КҮРӘҺЕҢ
Алыҫтан насар күреү. □ Быть близоруким.
КҮРӘЛӘТӘ (Р.: заведомо зная; И.: knowingly; T.: göre göre) p.
1. Күрә, белә тороп; күрә-баға. □ Заведомо зная. Күрәләтә алдатыу. Күрәләтә төп башына ултыртыу. ■ [Ишмырҙа:] Бүре-фәлән тамаҡламаһын тип, быҙауҙы ҡалдырманым. Күрәләтә нисек ташлайһыц инде! Ә. Бикчәнтәев.
2. Юрамал. □ Нарочно. Күрәләтә эшләй. Күрәләтә шунда китә. Күрәләтә алдаша. Күрәләтә батыра.
КҮРӘН I (Р.: осока; И.: sedge, carex; T.: ayak otu) и. бот.
1. Дымлы урында үҫә торған суҡ тамырлы бейек ҡаты ҡыяҡ үлән. □ Осока (лат. Carex). Күрән сабыу. Йәш күрән. ■ Алтынбайға Илек бөтөнләй шәрә кеүек тойола, уныц ярҙарында боҫоп ултырырлыҡ ҡыуаҡ та юҡ, ситтәрен эре ҡамыш баҫҡан, һаҙмат ерҙәрен ҡыяҡлы күрән алған, һөҙәк ярҙан әҙ генә атланыңмы, эре селек тә, күк әрем, ялбыр ҡылған башлана. 3. Ураҡсин. [Малайҙар] кәмәләрен ҡамыш араһына йәшерҙеләр ҙә, мурҙа тураһына килеп, күрән эсенә боҫтолар. М. Кәрим.
2. күпл. Бер өлөшлө күп йыллыҡ үҫемлектәр ғаиләһе (күрән, ҡамыш һ. б.). □ Семейство осоковые.
КҮРӘН II (Р: лагерь; И.: camp; T.: kamp) и. иҫк.
Ғәскәр ваҡытлыса туҡтап ятҡан урын; лагерь. □ Стоянка войска, военный лагерь. М [Егеттәр] бер-бер артлы ҡуҙғалып, драгундар ҡырылған күрәнгә ҡарай сапты. Ғ. Ибраһимов.
КҮРӘН АРЫШ (Р: аржаница камышевидная; И.: sedge; T.: çayır kelp kuyruğu) и. бот.
Күрәндәр ғаиләһенә ҡараған ҡамыш кеүек арыш. □ Аржаница камышевидная, тимофеевка (Рһеит). Күрән арыш — бик һирәк осрай торған үҫемлек. Күрән арыш, мәҫәлән, Владимир әлкәһендә үҫкән 800 тор үҫемлек араһында иц һирәк осрай торған үҫемлек төрөнә индерелгән.
КҮРӘНЛЕ (Р: осоковый, с осокой; И.: sedge; T.: kamışlı) и. бот.
Күрәне булған. □ Осоковый, с осокой. Күрәнле урын. Күрәнле бесән.
КҮРӘНӘ (Р: подарки невесте; И.: presents for the fiancee; T.: gelin için hediyeler) и. этн. диал.
Килен менән тәү күрешкәндә егеттең туғандары һалған бүләк, күрмәлек. □ Подарки невесте. Күрәнә биреү.
КҮРӘСӘК (күрәсәге) (Р: судьба; И.: fate; T.: görülecek) и.
Алда булаһы яҙмыш, башҡа киләсәк хәл (ғәҙәттә, ҡыйынлыҡ килгәндә әйтелә). □ Судьба, предначертание судьбы, рок.
■ Һәр кем күрә үҙе күрәсәкте, кеше ғүмере үҙе өсөн генә, дауылдарҙан йолор өсөн һеҙҙе етмәнеме һөйөү көсө генә? Т. Дәүләтбирҙина. [Мәрзиә] илай-илай йәшкә быуылып, өҙөк-төртөк кенә итеп үҙ хәлен аңлатты. Уныц күрәсәк ғазаптарына ҡаршы, был арала Мырҙағол байҙыц килгәне юҡ икән. Ғ. Ибраһимов. • Күрәсәкте күрмәй, гүргә кереп булмай. Әйтем. Күрәсәк күҙ йомдора. Мәҡәл.
♦ Күрәсәктәр бар икән ауыр хәлгә ҡалғанда әйтелә. □ Самое худшее ещё в будущем. И Ошо һуғыш арҡаһында күрәсәктәр бар икән. Бәйеттән.
КҮРӘ-ТОРА р. ҡар. күрә тороп. Күрә-тора алдашыу.
КҮРӘ ТОРОП (Р: заведомо зная; И.: knowingly; consciously; T.: göre göre) р.
Белгән көйгә, белә тороп; оятһыҙ рәүештә. □ Заведомо зная. Күрә тороп алдашмаҫ.
■ Шул саҡ Йомро Талип әллә ҡайҙан килеп сыҡты ла, үтә йылдам һикереп, арбаға менеп баҫты. «Йәмәғәт! — тип ҡысҡырҙы ул, бөтә майҙанды яңғыратып. — Мин был кешене тыумышынан беләм... Күрә тороп, кеше хаҡына кермәҫ». М. Кәрим.
КҮРӘҺЕ и. һөйл. ҡар. күрәсәк. Ниҙәр күрәһеләр бар икән? Күрәһеләр күптер әле. • Күрәһен күрмәй, кеше гүргә инмәй. Әйтем.
КҮРӘҺЕҢ (Р: видимо; И.: evidently; Т.: galiba) инш.
Нимәгәлер ҡарата фарази фекергә килгәндә әйтелә. □ Видимо, по-видимому, очевидно, наверно. Күрәһең теләге юҡ. Күрәһең ваҡыты юҡ. М Алпамышаның ҡошо барлығын тегеләр белмәгән. Күрәһең бер ҙә иғтибар
857