КҮРӘШ
итмәгәндәр. «Алпамыша». Курәһең, Юлдаш алдында ауылды иҫкә төшөрөу уға [Кыҙы-расҡа]еңел тугел ине. 3. Биишева.
КҮРӘШ (Р.: близорукий; И.: shortsighted; T.: uzakgörmez) с.
Күҙе алыҫтан күрмәй, яҡындан ғына күреүгә һәләтле. □ Близорукий. Курәш кеше. Куҙең курмәйме, курәш? ■ Самат Сафарович ҡыҙарынды, куҙлеген сисеп, курәш куҙҙәре менән баш врачҡа тоғро ҡараштар ташланы. Д. Бүләков.
КҮРӘШЛЕК (күрәшлеге) (Р.: близорукость; И.: shortsightedness; T.: uzakgörmezlik) и.
Күҙҙең алыҫтан насар күреүе. □ Близорукость. Курәшлекте дауалау. Курәшлеккә операция яһау.
КҮС I (Р: рой; И.: swarm of bees; T.: oğul) и.
1. Бал ҡортоноң бер инә эргәһендәге ғаиләһе. □ Рой; пчелиная семья. Ҙур кус. Бала кус. Кус осоу. Кус йыйнау. ■ Мәктәп эсе тонсоғоп барған умарта кусен хәтерләткән тоноҡ бер геуләу менән тулды. 3. Биишева.
2. Көтөү булып китеп барған йәнлек, ҡош-ҡорт төркөмө. □ Стая. Каҙкусе. ■ Ыласын да оса, кусте ҡыя, ҡанаттары талып бер төшә. «Юлай менән Салауат».
3. Тейәлеп, малын эйәртеп китеп барған халыҡ төркөмө. □ Группа, сообщество. • Кусәрем һынды тип, кустән ҡалма. Әйтем.
4. Йәйгелеккә күсеп килеп йәшәгән урын; йәйләү. □ Летовка. ■ Унан, уйын-көлкө, көрәш-бәйге һурелеп, туй шауы кәмеп, йәш-елкенсәк уҙ кустәренә таралышып бөткәс, тирә-яҡтың ҡарт-ҡороһон йыйҙы ла нуғай әмиренең улы Котлояр мырҙаны ҡунаҡҡа алды. Ә. Хәкимов. Ул замандарса бейҙең халыҡ кускә .. Урал буйҙарына китә торғайны. С. Кулибай.
5. кусм. Ойошҡан халыҡ. □ Народ. ■ Ил кусенә яу килгәндә ни йәне менән, [Кинйә] иптәштәрен ташлап китһен. Ғ. Ибраһимов. Әгәр яуҙа өҫтөн сыҡһа, Дәурән Юлыш кусен юҡ итәсәк. Ә. Хәкимов.
КҮС II [рус.] (Р: куча; И.: heap; T: yığın) и. һөйл.
Күмер өсөн үртәргә һалынған ағас өйөмө. □ Куча. Кус яна башлаған.
КҮС АЙЫРЫУ (күс айыр-) (Р: отроиться; И.: (begin to) hive / swarm; T.: oğullanmak) ҡ.
Умартанан йәш күс айырылып сығыуы.
□ Отроиться. Кус айырыу осоро.
КҮСЕМЛЕ ҠЫЛЫМ (Р: переходный глагол; И.: transitive verb; T: geçişli fiil) и. гром.
Мәғәнәһе билдәле бер объектҡа төбәлгән, билдәле һәм билдәһеҙ төшөм килеш менән идара иткән ҡылым (мәҫәлән, уҡытыу, кейендереу). □ Переходный глагол.
КҮСЕМЛЕ МИЛЕК (милеге) (Р: движимость; И.: movables; T: menkule) и. юр.
Күсемле, күсә торған милек. □ Движимость; движимое имущество. Кусемле милек һатыу.
КҮСЕМҺЕҘ ҠЫЛЫМ (Р: непереходный глагол; И.: intransitive verb; T.: geçişsiz fiil) и. грам.
Объектҡа ҡарата бер ниндәй ҙә мөнәсәбәт белдермәгән, үҙенән һуң килгән тултырыусының төшөм килештә тороуын талап итмәгән ҡылым (мәҫәлән, атлау, көлөу).
□ Непереходный глагол.
КҮСЕМҺЕҘ МИЛЕК (Р: недвижимость; И.: immovables; T.: emlak) и. юр.
Күсмәй торған милек. □ Недвижимость. Кусемһеҙ милек һатып алыу.
КҮСЕНДЕРЕҮ (күсендер-) ҡ. йөкм. ҡар. күсереү 2. понуд. от күсереү 2. Ауылға кусендереу. Каланан кусендерҙе.
КҮСЕНЕП ЙӨРӨҮ (күсенеп йөрө-) (Р: переселяться; И.: migrate; T.: göçmek) ҡ.
Бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөү.
□ Переселяться, переезжать с одного места на другое. Кусенеп йөрөу рәхәт тугел.
КҮСЕНЕП КИТЕҮ (күсенеп кит-) (Р: переехать; И.: migrate; T.: taşınmak) ҡ.
Йәшәү урынын ҡалдырып, ҡайҙалыр бөтөнләйгә күсеү. □ Переехать. Ереккән ерҙән кусенеп китеу. Ауылдан ҡалаға кусенеп китеу. ■ [Фатима]утыҙ йыл буйына димләп тә ирен ҡалаға кусенеп китергә кундерә алмағас, исмаһам, балам был йәһәннәмдән ҡотолһон тип, Мәрйәмде гимназияға бирергә булды. Ғ. Ибраһимов.
858