, күргәнде белгертмәгән булыу. □ Притворяться невидящим; делать вид, что не замечаешь, не видишь. Курмәмешкә һалышып утеп китеу. ■ Үҙен әҙерләгән ецгәләр етәкләгәнен дә көтмәй, кейәу өсөн алдан әҙерләнгән тирмәгә юл тотто. Куптән килгән йоланы боҙоу булһа ла, был ҡылығын курмәмешкә, белмәмешкә һалыштылар. К. Мәргән.
КҮРНИС и. этн. диал. ҡар. күренес 1. Курнис биреу. Курнис һалып курешеу.
КҮРНӘК (күрнәге) (Р: первое знакомство невесты с родителями хмужа; И.: kind of Bashkir ethnographic rite; T.: gelinin kayınpederi ve kayıvalidesiyle ilk tanışması) и. этн. диал.
Килендең ҡайны-ҡәйнәһе менән тәүге күрешеүе. □ Первое знакомство невесты с родителями мужа. Курнәк йолаһы.
КҮРНӘСӘ [рус.] (Р: горница; И.: room, chamber; T.: oda) и. диал.
1. Алты мөйөшлө өйҙөң ҙур яғы; оло яҡ.
□ Горница. Курнәсәне йыйыштырыу. Кур-нәсәнец тәҙрәһенә шаршау элеу. ■ Сепараторҙы курнәсәгә ҡаршы өйгә, һике башына дурт шөрөп менән нығытып ултыртып ҡуйҙылар. Ж. Кейекбаев.
2. Ҡунаҡ өйө. □ Домик для гостей. Курнәсәгә урын һалыу. Курнәсәгә өҫтәл әҙерләу.
КҮРПӘ I [боронғо төрки көрпә] (Р: ягнёнок; И.: lamb, ewe lamb; T.: kuzu) и. зоол.
Яңы тыуған һарыҡ бәрәсе. □ Ягнёнок. Курпәне ҡарау. Курпәне буре алған.
КҮРПӘ II (Р: одеяло; И.: blanket; T.: yorgan) и. диал.
Еңел генә итеп, дөйә йөнөнән һырыған юрған. □ Стёганое одеяло из верблюжьей шерсти. И Хажиҡол аяҡтарын бөгөп, сандал эргәһенә ултырҙы ла тубыҡтарын курпә менән ябып ҡуйҙы. Б. Хәсән.
КҮРПӘ III (Р: шуба из шкуры ягнёнка; И.: lambskin coat; T.: kuzu derisinden kürk) u. диал.
һарыҡ бәрәсе туны. □ Шуба из шкуры ягнёнка, мутоновая шуба. Курпә һатып алыу.
КҮРПӘС (Р: мягкая ягнячья шкура; И.: soft ewe skin; T.: kuzu derisi) и. диал.
һарыҡ бәрәсе тиреһе. □ Мягкая ягнячья шкура. Курпәстән курпә тегәләр.
КҮРПӘСӘ и. ҡар. күрпә II. Курпәсә ябынып ятыу.
КҮРФӘЗ [төрки < гр.] (Р: залив; И.: bay; firth; T.: körfez) и. иҫк.
Эскә инеп торған диңгеҙ ҡолағы; ҡултыҡ.
□ Залив. ■ Фин курфәзе буйында блиндаждар ҡаҙып .. көтәбеҙ. Ш. Хоҙайбирҙин.
КҮРҺӘТЕЛЕҮ (күрһәтел-) ҡ. төш. ҡар. күрһәтеү 1, 2, 5, 6, 9. страд, от күрһәтеү 1, 2, 5, 6, 9. ■ Нидерланд посолы, визала курһәтелгән ваҡыттан һуц, беҙҙец илдә ҡалмаҫҡа вәғәҙә бир, тип талап итә ине. Ә. Бикчәнтәев. Курһәтелгән адрес буйынса сумаҙанды алып барып ташлағас, уныц [Та-һирҙыц] вокзалға килеуенә теге кеше икенсеһен әҙерләп тора. Р. Өмөтбаев.
КҮРҺӘТЕП БИРЕҮ (күрһәтеп бир-) (Р: показать что', И.: show; T.: göstermek) ҡ.
852