ҠАЙМАҠЛАНЫУ
ләтшина. • Ҡайнаға ҡайҡайып тормаҫ, килен кирелеп тормаҫ. Әйтем.
ҠАЙҠАЛАТА (Р.: выпячивая грудь; И.: thrusting out one’s chest; T: göğsünü kabartarak) р.
Артҡа кирелеп, ҡуҡырайып. □ Выпячивая грудь. Ҡайҡалата баҫып килеп инеү.
ҠАЙҠАЛАТЫУ (ҡайҡалат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡайҡалау, понуд. от ҡайҡалау.
ҠАЙҠАЛАУ (ҡайҡала-) (Р.: выгибаться назад; И.: puff out one’s chest; T.: göğsünü kabartmak) ҡ.
Күкрәкте киреп, сайҡала биреберәк йөрөү. □ Ходить, выпячивая грудь. Ҡайҡалап атлау. Ҡайҡалап сығып китте.
ҠАЙҠАНДАТЫУ (ҡайҡандат-) ҡ. диал. ҡар. ҡайҡанлатыу. ■ Гөлмәҙинә һикереп торҙо. Осаһын ҡайҡандатып, башбисә ҡаршыһына килеп баҫты. Я. Хамматов.
ҠАЙҠАНЛАТЫУ (ҡайҡанлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡайҡанлау. понуд. от ҡайҡан-лау. ■ Усаҡ аҫтына ут яҡҡан йәш ҡатын түшен ҡайҡанлатып турайҙы. Я. Хамматов.
ҠАЙҠАНЛАУ (ҡайҡанла-) ҡ. диал. ҡар. ҡайҡалау. М Сафуан күкрәген кәпәйткән көйө, ҡайҡанлап, Ҡолсобайҙың ҡаршыһына килеп баҫты. Я. Хамматов.
ҠАЙҠЫ I (Р: выгнутый назад (о туловище)', И.: stuck out; T.: eğrilen) c.
Түш һөйәге ҡалҡып, биле артҡа кирелеп торған. □ Выгнутый назад (о туловище). Ҡайҡы кәүҙә. Ҡайҡы түш. Ҡайҡы кәүҙәле ир килеп инде клубҡа.
ҠАЙҠЫ II (Р.: сплюснутый нос; И.: flattened, snub nose; T.: yassı burun) и. диал.
Йәмшек танау. □ Сплюснутый нос. Ҡайҡыһы кәксәйгән. Ҡайҡылағы һипкелдәр.
ҠАЙҠЫ У (Р: шумиха; И.: stir, sensation; T.: gürültü) и.
Ҡысҡырышыу, ығы-зығы, шау-шыу. □ Шум, гам, шумиха, галдёж. Ҡыҙ оҙатҡанда ҡапҡа төбөндә ҡайҡыу башлана.
ҠАЙ Л А (Р: суп с нарубленным на кусочки мясом; И.: kind of meat soup; T.: etli çorba) и. диал.
Итте турап һалып бешерелгән аш. □ Суп с нарубленным на кусочки мясом. Ҡайла майһыҙ булған. Итте турап, атайың килеүгә ҡайла бешер тиҙ генә.
ҠАЙМА (Р: кайма; И.: hem; T.: kenar) и.
1. Ситтән уратып һыҙылған һыҙыҡ, ситтән буйлатып баҫылған тар таҫма. □ Кайма. Ҡайма баҫыу. Итәк осона ҡайма баҫты. М Ҡайғы нәҡ ҡара ҡайма — алыҫ офоҡ сите. Бәхет — офоҡтарһыҙ: бер талпынды — ерҙе сикһеҙ итте. Р. Хисаметдинова.
2. диал. Сигелгән биҙәк, семәр. □ Вышивка. Ҡайма һалыу. Яңы күлдәгенә зәңгәр ҡайма һалды.
ҠАЙМАҠ (ҡаймағы) (Р: сметана; И.: cream; T.: kaymak) и.
Һөт өҫтөнә ултырған йәки һөттән айырып алынған майлы матдә; һөт өҫтө. □ Сметана, сливки. Шыйыҡ ҡаймаҡ. Йылы ҡаймаҡ. ■ [Фәррәх:] .. Күршең менән татыу йәшә, ҡаймаҡ булмаһа, ҡатыҡ аша, тигәндәр. С. Агиш. Өйгә ингәс, Яҡуп бер сынаяҡ ҡаймаҡ менән арыу ғына өйөм сәксәкте тиҙ үк һелтәп ҡуйҙы. М. Кәрим. • Бал тотҡан бармаҡ ялар, һөт тотҡан ҡаймаҡ ялар. Әйтем. Ҡайҙа ҡаймаҡ, шунда ҡунаҡ. Әйтем.
♦ һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек рәхәт, ҡәҙер-хөрмәт менән. □ соотв. Кататься как сыр в масле, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек йәшәү.
ҠАЙМАҠ АН (Р: начальник уезда; И.: head, chief; T.: kaymakam) и. иҫк.
Түрә; өйәҙ башлығы. □ Начальник уезда, каймаком. Ҡаймакан вазифаһы. Ҡайма-ҡан итеп ҡуйғандар.
ҠАЙМАҠ БАҪЫУ (ҡаймаҡ баҫ-) ҡ. диал. ҡар. ҡаймаҡ бешеү.
ҠАЙМАҠ БЕШЕҮ (ҡаймаҡ беш-) (Р: сбивать масло; И.: churning; T: süt yaymak) ҡ.
Ҡаймаҡты туҡып май яһау. □ Сбивать масло. // Сбивание масла. Ҡаймаҡ бешеп, май яһау. Йәйләүҙә ҡаймаҡ бешеү менән йәш килендәр булышҡан.
ҠАЙМАҠЛАНЫУ (ҡаймаҡлан-) ҡ.
103