ҠАЙТАРЫП АЛЫУ
ҡайсылап, буре уҙған тарафҡа һирпелеп барҙы. Ә. Хәкимов.
ҠАЙТА (Р.: вновь; И.: again; T.: yine) р.
Ҡабат, яңынан. □ Вновь. Ҡайта уҡыу. Ҡайта барыу. • Ҡайта сапҡан яу яман, ҡайта сыҡҡан һуҙ яман, ҡайта килгән ҡыҙ яман. Әйтем. Ҡайта ҡупҡан дау яман, ҡайта сапҡан яу яман. Мәҡәл.
ҠАЙТА-ҠАЙТА р. ҡар. ҡат-ҡат III. Бер ук нәмәне ҡайта-ҡайта һөйләне. ■ Яусы ике арала ҡайта-ҡайта йөрөнө. Халыҡ ижадынан. Ә музыка һәйбәт. Ҡолағымда ҡайта-ҡайта яңғыраны. М. Кәрим.
ҠАЙТАЛАЙ р. диал. ҡар. ҡайтышлай. Ҡайталай индем.
ҠАЙТАЛАП (Р.: заново; И.: anew; T.: tekrar) ҡ.
Ҡабаттан, яңынан. □ Заново. Ҡайталап килеу. Ҡайталап ҡарап сығыу. Уҡытыусы баланың иншаһын ҡайталап ҡарап сыҡты.
ҠАЙТАЛАУ (ҡайтала-) ҡ. диал. ҡар. ҡайтауыллау 1. Мәсьәлә хәл итеп булмаҫын аңлап, хужалар ҡайталаны.
ҠАЙТАЛЫУСАНЛЫҠ (ҡайталыусанлығы) (Р: упругость; И.: resilience; Т.: esneklik) и. физ.
Есемдең элекке торошона ҡайта алыу үҙенсәлеге. □ Упругость. Ҡайталыусанлыҡ көсө. Ҡуләмдең ҡайталыусанлығы. Тимер сыбыҡтың ҡайталыусанлығы тубән ине.
ҠАЙТАНАН (Р: снова; И.: again; T.: yine)р.
Тағы бер тапҡыр; яңынан, ҡабаттан. □ Снова, заново, вновь. Ҡайтанан тер-геҙеу. Ҡайтанан башлау. Ҡайтанан иҫәп-ләу. ■ Атаһының ҡатылығын бөтә булмышы менән ҡайтанан тойғандай булды Ғәйнислам. «Ағиҙел», № 4, 2010.
ҠАЙТАРА (Р: раз; И.: time(s); T.: kere) р. диал.
Мәртәбә, ҡат, ҡабат. □ Раз. Ике ҡайтара баш эйеу. М Килен өйгә ингәндә, тургә ҡарап, өс ҡайтара сәләм ҡылыр. М. Буранғолов.
ҠАЙТАРМА I (Р: отворот; И.: lapel, flap; T.: klapa) и.
Ниҙеңдер кирегә бөкләп ҡуйылған өлөшө. □ Отворот. Ең ҡайтармаһы.
ҠАЙТАРМА II (Р: отложной; И.: turndown; T.: devrik) с.
Ҡайтарып, кирегә бөкләп куймалы.
□ Отложной, откидной. Ҡайтарма яға. ■ Байулы ..бәрхәт кәзәкейенең көмөш ҡаптырмаларын, гамбр итегенең ҡайтарма ҡуныстарын ялтыратып һәлмәк баҫып ишектән килеп инә лә йә бисәһенә, йә әсәһенә бер-ике һуҙ әйтә. Һ. Дәүләтшина.
ҠАЙТАРМАЛЫ с. ҡар. ҡайтарма II. Ҡайтармалы яға. Ҡайтармалы ең.
ҠАЙТАРМА ТУЙ (Р: свадьба на стороне жениха; И.: wedding on the bridegroom’s side; T.: güveyin evindeki düğün) и. этн.
Егет яғындағы туй. □ Свадьба на стороне жениха. Ҡайтарма туй атҡарыу.
ҠАЙТАРМЫШ (Р: ответный подарок; И.: gift given in response; T.: cevap hediye) и. диал.
Ҡаршы бирелгән бүләк, яуап бүләге.
□ Ответный подарок. Ҡайтармышҡа кул-дәклектәр алып ҡайтты.
ҠАЙТАРТЫУ (ҡайтарт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡайтарыу, понуд. от ҡайтарыу. Улын хеҙмәт иткән еренән ҡайтартып алды. Атайҙы эштән ҡайтартыу.
ҠАЙТАРЫЛЫУ (ҡайтарыл ) ҡ. ҡар. төш. ҡайтарыу, страд, от ҡайтарыу. Дуңгәк-кә бәрелеп, салғының йөҙө ҡайтарылған.
ҠАЙТАРЫМ I (Р: сдача; И.: change; Т.: üstü) и. диал.
Тейешленән артҡан аҡса. □ Сдача. Йөҙ һум ҡайтарым биреу. Эре купюранан ҡайтарым. Ҡайтарым килтереу.
ҠАЙТАРЫМ II (Р: возвратный; И.: drawback; T.: dönüşlü) с. фин.
Кире ҡайтарып бирелгән. □ Возвратный. Ҡайтарым аҡса килтереу. Ҡайтарым һалым.
ҠАЙТАРЫП АЛЫУ (ҡайтарып ал-) (Р: вернуть себе; И.: have smth returned; T.: geri almak) ҡ.
Ниҙелер кире үҙеңә алыу. □ Вернуть себе, получить обратно. Аксаны ҡайтарып
111