ҠАЙҘАН
белдерә. □ Где бы; куда бы. ■ Ҡайҙа ғына барһаң, дуҫ-иш кәрәк, дуҫ-иш икән донъя терәге. Халыҡ йырынан. Ҡайҙа ҡарама, йырып сыҡҡыһыҙ ҡамышлыҡ. М. Кәрим.
ҠАЙҘА IV (Р.: где уж, куда уж; И.: how should one ...; T.: ne) киҫ.
Үҙе генә йәки «инде», «һуң», «ул» кеүек көсәйтеүсе һүҙҙәр менән килеп, мөмкинлекһеҙ, сараһыҙлыҡ, юҡлыҡ мәғәнәһен белдерә. □ В функции частицы в значениях «где уж», «где уж там», «куда уж», «куда там», «куда тут». Йәй миҙгелендә ауыл халҡына ҡайҙа инде ял! М Өфө һынлы ергә барғас, шулай уйланмаған ҡайҙа инде ул, — тиештеләр ҡарттар. 3. Биишева.
ҠАЙҘА V (Р.: ну-ка; И.: now then!; T.: hani) ымл.
һорап, өндәп мөрәжәғәт иткәндә әйтелә; ҡана, йә. □ Выражает побуждение к действию: ну-ка, давай(те)-ка. Ҡайҙа, аяғыңа кейҙерәйем. Ҡайҙа, миңә аҡса бир.
ҠАЙҘАҒЫ а. ҡар. ҡайҙан I, 1. Ҡайҙағы кеше?
ҠАЙҘА ҠАРАМА (Р: куда ни глянь; И.: wherever one looks; T: her nereye baksan) р.
Бөтә ерҙә лә, тирә-яҡта. □ Куда ни глянь, везде. Ҡайҙа ҡарама матур йорттар. ■ Ҡайҙа ҡарама йәм-йәшел урманлы киртләс-киртләс тауҙар теҙмәһе һуҙылған. Я. Хамматов. Ҡайҙа ҡарама йырып сыҡҡыһыҙ ҡамышлыҡ. М. Кәрим.
ҠАЙҘА ЛА (Р.: везде; И.: elsewhere; Т.: her yerde) р.
Һәр ерҙә, бөтә урында. □ Везде, всюду, повсюду; где бы то ни было. Ниндәй тарафтарға юлланһаң да, ҡайҙа ла бер ҡояш. ■ Ҡайҙа ла ғына һайрай һандуғас? һыу буйҡайҙарында ла туғайҙа. Йырҙан. • Батша — уҙ илендә генә батша, ғалим — һәр ҡайҙа ла ғалим. Әйтем.
ҠАЙҘАЛЫР (Р: где-то, куда-то; И.: somewhere; T.: bir yerde) билдһ. a.
Ниндәйҙер аныҡ билдәһеҙ ерҙә булыуҙы йәки ергә йүнәлеүҙе белдерә. □ Где-то, куда-то. Ҡайҙалыр ашығыу. Ҡайҙалыр барыу. ■ Ҡайҙалыр өҫтә һуҙып асы
ҡысҡырыу ишетелде, шунан аҫта нимәлер гөп итеп ҡалды. Б. Рафиҡов. Сәйҙеямал, юҡ һылтауҙы бар итеп, ҡайҙалыр ҡабаланып сығып китте. Я. Хамматов.
ҠАЙҘАН I (Р: откуда?; И.: where from?; T.: nereden?) hop. a.
1. Ҡемдең, нимәнең ни ерҙән, ҡайһы урындан икәнен һорағанды белдерә. □ Откуда? Ҡайҙан киләһең? Ҡайҙан таптың? ■ Ҡарамаҡай дуға, ай, кук юрға, ҡайҙан ғына алдың был атты? Халыҡ ижадынан. • Бай тапһа — ҡотло булһын, ярлы тапһа — ҡайҙан алдың. Әйтем.
2. Һораулы өндәш һөйләмдәрҙә һоҡланыу, аптырау, шикләнеү, үкенеүҙе белдерә. □ Откуда? ■ Ҡайҙан шундай илһам һиндә ? Ҡайҙан һиндә шундай дәрт ? Иҫ -аҡылым китеп, тыңлап торам... һандуғасым, тартынмаҫы, йәсе, әйт!.. Р. Ғарипов. Сая рухым, ҡаҡшар мәлдәрҙә ныҡлы таянысым тиерлек ысын дуҫты ҡайҙан табырға? А. Игебаев. • Аҡ туныңды яманлап, атлас ҡайҙан табырһың? Турәләрҙе яманлап, ғәҙел ҡайҙан табырһың? Әйтем.
♦ Ҡайҙан ел ташланы? көтмәгәндә килеп сыҡҡан кешегә әйтелә. □ Откуда взялся? Ҡайҙан ел ташланы һеҙҙе? Ҡайҙан килгән көлк. бик маһайған кешегә ҡарата мыҫҡыллап әйтелә. □ ирон. Откуда взялся? Һай-Һай, ҡайҙан килгән был кенәз?
ҠАЙҘАН II (Р: откуда; И.: where from; T.: bir yerden) p.
Аныҡ билдәләнмәгән урын-ерҙе белдерә. □ Откуда, откуда-то. Ҡайҙан алғандыр.
ҠАЙҘАН III (Р: откуда; И.: where from; T.: nereden) мөн.
Урын эйәрсән һөйләм эсендә килеп, баш һөйләмдәге «шунда», «шунан» һүҙе менән бергә эш-хәлдең урынына айырым баҫым яһағанды белдерә. □ Откуда, где. Ҡайҙан алдың, шунда ҡуй. Ҡайҙан килгәнһең, шунда ҡарап табаныңды ялтырат! Н [Ҡыҙ:] Ай, егет, харап булаһың! Ҡайҙан килдең — шунда кит! Әкиәттән. • Бейә ҡайҙан юртһа, ҡолоно ла шунда. Мәҡәл. Алғы тәгәрмәс
101