ҠАЙНАШЫУ
тыу. Я [Гөльямал] кереккән керҙәрҙе һелте һыуы менән ҡайнатып йыуҙы. Я. Хамматов.
3. Бешереп, ашарлыҡ, эсерлек хәлгә килтереү. □ Варить. Ҡайнатма ҡайнатыу. Ит ҡайнатыу. Үлән ҡайнатыу. Компот ҡайнатыу. Я Маһибәҙәр килеп мәтрушкә ҡайнатып эсерҙе. Ф. Әсәнов. Эсәк-ҡарынды йыуып таҙартып, ҡайнатып алғас, ваҡлап турап, ҡаҙанда ҡыҙҙырып, ҡурҙаҡ (ҡурлаҡ, ҡурҙаҡ) әҙерләгәндәр. «Башҡортостан», 21 июль 2011.
4. Юғары эҫелектә тотоп, ниҙелер әҙерләп алыу. □ Варить. // Вываривание. Супрә ҡайнатыу. Сыр ҡайнатыу, һағыҙ ҡайнатыу. Ҡорос ҡайнатыу. ■ [Петя] Алтынбай кеуек тегендә-бында кусеп йөрөмәй, йыл уратаһына урман ҡырҡа ла ағас сығара, кумер уртәй ҙә дегет ҡайната, уларҙан бушағанда мал ҡарай. 3. Ураҡсин.
5. кусм. Ярһытыу. □ Злить, сердить, беспокоить. Ҡанды ҡайнатыу.
ҠАЙНАТЫШЫУ (ҡайнатыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡайнатыу, взаимн. от ҡайнатыу. Я Өләсәһе уны [Юлдашты] мал-тыуарҙы бикләргә, утын сарпаҡлап бирергә, самауыр ҡайнатышырға, картуф әрсешергә, тағы шундай әллә ни хәтле ваҡ-төйәк эштәргә ҡушты. 3. Биишева.
ҠАЙНАУ (ҡайна-) (Р.: кипеть; И.: boil; T.: kaynamak) ҡ.
1. Юғары эҫелектән пар сығарып бығырлау. □ Кипеть, бурлить; вскипеть. // Кипение. Аш ҡайнау. Һурпа ҡайнау. Боғорлап ҡайнау. Я Мин, сәй ҡайнағансы, йәһәт кенә барып киләйем, — тине лә, зәғиф аяғының осона ғына баҫып, Ғәйзулла өйөнән сыҡты. Я. Хамматов.
2. Эсендә ниндәйҙер шыйыҡлыҡ ҡайнаған һауыт тураһында. □ Кипеть. Самауыр ҡайнау. Сәйгун ҡайнау. Ҡаҙан ҡайнау.
3. Утта бығырлап ултырған шыйыҡлыҡ эсендә бешеү. □ Вариться. Ит ҡайнай. Һалма ҡайнай. Я Ашнаҡсыларҙы интектереп, оло ҡаҙанда оҙаҡ ҡына ҡайнаған һарыҡ ите сумәләләй өйөлгән хәлдә, ләззәтле боҫ сығарып, тәмле еҫ борҡоп, табын уртаһына
килеп ултырғас ҡына, ҡунаҡтарҙың куҙендә йәнләнеукуренде. К. Мәргән. • Оло ҡаҙанда ҡайнаған ит тәмле була. Әйтем. Балаңдың уйнағанына, ҡаҙандың ҡайнағанына ҡыуан. Әйтем.
4. кусм. Урғылып хәрәкәт итеү. □ Кипеть, бурлить. Я Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша Тәфтиләуҙәр кисеу таба алмаҫ. Халыҡ йырынан.
5. кусм. Күп булып эркелеп сыуалышыу; мыжғыу. □ Кипеть, бурлить. Урамда машиналар ҡайнай. Магазинда кеше ҡайнай. Я Унда [урамда] хәҙер мазут һеңгән комбинезонлы кешеләрҙе — нефтселәрҙе тейәгән оҙонтороҡ, һылыу автобустар кондөҙголәй ҡайнап йөрөмәй.
3. Биишева.
6. кусм. Эштең, хеҙмәттең уртаһында ҡайнау, әүҙем ҡатнашыу. □ Быть в гуще чего. Һайлау эшендә ҡайнау. Эштең уртаһында ҡайнап йөрөй. Мәктәп эшендә ҡайнау. Я [Аҡмулла] халыҡ яҙмышын, халыҡ киләсәген хәл итер көсөргәнешле ваҡиғалар эсендә ҡайнаған шағир. Ә. Вилданов. Орудиелар янында өйөрөлөп-сөйорөлөп ҡайнап йөрөгән Усман командирға ҡул болғаны. М. Ямалетдинов.
7. кусм. Бик ҡыҙған, дәртле, йәнле хәлдә үтеү. □ Кипеть. Ҡалала тормош ҡайнай. Баҫыуҙа эш ҡайнай.
8. кусм. Хис-тойғо, уй-фекер һ. б. ташып тороу; ярһыу. □ Кипеть, бурлить (о чувствах). Баш ҡайнау. Хис-тойғолар ҡайнай. Асыу ҡайнау, һарыу ҡайнау. Я Капитан шунда уҡ эстән ҡайнарға кереште, ләкин тышҡа сығарманы, сабырлыҡ һаҡланы. М. Кәрим.
ҠАЙНАШЫУ (ҡайнаш-) (Р.: кипеть; И.: seethe; T.: koşturmak) ҡ.
Гөж килеп, күмәкләп буталыу; сыуалыу. □ Кипеть; засуетиться, закопошиться. Умарта кусе һымаҡ, ҡайнашып торалар. Урамда халыҡ геу килеп ҡайнаша башланы. Я Бөгөн иртәнән бирле сәсеугә сығырға әҙерләнгәнгә курә, колхозсыларҙың кубеһе ошо лапаҫтар тирәһендә, машина
107