Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 106


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЙНАР-ҠАЙНАМАҪ
Эҫе аш. □ Горячая пища, горячее блюдо. Ҡайнар аш биреу. Ҡайнар аштан тәнгә йылы йугерҙе. Ш Ҡарт: «Һөйөклө батыр ҡыҙым ҡайтмай тороп, бер туҫтаҡ ҡымыҙҙан башҡа, ҡайнар аш тамағыма ла бармаҫ», — тип ҡуйҙы. «Алдар менән Зөһрә».
ҠАЙНАР-ҠАЙНАМАҪ (Р.: не доведённый до кипения; И.: hardly boiled; T.: kaynamamış) с.
Ҡайнап сығып өлгөрмәгән; ҡайнар хәлгә еткерелмәгән. □ Не доведённый до кипения. Ҡайнар-ҡайнамаҫ сәй. Ут һунде, ашы ҡайнар-ҡайнамаҫ тороп ҡалды.
ҠАЙНАРЛАНДЫРЫУ (ҡайнарлан-дыр-) ҡ. ҡар. ҡайнарлатыу 1,2. Сәйҙе ҡай-нарландырып алыу.
ҠАЙНАРЛАНЫУ (ҡайнарлан-) (Р.: становиться горячим; И.: become hot; T.: sıcak olmak) ҡ.
1. Ҡайнарға әйләнеү. □ Становиться горячим, доходить до кипения, һыу ҡайнарланған. Аш ҡайнарланды.
2. кусм. Тойғоға, дәрткә тулыу, ялҡынланыу. □ Вдохновляться, вдохновиться, воодушевляться, воодушевиться. Уларҙың был осрашыуында тойғолар ҡайнарланғайны, мөнәсәбәттәр уҙгәргәйне.
ҠАЙНАРЛАТЫУ (ҡайнарлат-) (Р: доводить до кипения; И.: bring to boiling; T.: kaynatmak) ҡ.
1. Ҡайнарға әйләндереү, ҡайнар итеү. □ Доводить до кипения, һыуҙы ҡайнарлатып алыу. Сәйҙе ҡайнарлатыу. М һә тигәнсе ҡарсыҡ һыуын ҡайнарлатты, йугертеп, грелканы килтереп тә еткерҙе. Ғ. Байбурин.
2. кусм. Хис-тойғоларҙы ялҡынланды-рыу. □ Воодушевить, вдохновить. Дуҫлыҡ хисен яңынан ҡайнарлатып ебәрҙе.
ҠАЙНАР ҺЫУ (Р.: кипяток; И.: boiling water; T: kaynar su) и.
Ҡайнатып алынған, ҡайнаған. □ Кипяток; горячая вода. Ҡайнар һыу ҡойоу. Емештәрҙе ҡайнар һыу менән сайҡау. Ҡайнар һыу менән бешекләу.
ҠАЙНАТА (Р: свёкор, тесть; И.: fatherin-law; T: kaynata) и. диал.
Иренең атаһы (ҡатынына ҡарата)', ҡатынының атаһы (иренә ҡарата)', ҡайны. □ Свёкор, тесть. Ҡайната булыу. Ҡайнатаға буләк. Н [Миңлеғол] .. буласаҡ ҡайнатаһының ҡайһы бер һуҙҙәрен иҫкә төшөрөп көлөп тә алғылай. Б. Рафиҡов. [Ир — ҡатынына:] Мин тыуған төйәгемде яҡлап һуғышҡа китәм. Зәлифә балаһы менән ҡайнатаһы йортонда тороп ҡала. «Башҡортостан», 20 июль 2011.
ҠАЙНАТҠЫС (Р: кипятильник; И.: boiler; T: buyot) и.
Һыу ҡайната торған ҡулайлама. □ Кипятильник. Электрлы ҡайнатҡыс.
ҠАЙНАТМА (Р: варенье; И.: jam; T: reçel) и.
Емеш-еләккә шәкәр ҡушып ҡайнатылған тәмле ризыҡ. □ Варенье. Еләк ҡайнатмаһы. Ҡайнатма әҙерләу. Ҡайнатманы тултырыу. ■ Емеш-еләк йыйып, ҡайнат-ма-компоттар әҙерләп бөткәс, ҡыҙҙарҙың ҡулы бушаны. «Шоңҡар», № 4, 2009.
ҠАЙНАТТЫРЫУ (ҡайнаттыр-) к. йөкм. кар. ҡайнатыу, понуд. от ҡайнатыу. Һыу ҡайнаттырыу. Сәй ҡайнаттырыу. Бесәнселәр сәй ҡайнаттырып эсте лә тағы ла эшкә тотондо.
ҠАЙНАТЫЛЫУ (ҡайнатыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡайнатыу, страд, от ҡайнатыу. Ҡайнатылған һыу. Сейә ҡайнатмаһы бер нисә тапҡыр ҡайнатылып әҙерләнә.
ҠАЙНАТЫУ (ҡайнат-) (Р: кипятить; И.: boil; T.: kaynatmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер һауыт эсендәге шыйыҡлыҡты эҫелә, утта тотоп, ҡайнар хәлгә килтереү. □ Кипятить, прокипятить что. // Кипячение. Самауыр ҡайнатыу. Һөт ҡайнатып алыу. ■ Зиннәтулла тимер мейескә ут яғып, сәйгундә ҡайнатҡан сәйҙе тимер кружкаға, сеуәтәгә яһаны һәм бер һыныҡ ҡул икмәген өскә һындырҙы. Я. Хамматов. • Уңған ҡатын ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр. Мәҡәл.
2. Ниндәйҙер үҙенсәлек биреү өсөн нимәнелер ҡайнаған шыйыҡлыҡта тотоу. □ Кипятить. // Кипячение. Кер ҡайна
106