Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 99


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЙҒЫҺЫҘ
ҡайғыртырға бурыслы. ■ [Ғәйзулланы] Алтын хужаһы ла ҡайғырта. Хатта әллә ҡайҙарға больницаға ебәрергә кәрәк, ти. Я. Хамматов. • Ҡыш ҡайғыһын яҙ ҡайғырт. Әйтем.
ҠАЙҒЫРТЫУЛЫ (Р.: заботливый; И.: caring; T.: özenli) с.
Ҡайғыртыу булған, сағылған. □ Заботливый, предусмотрительный. Ҡайғыртыулы ҡараш. Ҡайғыртыулы мөнәсәбәт.
ҠАЙҒЫРТЫУСАН (Р.: заботливый; И.: caring; T.: özenli) с.
Мәрхәмәтле, хәстәрләүсе. □ Заботливый. Ҡайғыртыусан етәксе. Ҡайғыртыусан кеше. Ҡайғыртыусан өләсәй.
ҠАЙҒЫРТЫУСАНЛЫҠ (ҡайғыртыу-санлығы) (Р.: заботливость; И.: solicitude; Т.: özeniş) и.
Ҡайғыртыу, иғтибар күрһәтеү. □ Заботливость. Ветерандарға ҡайғыртыусан-лыҡ курһәтеу. Оло быуынға ҡайғыртыу -санлыҡ курһәтеу — беҙҙең бурыс.
ҠАЙҒЫРТЫШЫУ (ҡайғыртыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡайғыртыу 2. взаимн. от ҡайғыртыу 2. Ҡуршеләр ҡарсыҡҡа бесән, утын ҡайғыртыша.
ҠАЙҒЫРЫУ (ҡайғыр-) (Р: горевать; И.: grieve (for); T.: kahırlanmak) ҡ.
1. Ҡайғы-хәсрәт кисереү; хәсрәтләнеү. □ Горевать, печалиться, скорбеть, тужить. Ҡайғырып ултыра. Ҡайғырып сығыу. Ҡайғырып ята. Өйҙәгеләр беҙҙе юғалтып, ҡайғырып бөткән. ■ Өйгә инһәләр, Аҡбикәс юҡ, ти. Болансы Мәргән бик ҡайғыра, ҡарындашын эҙләп китергә була. Әкиәттән. • Аҡсаң бөткәнгә ҡайғырма, эшең бөткәнгә ҡайғыр. Мәҡәл. Бер ҡатындың ире улһә, алтмыш ҡатын ҡайғыра. Әйтем.
2. Нимәлер, кемдер тураһында уйлап борсолоу, хафаланыу. □ Беспокоиться за что-л., переживать, заботиться. Уҡыуы артта ҡалыуға ҡайғырыу. М Насир ҡара айғырын урлатҡаны бирле уҙенә урын таба алманы: .. «Һуйып ашап ҡына харап итмәһәләр ярар ине», — тип ҡайғырҙы ул. 3. Ураҡсин.
ҠАЙҒЫРЫШЫУ (ҡайғырыш ) ҡ. урт. ҡар. ҡайғырыу 1. взаимн. от ҡайғырыу 1. Ҡайғырышып ҡалдылар. Ш Урал батыр хәл өҫтөндә ята. Уның янына ҡайғырышып бөтә тирә-яҡ халҡы йыйыла. «Урал батыр».
ҠАЙҒЫ ТӨШӨҮ (ҡайғы төш-) ҡ. ҡар. ҡайғы килеү. ■ [Аллабирҙе] ир уртаһы етеп, мал-тыуарын бихисап тул йәйҙереп, бәҫле генә улъя туплап донъя көтөп ятҡанда, уйламағандан-көтмәгәндән башына бының ҡайғы төшә. «Алдар менән Зөһрә».
ҠАЙҒЫ УРТАҠЛАШЫУ (ҡайғы уртаҡлаш-) (Р: делить с кем-л. горе; И.: share one’s grief; T.: acımak) ҡ.
Ҡайғы күреүсене йәлләү, ҡыҙғаныу, шәфҡәтлелек күрһәтеү. □ Делить с кем-л. горе, печаль; сострадать, сочувствовать, соболезновать кому. Бер-береңдең ҡайғыһын уртаҡлашыу. Дуҫтарҙың ҡайғыһын уртаҡлашыу. Яҡындарын юғалтҡандарҙың ҡайғыһын уртаҡлашыу.
ҠАЙҒЫ-ХӘСРӘТ (Р.: горести-печали; И.: woes and worries; T.: çok acı) и. йыйн.
Күп ҡайғы һәм хәсрәт; ҡайғы-зар. □ Горести-печали, һуғыш — ул афәт, ҡайғы-хәсрәт килтереусе ҙур бәлә. М Ҡайғы-хәсрәт кенә курә икән, тыуған йорттан киткәс, ҡыҙ бала. Халыҡ йырынан. Эс-кенәйем тулы ҡайғы-хәсрәт, ҡурай моңо менән ҡойолһон. Халыҡ йырынан. Юлдыбай ҡайтып төшөу менән, әйтерһең, өс-дурт йыл кургән нужа, ҡайғы-хәсрәттәре бер юлы алып ташланды, һ. Дәүләтшина. [Сәмиғ] ошо рус ҡыҙы йөҙөндә ихлас көлөп-йылмайып уҙенең яҙмышы килгәнен тойҙо. Ошо көндән алып тормошоноң бөтә ҡыуаныс-шат-лыҡтары, ҡайғы-хәсрәттәре әлеге рус ҡыҙы менән бәйле буласаҡ. Т. Ғиниәтуллин.
ҠАЙҒЫҺЫҘ I (Р.: беззаботный; И.: carefree; T.: kaygısız) с.
1. Борсолоуһыҙ, тыныс. □ Беззаботный. Ҡайғыһыҙ бала. Я Бала саҡ ул — гөнаһһыҙ саҡ, ҡайғыһыҙ саҡ, тыйнаҡһыҙ саҡ. Т. Арслан.
2. Ауыр кисерештәре, ҡайғылары булмаған; хәсрәтһеҙ. □ Беспечальный. Ҡайғыһыҙ
99