ҠАЙТЫМ ЙҮНӘЛЕШЕ
11. Яуап рәүешендә ниҙер ҡылып, ҡәнәғәтләнеү тойғоһо кисереү. □ Отомстить. Үсте ҡайтарыу. Ҡон ҡайтарыу. М Ниғмәтулланың малайға яуызлыҡ эшләргә теләгәнен белеп, Ҡолсобай асыуланды: .. ҡыуаз ҡайтарыу егетлек ту гел. Я. Хамматов.
12. Кирегә бөкләү, ҡаршыға өйләндереү. □ Отворачивать, загибать, заворачивать, задирать что. Еңен ҡайтарыу. Яғаһын ҡайтара тошто. М Башымдағы аҡ ҡалпаҡты ел ҡайтарып төшөрҙө. Халыҡ йырынан.
13. Үткер ҡоралды үтмәҫләү, йөҙөн тупаҫландырыу. □ Тупить, затупить. Бәкенең йөҙөн ҡайтарыу. Салғының йөҙөн ҡайтарыу.
14. кусм. Килтереп бәйләү, төкәтеү. □ Сводить к чему, на что. М [Ҡасим:] Геолог бурысын йөҙәр битләп ҡағыҙ бысратыуға ҡайтарып ҡалдырыусылыр, тип уйламағайным уның тураһында. Н. Мусин.
15. кусм. Тәүге хәлгә килтереү. □ Вернуть первозданный вид, состояние. Тәбиғәт матурлығын ҡайтарыу. Юғалған тереклекте кире ҡайтарыу. Я Разводящий Демьяновтың ҡалтырауыҡлы нескә тауышы, яңынан яңғырап килеп, ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы. М. Кәрим.
16. диал. Өйгә, торған ергә ниҙер ебәреү йәки алдырыу. □ Завозить, доставлять ку-да-л. // Завоз, доставка. Һалам-бесән ҡайтарыу. Урмандан утын ҡайтарыу. М һәр ағасты, оҙон арбаларға һалып, ауылға ҡайтарҙылар. М. Ғиләжев.
♦ Ҡайтара һуғыу шул уҡ кире һуғыу (ҡар. кире II). Эште ҡайтара һуғыу. Димләусене ҡайтара һуҡтылар.
ҠАЙТАУАЗ и. диал. ҡар. шаңдау II.
ҠАЙТАУАНЛАУ (ҡайтауанла-) (Р.: раздумать; И.: think differently; T.: caymak) ҡ.
Уйлаған уйҙан кире ҡайтыу, кире уйлау. □ Раздумать. Ҡайтауанлап йөрөу. Кәләш алыуҙан ҡайтауанлап йөрөй.
ҠАЙТАУЛАП (ҡайтаула-) ҡ. ҡар. ҡайтауыллау 1. Я Яугир булып батырлыҡтар ҡылырға хыялланған Миңлеғол, әсәһен тың
лай-тыцлай, тәуге ниәтенән ҡайтаулап, йырсының йә сәсәндең өҫтөнлөгө хаҡында уй йөрөтөргә тотона. Б. Рафиҡов.
ҠАЙТАУЫЛЛАУ (ҡайтауылла-) (Р: передумать; И.: rethink; change one’s mind; T: fikrinden caymak) ҡ.
1. Уйҙан, ниәттән кире ҡайтыу; кире уйлау. □ Передумать. Я Әңгәмә тамамланғанын белдереп, тағы икеһен дә ҡосаҡланы Рәмил. Килештерҙе, яраштырҙы булды инде ике яҡты. Шунда уҡ, мәсьәлә хәл ителгәнен, ҡайтауыллау юҡ икәнен аңғартып та ҡуйҙы. Д. Шәрәфетдинов.
2. диал. ҡар. ҡайтҡылау. Ауылға ҡайтауыллап йөрөйбөҙ.
ҠАЙТАУЫЛЛАШЫУ (ҡайтауыллаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡайтауыллау 1. взаимн. от ҡайтауыллау 1. Эшселәр ниәтенән ҡайтауыллаша башланы.
ҠАЙТҠЫЛАУ (ҡайтҡыла-) (Р: возвращаться время от времени; И.: return now and then; T.: vaktiyle dönmek) ҡ.
Йәшәгән, торған ергә һирәк-һаяҡ ҡайтып тороу. □ Возвращаться время от времени. Ауылға байрамдарҙа, ялдарҙа ҡайтҡылайым. К [Участковый] бындағы йортона йә ялға, йә аҙна араһында баҡсаһын һуғарырға ҡайтҡылай, ти, хәҙер. С. Шәрипов.
ҠАЙТМАЛЫ (Р.: повторный; И.: recurrent; T.: tekrarlanan) с.
1. диал. Ҡабатлап килеүсән, ҡабат башланыу сан (сир тураһында). □ Повторный, повторяющийся, хронический (о болезни). Ҡайтмалы сир. Ҡайтмалы тиф.
2. Тәүге хәлгә, күләмгә кире ҡайтыу-сан. □ Обратный, обратимый. Ҡайтмалы сиртмә. Ҡайтмалы ҡапҡа.
3. кусм. Асыуы тиҙ баҫылыусан. □ Отходчивый. Кенә ҡыумай ул, әйтмәле лә ҡайтмалы.
ҠАЙТЫМ ЙҮНӘЛЕШЕ (Р: возвратный залог; И.: reflexive voice; T.: dönüşlü fiil) и. лингв.
Процестың субъекттың үҙенә төбәлеүен, әйләнеп ҡайтыуын белдергән ҡылым фор
113