КҮРҺӘТЕҮ
1. Биргәндә күрһәтеү. □ Отдавая показать (кого-что). Көсөктө ентекләп курһәтеп биреу. И Аҙыҡ-тулекте һайлап алыу мөмкинлеге булмағанда, һатыусыларҙың һатыласаҡ тауарҙы курһәтеп биреуҙәре мотлаҡ. Картотека фондынан.
2. Нимәнелер күрһәтеү; аңлатыу. □ Показать что; демонстрировать. Кер йыуыу машинаһының нисек эшләгәнен курһәтеп бирҙеләр.
КҮРҺӘТЕР-КҮРҺӘТМӘҪ (Р.: чуть (еле еле) показывая; И.: malfunctioning; T.: gösterir göstermez) р.
Бер күрһәтеп, бер күрһәтмәҫ. □ Чуть (еле-еле) показывая. Телевизор курһәтер-курһәтмәҫ тора.
КҮРҺӘТЕҮ (күрһәт-) [боронғо төрки көргит-} (Р: показывать; И.: show, demonstrate; T.: göstermek) ҡ.
1. Иғтибар йүнәлтеү, ҡаратыу өсөн кемгә йәки нимәгәлер тоҫҡау, ишара яһау. □ Показывать, указывать. Төртөп курһәтеу. Ымлап курһәтеу. Ултырғыстан урын курһәтеу. ■ Юлдыбай, Хәйбуллинды аш бул-мәһенә алып инеп, уға өҫтәл янындағы ултырғыстарҙың береһенән урын курһәтеп, уҙе Рәйсә янындағы ултырғысҡа ултырҙы. Һ. Дәүләтшина. [Саҙрыев:] һин бында бригадала иң оло кеше, башаҡ ҡалдыртма, бер генә башаҡ курһәң дә, бригадирҙы етәкләп алып кил дә, уҙенә төртөп курһәт. Б. Дим.
2. Тикшереү, ҡаратыу өсөн кемгәлер биреү. □ Предъявлять, показывать, демонстрировать. Билет курһәтеу. Паспорт курһәтеу. Справка курһәтеу. Мәҡәләне курһәтеу. ■ Талип уға был хәбәргә эшләйәсәк карикатураһын курһәтте. 3. Биишева.
3. Һаулығын тикшереү өсөн ҡаратыу. □ Показывать. Врачҡа курһәтеу. ■ Батшаның уртансы ҡыҙы сиргә һабыша. Батша уны курәҙәгә курһәтә. Әкиәттән. [Ҡатыны — Шакирға:] Инәйҙе ҙур врачҡа курһәтергә кәрәк, беҙҙең фельдшерҙың ғына ҡулынан килерлек тугел. Р. Солтангәрәев.
4. Тамаша ҡылдырыу. □ Показывать, демонстрировать. Фокус курһәтеу. Спектакль курһәтеу. Мюзикл курһәтеу. ■ Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Мостай Кәрим исе
мендәге Милли йәштәр театры артистары, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәуләт сәнғәт академияһы студенттары Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәуләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаевтың «Хазина» поэмаһы буйынса спектакль курһәтте. «Ағиҙел», № 5, 2010.
5. Таныштырыу өсөн тамаша иттереү.
□ Показывать. Мәсетте курһәтеу. Ҡунаҡтарға музей курһәтеу. И [Фәрит — Тарифҡа: ] Әйҙә, миңә ҡаланы курһәт, Кремлгә алып бар. Ф. Әсәнов. Бындағы кино һис тә Урҙағыға оҡшамаған. Урманды курһәтһәләр япраҡ, улән еҫтәре аңҡып китә залда, диңгеҙ хаҡында һуҙ барһа, диңгеҙ тулҡындарын тояһың. Н. Ғәйетбаев.
6. Ниндәйҙер төҫтө, сифатты, билдәне сағылдырыу, белгертеү. □ Показать (что-л. из чувств, состояний). Ҡартайтып курһәтеу. Арығанлыҡты курһәтеу. ■ Өйҙә, кейемдә .. мосолман билдәләре юҡ. Тик мөйөштә иконалар урынында торған Ҡөрьән генә уларҙың мосолман икәнен курһәтә. Д. Юлтый.
7. Урынға һайлау йәки ҡуйыу өсөн тәҡдим итеү. □ Выдвигать, выставлять. Депутатлыҡҡа курһәтеу. Булектән кемделер курһәтеу.
8. Ниҙеңдер иҫәбен, күләмен билдәләп, күҙ алдына баҫтырыу (төрлө приборға ҡарата). □ Показывать, отмечать какую-л. величину. Термометр30°эҫелектекурһәтә. Сәғәт киске унды курһәтә.
9. Үҙ аллы һүҙҙәр менән килеп, ошо һүҙҙән аңлашылған эш-хәрәкәтте башҡарыуҙы, бойомға ашырыуҙы белдәрә. □ Оказывать, проявлять что. Һый-хөрмәт курһәтеу. Батырлыҡ курһәтеу. И Ут бөркөусе Маннергейм линияһын штурмлауҙа батырлыҡ кур-һәткәне өсөн, тушенә «За боевые заслуги» тигән миҙал тағып ҡайтып төштө был юлы ул [Ҡәҙермәт]. Н. Мусин. Булат, һаҡлыҡ курһәтеп, колхозға инмәй тороуына шатланып та ҡуйҙы. Б. Бикбай.
10. -п формаһындағы хәл ҡылымы менән килеп, ниндәйҙер эш-хәрәкәтте кәүҙәләндереп, һүрәтләп биргәнде белдерә.
□ С формой деепричастия другого глагола на -п представлять кем, каким', показать, де-
853