ҠАЙҘАН БУЛҺА ЛА
ҡайҙан тәгәрәһә, артҡы тәгәрмәс шунан тәгәрәр. Әйтем.
ҠАЙҘАН БУЛҺА ЛА (Р.: откуда-нибудь; И.: from anywhere; T.: neredense) р.
Ниндәй ҙә булһа бер ерҙән. □ Откуда-нибудь, откуда бы то ни было. Ҡайҙан булһа ла табып килтер. Ҡайҙан булһа ла алып кил.
ҠАЙҘАН ДА (Р.: откуда-нибудь; И.: from somewhere; T.: bir yerden) p.
Ниндәй ҙә булһа бер ерҙән. □ Откуда-нибудь. Ҡайҙан да табырға. Ҡайҙан да табып килтерергә.
ҠАЙҘАНДЫ (Р: труха; И.: hay-dust; Т.: kırıntılar) и. диал.
Ҡау, онтаҡ. □ Труха. Сысҡан ҡайҙаған ҡайҙанды. Бесән ҡайҙандыһы. Ҡайҙандыны һепереу.
ҠАЙҘАНДЫР (Р: откуда-то; И.: from somewhere; T.: bir yerden) билдһ. a.
Ниндәйҙер асыҡ билдәһеҙ ерҙән. □ Откуда-то. Ҡайҙандыр килеу. Ҡайҙандыр ҡайтыу. М [Гөлйөҙөм] ҡайҙандыр утескә төпрәле һары май һәм бармаҡ башы ҙурлығы шәкәр киҫәге алып ҡайтты ла һикегә ҡуйҙы. Я. Хамматов. Ҡайҙандыр бәләкәй генә болот киҫәге пәйҙә булды ла ҡаса-боҫа ҡояшҡа табан йөҙҙө. Оҙаҡламай уны ҡаплап та алды, бер өлөшө ҙурайып, ҡабара барып, ҡара ямғыр болотона әуерелде. Т. Ғиниәтуллин.
ҠАЙҘАН ЕТТЕ (Р: откуда попало; И.: no matter from where, from anywhere; T: herhangi bir yerden) р.
Төрлө ерҙән, теләһә ни ерҙән. □ Откуда попало. Ҡайҙан етте, шунан бесән әҙерләу. Ҡайҙан етте, шунан йыйыу.
ҠАЙҘАУ I (ҡайҙа-) (Р.: петь горлом; И.: peculiar sort of national singing; T: boğaz ile söylemek) ҡ. диал.
Тамаҡ төбө менән көйләү; өзләү. □ Петь, исполнять горлом. Ҡурай тартҡанда ҡай-ҙау. М Улым, ҡурайҙы арыу ғына тартаһың, тик ҡайҙамайһың уйнағанда. Экспедиция материалдарынан.
ҠАЙҘАУ II (ҡайҙа-) (Р: разгрызать; И.: crack with one’s teeth; T: kemirmek) ҡ. диал.
Кимереп ашағанда ваҡлап, сүпкә, кәүәккә әйләндерел бөтөрөү (сысҡандың нимәнелер кимереуе тураһында). □ Разгрызать, расщипать. Сысҡан ҡайҙаған.
ҠАЙҘАУЫЛ (Р: молокан татарский; И.: kind of weed grass; T: marul) и. бот. диал.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскәк япраҡлы күк сәскәле ҡый үләне; күк билсән. □ Молокан татарский (лат. Lactuca tatarica). Ҡайҙауыл йолҡоу.
ҠАЙҠА I (Р: ленивый; И.: lazy; T: tembel) с. диал.
Ялҡау, иренсәк. □ Ленивый. Ҡайҡа ҡатын. Ҡайҡа ғына малай.
ҠАЙҠА II (Р.: вогнутый; И.: concave; Т: içbükey) с. диал.
Яҙылып, артҡа кирелеп торған. □ Вогнутый (о корпусе, пояснице). Ҡайҡа бил.
■ Ҡинйәнең уҙенә лә ҡайҡа билле, баҡыр куҙле, ас яңаҡлы был сысҡан һырт оҡшап ҡуйҙы. Ғ. Ибраһимов.
ҠАЙҠАЙТЫУ (ҡайҡайт-) ҡ. йөкм. кар. ҡайҡайыу, понуд. от ҡайҡайыу. Арҡа ҡайҡайтыу. Ҡәуҙәне ҡайҡайтыу.
■ [Ныязғол бай] башын юғары кутәреп, яурындарын аҙыраҡ ҡайҡайтып, аяҡтарын арҡыры баҫып, оло тирмә эргәһенә йыйылған кешеләр янына табан атланы. һ. Дәүләтшина.
ҠАЙҠАЙЫУ (ҡайҡай-, ҡайҡая) (Р: откидываться назад; И.: arch the back; T: geri atmak) ҡ.
Билдән яҙылып, артҡа кирелеү. □ Откидываться назад, выгибать туловище, плечи, закидывать голову. Ҡайҡайып тороу. Ҡайҡайып баҫыу. ■ Батыр улы ҡурайсы булмаҫ! — Ниязғол ғорур ҡайҡайҙы. Б. Рафиҡов. Мырҙаш һуҙгә ихлас ҡына инеп китә алмай аҙаплана, ишек асылған һайын ҡайҡайып ҡарай, йә ултырған еренән ҡуҙғала башлай, кемделер көтөп ала алмағаны һиҙелеп тора. 3. Ураҡсин. Ғәзимә, тирмә алдына сығып алып, ҡайҡайып баҫты ла Мәғфурәне, ҡыҙын тыймауҙа ғәйепләп, әрләргә йәбеште. Һ. Дәү
102