ҠАЙНБИКӘ
лар эргәһендә ҡайнашалар, һ. Дәүләтшина. Ун ике ырыуҙы эсенә алған Табын иле ишле умарта кусе кеуек ҡайнашты. К. Мәргән.
ҠАЙНБИКӘ и. диал. ҡар. ҡайынбикә.
ҠАЙНЫ (Р.: свёкор; тесть; И.: father-inlaw; T.: kaynata) и.
1. Иренең атаһы (ҡатынына ҡарата ). □ Свёкор. Ҡайны һуҙе. Н Айбикәнең ҡайны менән ҡәйнәһе бар саҡтағы ғумере арыу ғына утте. Ҡайны тыныс, ҡәйнәһе бигерәк тә йомшаҡ куңелле һәйбәт әбей ине. Һ. Дәүләтшина. • Атайым йорто һаламдыр — ожмах булып куренә, ҡайным йорто ҡабыҡтыр — тамуҡ булып куренә. Мәҡәл.
2. Ҡатынының атаһы (иренә ҡарата). □ Тесть. Н Ҡинйә, төргәген асып, ҡайныһына бына тигән кулдәк тоттора. Әкиәттән. Әлебай бөтә булған хәлде ҡайныға һөйләп биргән. Әкиәттән. [Харис] яңы ҡатынының төҙөлөш корпорацияһы тураһында һөйләп алып китте: «Атаһы, ҡайным ҡарт — эшҡыуарлыҡты уҫтереу йунәлешендә эшләгән ҙур чиновник». Г. Ғиззәтуллина. • Атаға ул булмаһаң, ҡайныға ҡол булырһың. Мәҡәл.
ҠАЙНЫ-ҠАЙНАҒА (Р.: свёкор и старшие братья мужа; И.: father-in-law with his elder brothers; T: kaynata ve kayın biraderler) и. йыйн.
1. Иренең атаһы, ағай тейеш кешеләре (ҡатынына ҡарата). □ Свёкор и старшие братья мужа (по отношению к жене). Ҡайны-ҡайнағаларҙы хөрмәтләу. Ҡайны-ҡайнағаларҙы саҡырыу. Ҡилен кешегә ҡайны-ҡайнағаға курнис биргәс кенә һуҙ ҡушырға ярай.
2. Ҡатынының атаһы, ағай тейеш кешеләре (иренә ҡарата). □ Тесть и старшие братья жены (по отношению к мужу). Ҡайны-ҡайнағалар йыйылыу. Ҡайны-кай-нағалар ярҙамлашыуы. Айбулатҡа өй һалғанда ҡайны-ҡайнағалары ярҙам итте.
ҠАЙНЫ-ҠӘЙНӘ (Р: свёкор и свекровь, тесть и тёща; И.: father and mother-in-law; T: kaynata ve kaynana) и. йыйн.
Иренең ата-әсәһе (ҡатынына ҡарата) һәм ҡатынының ата-әсәһе (иренә ҡарата). □ Свёкор и свекровь, тесть и тёща. Ҡайны-ҡәйнә йортонда йәшәу. Ҡайны-ҡәйнә ризалығын алыу. М Хөппөниса ҡайны-ҡәйнәһен ҡараны. Ярарға тырышты. Я. Хамматов.
ҠАЙНЫҺЫ а. ҡар. ҡайһыһы. М Быларҙың ҡайныһы һинең ҡыҙың була? Әкиәттән. Буйһонһаң — иркен йәшәрһең, буйһонмаһаң — улерһең, һин ҡайныһына риза? Әкиәттән. Ҡайныһы Соня булғандыр — асыҡ белеп етмәнем. Д. Юлтый. Быларҙың ҡайныһы көҙән ҡапҡанларға, ҡайныһы буре ҡыуырға, ҡайныһы төлкө юлларға сығып китә. Ғ. Дәүләтшин.
ҠАЙПАН (Р.: название башкирского рода; И.: Bashkir clan name; T: bir Başkurt soyunun ismi) и.
Танып ҡәбиләһенә ҡараған ырыу исеме. □ Кайпан (название башкирского рода в составе племени табын). Ҡайпан ырыуы кешеһе.
ҠАЙРА (Р: кайра; И.: guillemot; T: Troil kuşu) и. зоол.
Поляр диңгеҙ ҡошо. □ Кайра (морская полярная птица) (лат. Urla). Ҡайра ояһы. Ҡайраларҙың ауырлығы 1 килограмға етә. Ҡайра аҡсарлаҡҡа оҡшаған.
ҠАЙРАҠ (ҡайрағы) (Р: точило; И.: whet stone; T: bileği taşı) и.
1. Ҡорал-ҡорамалды үткерләй торған үҙенә бер төрлө таш; яныуыс. □ Точило, точилка, брусок, оселок. Ҡайраҡ менән ҡайрау. Ҡайраҡ ташы. М [Убырлы ҡарсыҡ] йоҡлаған арала төлкө балта менән ҡайраҡты һыуға ырғыта. Әкиәттән. Анау ятҡан йылға — Йылайыр ул, ҡайраҡ өсөн ташын алырмын; һау-сәләмәт етһәм уҙ илемә, ғумерлеккә шатлыҡ табырмын. «Ҡуңыр буға».
2. кусм. Бысый икмәк. □ Недопечённый, сырой хлеб. Икмәк ҡайраҡ булған. Ҡайраҡ ашатыу.
3. миф. ҡар. ҡайраҡ сире. Ҡайраҡ сығыу. Ҡайраҡ имләу.
108