ҠАЙТАРЫП БИРЕҮ
алыу. Малды ҡайтарып алыу. М Үтеп китер йәш ғүмерең, ҡайтарып ала алмаҫһың. Экспедиция материалдарынан.
ҠАЙТАРЫП БИРЕҮ (ҡайтарып бир-) (Р.: вернуть; И.: return; T.: geri vermek) ҡ.
Алып торған әйберҙе кире хужаһына биреү. □ Вернуть, возвратить. Аҡсаны ҡайтарып биреү. Китаптарҙы китапханаға ҡайтарып биреү. М Йылан, кешегә әйләнеп, һунарсыға: «Түләгән йөҙ һумыңды ҡайтарып бирермен, уға өҫтәп бер алтын балдаҡ менән бер алтын эйәр ҙә бирермен», — тигән. Әкиәттән.
ҠАЙТАРЫП ҺОРАУ (ҡайтарып һора-) (Р.: переспросить; И.: ask anew; T.: tekrar sormak) ҡ.
Ҡабатлап һорау. □ Переспросить. Уҡыусы ҡайтарып һораны, һуңғы һүҙҙәрҙе ҡайтарып һорау.
ҠАЙТАРЫУ (ҡайтар-) (Р: отпускать (домой)', И.: let go home; T.: bırakmak) к.
1. Ҡайтырға ирек ҡуйыу, рөхсәт биреү. □ Отпускать (домой), распускать. Студенттарҙы ҡайтарыу. Ҡайтарып ебәреү. Уҡыусыларҙы өйҙәренә ҡайтарҙылар. ■ [Батша — ҡартҡа:] Әгәр үтәй алмаһаң, башыңды киҫәм, — ти. — Тыңла: донъяла нимә иң ҡаты, нимә иң йомшаҡ, нимә иң ҡәҙерле? — тип һорай ҙа, иртәгә килергә ҡушып, ҡартты ҡайтарып ебәрә. Әкиәттән. [Тимеркәйгә] атаһы үлгәс, баяр тирәһендә лә урын булманы. Йәш, эшкә яраҡһыҙ тип, ауылына ҡайтарҙылар. Д. Юлтый.
2. Ҡайтырға, ҡайтып китергә мәжбүр итеү. □ Заставить идти домой. Ҡыуып ҡайтарыу. ■ Иванов, юҡ һылтауҙы бар итеп, юҡтан ҡыуып ҡайтарҙы. Я. Хамматов.
3. Киткән урындан кире саҡырыу; алып ҡайтыу. □ Возвращать, вернуть кого-что. Йәш белгестәрҙе ауылға ҡайтарыу. ■ [Ныязғол:] һине ашығыс ҡайта-рыуым да шул, бергә кәңәшеп, ҡайһы бер эштәрҙең осон төйнәп ҡуйыу ине. һ. Дәүләтшина. Беҙҙе уйнап йөрөгән еребеҙҙән әсәйебеҙ йә атайыбыҙ саҡырып ҡайтара ла теге-был йомош ҡуша. Н. Мусин.
4. Киткән ерҙән кире бороу; кире килтереү. □ Возвращать, вернуть кого-что. ■ Баяғым хан һауынға йылҡы ҡайтарырға ҡушҡан. Әкиәттән.
5. күсм. Уйҙан, ниәттән кире һүрелтеү, дүндереү. □ Отговорить. Ситкә китеү ниәтенән ҡайтарыу.
6. Килгән ерҙән кирегә бороу; кире ҡағыу. □ Отбивать, отражать что. Атаканы ҡайтарыу. Ҡайтара һуғыу. М Салауат дауҙы ҡайтарған, Салауат яуҙы айҡаған. Ш. Бабич. Башҡорт иле, афәт килгәнен хәбәр итеп, батыр улдарын яу ҡайтарырға саҡыра ине. Б. Рафиҡов. Фин һуғышы тигән ҡанлы яу барған, ти, ул яҡта; илдең бөтә ыласын егеттәре, ҡулға ҡорал тотоп, ҡара яуҙы ҡайтарырға ташланған. Й. Солтанов. • Күмәкләгән яу ҡайтарған. Мәҡәл. Ҡорҙан ҡоро ҡалғансы, яу ҡайтарып, ярлы ҡал. Мәҡәл. Күмәк көс тау атҡарыр, күмәк кеше яу ҡайтарыр. Мәҡәл.
7. күсм. Ниҙеңдер тәьҫирен бөтөрөү. □ Отворот. Сихыр ҡайтарыу. Күҙ тейеүҙе ҡайтарыу.
8. Алған нәмәне кире килтереү, кире биреү. □ Возвратить, вернуть. Ҡулъяҙманы ҡайтарыу. Бурысты ҡайтарыу. М Мө-һөйә, ыңғыраша-ыңғыраша, сәйен эсеп, сынаяғын түңкәрҙе лә, өлөшөнә тейгән картуфҡа ҡағылмайынса, кире ҡайтарҙы. Я. Хамматов. • Бер биргән бүләкте кире ҡайтарып алмайҙар. Әйтем.
9. Ҡаршы яуаплау, яуап итеү. □ Отвечать, ответить. Ҡайтарып әйтеү. М Ағаһы өсөн яуапты Насип ҡайтарҙы: «Тән сыныҡтыра бит ул, әсәй. Вәзир ағайым баһадир кеүек көслө буласаҡ». М. Кәрим. Ҡолсобай, кейенеп бөтөп, ишектән сығып китер алдынан ғына яуап ҡайтарҙы. Я. Хамматов.
10. Кемдеңдер эш-ҡылығына ни менәндер яуап биреү. □ Отплатить, возместить стоимость чего', отблагодарить. Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән ҡайтарыу. Һый-хөрмәтте ҡайтарыу. • Яҡшыға яҡшылыҡ ҡылһаң, бише менән ҡайтарырһың. Мәҡәл.
112