Академический словарь башкирского языка. Том IV. Страница 920


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том IV

кәтмән
эшләр өсөн кейенгән, ҡулына кәтмән тотҡан Хәтимә сыға. И. Абдуллин.
2. кусм. Аяҡтың бәкәлдән түбәнге өлөшө; аяҡ башы. □ Стопа. Кәтмән һөйәктәре. в Икенсе көндө кәтмәненец шеше тағы ла ҙурая төштө, ауыртыуы көсәйҙе, аяғын саҡ ҡына ҡуҙғатҡанда ла, уныц куҙендә уттар куренә ине. X. Мохтар.
КӘТМӘН II (Р.: деревянная посуда; И.: wooden tableware; T: keres) и.
1. иҫк. Бер биҙрә һыйышлы ағас һауыт; күнәк. □ Деревянная посуда объёмом с ведро. Ике кәтмән бал. Кәтмәнгә һыу тултырыу.
2. Хужалыҡтағы төшөмдән, яңы игендән күрше-күләнгә сығарылған өлөш. □ Доля урожая или другого дохода, выделяемая соседям, родне. Кәтмән биреу.
КӘТМӘНЛӘҮ (кәтмәнлә-) (Р: обрабатывать мотыгой; И.: hoe; T: çapalamak) ҡ.
Кәтмән менән эшләү. □ Обрабатывать мотыгой, работать мотыгой, мотыжить. Бәрәңгене кәтмәнләу. Ерҙе кәтмәнләп йомшартыу.
КӘТМӘНСУТ и. диал.
1. ҡар. кәтмән I, 1. Кәтмәнсут менән утау.
2. ҡар. бағау. Кәтмәнсут менән соҡоу.
КӘТТӘ (Р: прекрасный; И.: beautiful, fine; T.: çok güzel) с. һөйл.
1. Бик яҡшы. □ Прекрасный. Тәбиғәттең кәттә сағы. ■ Хәсән ҡарт: «Һай, кәттә лә икән кәпәсең», — тип маҡтап ҡалды. Ш. Насыров. Машина, урманлы тау һыртынан артылып, Яҡтытау ауылына яҡынлашты. Ысынлап та, тәбиғәттең кәттә урыны ине ул. М. Хәйҙәров. Аҫау айғырҙарҙай теҙелешеп тора складта танкылар. Беҙҙең куҙҙәр инде иң ҙурына, елле, кәттәһенә тартыла. Ғ. Әмири.
2. Бик ғорур, һауалы; эре. □ Горделивый; чванливый, надменный. Кәттә әҙәм. Кәттә тотоу. Кәттә йөрөу. ■ Ғәлиәбаныу ҡыҙы ниндәй кәттә генә йөрөй. Өҫтөндә яҡшы пальто, башлығы һөт шикелле ап-аҡ, һыйыр һауыусы тимәҫһең. Картотека фондынан.
КӘТҮК (кәтүге) [рус. катушка] (Р: катушка; И.: reel; T.: bobin) и.
1. Баш-баштары түңәрәк, эсе ҡыуыш булған ҡыҫҡа ғына үҙәк рәүешендәге еп, сым һ. б. нәмәләр урау өсөн ҡулланылған ҡулайлама; сүре. □ Катушка; шпулька. Кәтуккә урау. Кәтукте тағатыу. ■ Өйгә керҙем дә бесәй алдында уйнаттым кәтук, уйнатып арығас шаянды, һөт ҡушып бирҙем ҡатыҡ. Ш. Бабич.
2. Шуға уралған епте иҫәпләү берәмеге. Өс кәтук аҡ еп.
♦ Кәтүк танау һөйл. бәләкәй танау. □ Маленький нос.
КӘҮ и. ҡар. кәй.
КӘҮАҠИП (кәүаҡибе) [ғәр. ч-^] (Р: звезда; И.: star; T.: yıldız) и. диал. иҫк. кит.
Йондоҙ. □ Звезда. ■ Кәуаҡиптәр! Янып көйрәт, ҡыҙыл нурҙар ташып аҡһын! Б. Мир-занов.
КӘҮГӘ и. диал.
1. ҡар. кәүгәсел. Кәугә кеше.
2. ҡар. ығы-зығы. Кәугә тыуҙырыу.
КӘҮГӘҘӘК с. диал. ҡар. ҡыуғаҙаҡ.
КӘҮГӘК с. диал. ҡар. кәүгәсел.
КӘҮГӘСЕЛ (Р: скандальный; И.: scandalous; T.: kavgacı) с.
1. Бәләкәй генә нәмәнән бәлә һалып, оло тауыш ҡуптарыусан; бәләсел. □ Скандальный. Кәугәсел әҙәм. Кәугәсел бәндә. Кәугәсел ҡатын.
2. диал. Түҙемһеҙ, сыҙамһыҙ. □ Нетерпеливый. Кәугәсел булыу. Кәугәсел бала.
КӘҮҘӘ (Р: тело; И.: body; T: gövde) и.
1. Йән эйәләренең баш-аяғынан башҡа төп тән өлөшө. □ Тело. ■ [Егет дейеуҙең] ике башын бер юлы өҙә сапты, кәуҙәһен тураҡлап, әрҙәнә кеуек итеп өйөп ҡуйҙы, ти. Әкиәттән. • Аҡ кәуҙәңдең ҡәҙерен сырхау булғас белерһең. Әйтем.
2. Йән эйәләренең бөтә буйы; буй-һын. □ Туловище, стан. Еңел кәуҙә. Ауыр кәуҙә. Ныҡлы кәуҙә. Тулы кәуҙә. Әзмәуерҙәй кәуҙә. ■ Көтмәгәндә Ғимран бабайҙың сауығып бөткән кәуҙәһе пәйҙа була. Н. Мусин. Шкафтың көҙгө шикелле ялтыр йөҙлөгөндә
920