Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 100


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЙҒЫҺЫҘ
кеше. • Ҡайғыһыҙ ҡойо һыуы эсеп тә һимерә. Мәҡәл. Ҡайғыһыҙға ҡар һыуы — аш. Мәҡәл.
3. Вайымһыҙ, иҫе китмәгән. □ Беспечный. ■ Хужа ҡулын һелтәне: «Бисәләрҙең шул инде. Бер ҡайғыһы юҡ. һин бында ярылырҙай булаһың. Ҡайғыһыҙ бәндә!» Я. Хамматов.
ҠАЙҒЫҺЫҘ II (Р.: беспечно; И.: carelessly; T.: kaygısızca) р.
Бер нәмәгә лә иҫе китмәйенсә; бошмаҫ, моңһоҙ. □ Беспечно. ■ Күптән колгәнем юҡ ине шулай сабый һымаҡ ғәмһеҙ, ҡайғыһыҙ. Р. Ғарипов.
ҠАЙҘА I (Р: где?; И.: where?; T.: nerede?) һор. а.
1. Кемдеңдер йәки ниҙеңдер урынын һорағанды белдерә. □ Где? Ҡайҙа бараһың? Ҡайҙа булдың? ■ Наҡышев, үҙен үҙе оҙголәрҙәй булып: «Һине аңламайым, баш инженер, ҡайҙа вәғәҙә иткән эшселәрең?» — тип һораны, асыуланып, Сабитовтан. Я. Хамматов.
2. Урынға йәки йүнәлешкә ҡарата ситләтелгән һорауҙы белдерә. □ Куда. К Ҡыҙрас ҡайҙа барырға ла белмәгәс, бер кәбән аҫтына инеп, йылынып йоҡлап киткән. Әкиәттән. Харис Мәхмүт улы, үҙ уйҙарына сумып, ҡайҙа ултырыуын да, тамаша хаҡында ла бөтөнләй онотҡайны. Г. Ғиззәтуллина.
3. Өндәш һөйләмдә һоҡланыуҙы йәки үкенеүҙе белдерә. □ Где (в восклицательном предложении обозначает восхищение либо сожаление). ■ Матур һыуҙар бик күп булыр, Димдән матур һыу ҡайҙа! Халыҡ йырынан.
♦ Бына ҡайҙа <ул> айырым урын йәки нәмәгә иғтибар йүнәлткәндә әйтелә. □ Вот он где. Бына ҡайҙа ул матурлыҡ! Ҡайҙа бара (йәки барһын) кемдеңдер сараһыҙлығын белдергәндә әйтелә; ни эшләй ала. □ Куда деваться (о безвыходном положении). Ҡарышып ҡайҙа барһын. Ҡайҙа барһын инде, шунда йәшәргә ҡала. Ҡайҙа барып бәрелергә белмәү сара, толҡа тапмай ап
тырағанды белдерә. □ Находиться, быть в безвыходном или затруднительном положении. Үҙен ҡайҙа ҡуйырға, ҡайҙа барып бәрелергә белмәй. Ҡайҙа етте шунда теләһә ни ергә. □ Где попало, куда попало. Ҡайҙа етте, шунда ырғытыу. ■ Элек өй беренсә, ҡайҙа етте шунда йөрөргә яратһа, имгәнгән Хисмәтулланы үҙенең өйөнә көсләшеп алып ҡайтҡаны бирле, күршеләренә лә ингәне юҡ [Гөльямал]. Я. Хамматов. ■ Ҡайҙа инде ул беҙгә хан хеҙмәте кеүек данлы эшкә юлығыу! Ҡайҙа китмәгән ниҙелер ҡыҙғанмаҫҡа булғанда йәки ҡыҙғанмаҫҡа өндәгәндә әйтелә. □ Куда ни шло; так и быть, не жалко. Ҡайҙа китмәгән бер-ике йыл ваҡытың, ил куреп кил! Ҡайҙа китә <ул> ниҙеңдер бик күп булырын белдергәндә әйтелә. □ Куда столько. Ун йөк утын ҡайҙа китә ул, биш йөгө лә еткән. Ҡайҙа китә ул, йөҙ һум да еткән. Ҡайҙан-кайҙа бик алыҫтан алыҫҡа тиклем. □ Издалека, взором не охватить. Иген баҫыуҙары ҡайҙан-ҡайҙа йәйрәп ята. М Аҙналар буйы ҡайҙан-ҡайҙа оҙон, ауыр юл үткән ҡыҙҙарының арып-талып, ҡаҡ һөйәккә ҡалып йонсоғанын куреп, Өһә-бикә ҡарсыҡ.. күпсек һала. «Ҡуңыр буға».
ҠАЙҘАН (Р.: где; И.: where; T.: nerede)/?.
Юҡлыҡ формаһындағы ҡылым менән ниндәйҙер билдәһеҙ урынды белдерә. □ В сочетании с глаголами в отрицательной форме в значении наречия где только не ... ■ Яңағына себен-серәкәй балалап, ир-егеттең башы ҡайҙа ятып ҡалмаған! С. Юлаев.
ҠАЙҘА III (Р.: куда; где; И.: where; T.: nerede) мөн.
1. Урын эйәрсән һөйләм эсендә килеп, баш һөйләмдәге «шунда» һүҙе менән бергә эш-хәлдең урынын йәки йүнәлешен белдерә. □ Куда; где. ■ [Бабай:] Уғығыҙ ҡайҙа төшһә, шунан кәләш алырһығыҙ. Әкиәттән. • Ҡайҙа тишек — ел шунда, ҡайҙа тинтәк — һуҙ шунда. Мәҡәл.
2. Шул уҡ шартта юҡлыҡ формаһындағы ҡылым йәки шарт ҡылым менән килеп, сикләнмәгән урын һәм йүнәлеште
100