ҠАЙРАУЛЫ
Урал ташҡайына ҡайраным. Халыҡ йырынан. Ҡарабайҙың юлдаштары ит турарға бысаҡ ҡайрайҙар. Бешкән ҡуй баштарын, хөрмәт билдәһе итеп, ике батырға тотторалар. Әкиәттән. Урал тауҙарынан кук таш алып, ҡайра ҡылысыңды һин шуға. М. Ғафури. • Ҡара тимер ҡайрау менән ҡорос булмаҫ. Мәҡәл.
♦ Теш ҡайрау кемгәлер асыу тотоу.
□ Точить зубы на кого. Теш ҡайраусылар куп. Купгпдн теш ҡайрап йөрөй.
ҠАЙРАУЛЫ (Р.: наточенный; И.: honed;
T: keskin) c.
Үткерләнгән, янылған. □ Наточенный. Ҡайраулы салғы. Ҡайраулы балта.
ҠАЙРАУСЫ (Р.: точильщик; И.: grinder;
T: bileğici) и.
Киҫкес ҡоралдарҙы (балта, салғы, бысаҡ) үткерләүсе кеше. □ Точильщик. Бесәнселәр араһында тапаусы, ҡайраусы кеуек оҫталар мотлаҡ була.
ҠАЙРАШЫУ (ҡайраш-) ҡ. урт. ҡар. ҡайрау, взаимн. от ҡайрау. Балта ҡайрашыу. К Атҡа менеп сабырҙай юлдаш эҙләп юлыма, ҡаяла башаҡ ҡайрашыр ҡорҙаш эҙләп ҡонома, ҡаңғырып йөрөгән ҡартыңмын. Халыҡ ижадынан.
ҠАЙРЫ и. диал. ҡар. ҡайыр I. Имән ҡайрыһы. ■ Бөгөн дә шулай булды, һөт һәм йомортҡа һатырға сыҡҡан еңгәйҙәр, һатыуҙан бигерәк, егеттәр куҙләргә килгән ҡыҙҙар, һуған һатыусы ағайҙар, шулар араһында уҡ уҙенең станция эргәһенә өйөлгән ҡайрыларын вагонға тейәтергә килеусе Исламғәле һәм башҡалар, поезд куҙҙән юғалыу менән, тирә-яҡҡа ҡаранып, поездан төшөп ҡалған юлсыны эҙләй башланылар. И. Насыри.
ҠАЙ САҠ а. диал. ҡар. ҡайһы саҡ. М Ҡай саҡ дауыл көн-сыуаҡты ҡоротор, ерҙе, кукте һоп-һорғолт ҡыр һыуытыр. М. Аҡмулла. Хәҙер пугачёвсыларҙы конвой йөрөтмәй, иллә куҙ ҙә яҙҙырмайҙар, һаҡсылар көн дә яңы урынға ҡуйыла: ҡай саҡ өймәкләшеп һуғышҡанды ла курмәйҙәр, ҡай саҡ туҡтап торғанға ла килеп етәләр.
110
Б. Рафиҡов. Ҡаплағанда болот ҡай саҡ кукте, зарыҡҡандай, ҡояш нурлана, ул тойғоһоҙ тормош — ҡотһоҙ тирмә, куңел сарсай йәшәу йырына. Ҡ. Аралбай.
ҠАЙСАН һор. а. диал. ҡар. ҡасан I. Ҡай-сан килдең? Ҡайсан эшләйһең?
ҠАЙСЫ [фарсы ^*1 (Р: ножницы; И.: scissors; T: makas) и.
Ҡара-ҡаршы тоташтырылған ике бысаҡтан торған, дүңгәләк тотҡосло ҡырҡыу ҡоралы. □ Ножницы, секатор. Ҡағыҙ ҡайсыһы. Ҡайсы уткерләу. Ҡайсы менән киҫеу. Баҡса ҡайсыһы. М Өҫтәлдәрҙә көмөш ҡайсы — ебәк кулдәк бесәләр. Халыҡ йырынан. • Бәз ҡәҙерен белмәҫ ҡулда ҡайсы уйнамаҫ, ат ҡәҙерен белмәҫ ҡулда ҡамсы уйнамаҫ. Мәҡәл.
ҠАЙСЫ ҠОЙРОҠ (ҡойроғо) и. диал. ҡар. асалығойроҡ. Дымлы урында ҡайсы ҡойроҡтар кубәйеп китә.
ҠАЙСЫЛАНДЫРЫУ (ҡайсыландыр ) ҡ. ҡар. ҡайсылау 2. Ҡолаҡты ҡайсыландырыу.
ҠАЙСЫЛАНЫУ (ҡайсылан-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡайсылау 1. страд, от ҡайсылау 1. Ҡайсыланған ял.
2. ҡайт. ҡар. ҡайсылау 2. возвр. от ҡайсылау 2. Ҡайсыланған ҡолаҡтар.
ҠАЙСЫЛАТЫУ (ҡайсылат ) ҡ.
1. йөкм. ҡар. ҡайсылау 1. понуд. от ҡайсылау 1. Сәсте ҡайсылатыу.
2. йөкм. ҡар. ҡайсылау 2. понуд. от ҡайсылау 2. ■ Хәтәр бәйге ҡыҙа, ҡайсылата атым ҡолағын. Т. Йосопов. Буҙ ялдарын ел туҙғыта, дөп-дөп килә ҡаҡ тояҡ, ҡолаҡтарын ҡайсылатып, эй, юрғалай Аҡбуҙат. А. Игебаев.
ҠАЙСЫЛАУ (ҡайсыла ) (Р: стричь; И.: clip; T: kesmek) ҡ.
1. Ҡайсы менән тигеҙләп, мөнтәп ҡырҡыу. □ Стричь, резать что. Баланың сәсен ҡайсылау. Аттың ялын ҡайсылау.
2. Текә сәнсеп, алмаш-тилмәш йөрөтөү (хайуандарҙың ҡолағына ҡарата). □ Прядать (ушами). Ат ҡолағын ҡайсылай. В Ҡара юрға ҡолаҡтарын ҡайсылай, йыш бышҡыра башланы. Б. Рафиҡов. Аттар, байтаҡ ҡына тыныслана алмай ҡолаҡтарын