Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 105


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЙНАР АШ
дарына ҡаймап сигә ысыҡ-ынйылар. С. Кулибай.
ҠАЙМИКӘ и. диал. ҡар. ҡайынбикә. Ҡаймикәм ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ҡаймикәм уҫал, әммә ғәҙел.
ҠАЙМЫҒЫУ (ҡаймыҡ-) (Р.: вывихнуться; И.: get dislocated; T.: çıkmak) ҡ.
1. Быуындың урынынан сығыуы, тайы-уы, яҙа ҡуҙғалыуҙан ауыртыуы; кимәлйеүе.
□ Вывихнуться.» Ҡараңғыла абайламайынса, соҡор ярының текәрәк еренә тап килеп, Ирназар аҫҡа тәгәрләне, һушын йыйып, аяғүрә баҫты ла «ыһ» итеп бөгөлөп төштө. Аяғы ҡаймыҡҡайны уның. Ә. Хәкимов.
2. диал. Төкөлмәҫ, бәрелмәҫ өсөн ситкә тайпылыу; янтайыу, ялтаныу; тайшаныу. □ Уклониться, отстраниться, избегая столкновения. Ҡаймығып ҡалды. Ситкә ҡаймыҡты.
ҠАЙМЫҠСЫ ҠУҢЫҘ (Р.: жук-плавунец; И.: water-tiger; T: su böceği) и. зоол.
һыу өҫтөндә йүгереп йөрөгән йылтыр ҡуңыр төҫтәге йыртҡыс ҡуңыҙ. □ Жук-плавунец (лат. Dytiscidae). Күл өҫтөндә ҡаймыҡсы ҡуңыҙҙар күбәйгән.
ҠАЙМЫҠТЫРЫУ (ҡаймыҡтыр-) (Р: вывихнуть; И.: dislocate a joint; T: burkmak) ҡ.
Яҙа ҡуҙғалып, быуынды ауырттырыу; тайҙырыу, тайҙырып сығарыу; кимәлйетеү. □ Вывихнуть. Ҡулды ҡаймыҡтырыу. Яңылыш баҫып, аяҡты ҡаймыҡтырҙым.
ҠАЙМЫЛТЫУ (ҡаймылт-) ҡ. диал. ҡар. ҡаймыҡтырыу. Аяғымды ҡаймылттым.
ҠАЙМЫЛЫУ (ҡаймыл-) ҡ. диал. ҡар. ҡаймығыу 1. Ҡаймылған ҡулым һыҙлай.
ҠАЙНА и. диал. ҡар. ҡәйнә. Ҡайна йорто.
ҠАЙНАҒА (Р: старший брат мужа или жены; И.: husband’s / wife’s elder brother; T.: kayınbirader) и.
Ирҙең ағаһы (ҡатынына ҡарата) һәм ҡатындың ағаһы (иренә ҡарата).
□ Старший брат мужа или жены (по отношению к жене или мужу). Ҡайнаға булыу. Оло ҡайнаға. Н Йәш һалдаткалар, урындыҡтың ситенә генә ултырып, тар
тынып ҡына ҡәйнәләренең ҡолағына шыбырлайҙар: «Ҡәйнәм, улыңды күрмәнеме икән, Юлдыбай ҡайнағанан һора әле». һ. Дәүләтшина. Арғынбаев Аҙнағол Һибәтович ҡунаҡҡа саҡырылғайны. Ул Ғилманға ҡатыны яғынан ҡайнаға тура килә. Д. Бүләков. • Ҡайнаға ҡайҡайып тормаҫ, килен кирелеп тормаҫ. Әйтем.
ҠАЙНАҒАН (Р: кипячёный; И.: boiled; T.: kaynamış) с.
Ҡайнау хәлен үткән, ҡайнатып алынған. □ Кипячёный. Ҡайнаған һыу.
ҠАЙНАҒАН ҺӨТ (Р: топлёное молоко; И.: baked milk; T.: kaynatılmış süt) и.
Ҡуйы һөттө ҡайнатып сығарып, оҙаҡ ваҡыт йылыла тотоп әҙерләнгән аҙыҡ. □ Топлёное молоко. Ҡайнаған һөт сәйгә тәмле. • Ҡайнамаған һөт — алтын, ҡайнаған — көмөш, ойоған — баҡыр. Әйтем.
ҠАЙНАНА и. диал. ҡар. ҡәйнә.
ҠАЙНАР (Р: горячий; И.: hot; T: sıcak) с.
1. Ҡайнап, әле һыуымаған; эҫе. □ Горячий. Ҡайнар һөт. ■ Басир ҙа йәлеп булғас, йәйләнгәндәй иттеләр, табын ҡырына саҡырып, ҡайнар сәй яһанылар. Й. Солтанов.
2. күсм. Ныҡ ҡыҙыу, эҫе, ҡыҙған. □ Горячий. Ҡайнар ҡояш. Ҡайнар лава. Яуындан һуң әйләнеп ятҡан ерҙе ҡайнар ҡояш һә тигәнсе киптерә.
3. күсм. Тәрән тойғоға, көскә, дәрткә тулы; ялҡынлы. □ Горячий, пылкий, пламенный. Ҡайнар сәләм. Ҡайнар теләктәр. ■ Дәрттәр ҡотора ҡайнар йөрәктә, көс ташына ташҡын күкрәктә. Ғ. Амантай. Дәртле ҡайнар йырҙарымды йырламайым дәртем өсөн. Ш. Бабич. Район мәғариф бүлеге етәкселәренән, уҡытыусыларҙан, ата-әсәләрҙән вәкилдәр, сығып һөйләп, өлгөргәнлек аттестаты алыусыларҙы ҡайнар ҡотланылар. 3. Биишева.
4. күсм. Бик көсөргәнешле, ҡыҙыу. □ Горячий, напряжённый. Ҡайнар эш ваҡыты. Ҡайнар ураҡ ваҡыты.
ҠАЙНАР АШ (Р: горячая пища; И.: hot meal(s); T: sıcak yemek) и.
105