Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 114


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЙТЫМЛАУ
маһы. □ Возвратный залог. Ҡайтым йүнәлеше ҡылымы. Ҡайтым йүнәлеше нигеҙ ҡылымға -н, -ын/-ен, -он/-өн аффикстары ҡушылып яһала.
ҠАЙТЫМЛАУ (ҡайтымла-) ҡ. ҡар. ҡайтауыллау 1. Ниәттән ҡайтымлау. Уйынан ҡайтымлап йөрөй.
ҠАЙТЫМҺАҠ (Р.: отходчивый; И.: not bearing grudges; T.: kin tutmaz) c.
Асыуын тиҙ онотоусан, тиҙ ҡайтыу-сан. □ Отходчивый. Ҡайтымһаҡ кеше. Ҡайтымһаҡ бит әле үҙе. М Рамаҙан ҡыҙыуыраҡ холоҡло кеше ине, ләкин ҡайтымһаҡ булды. «Атайсал», 17 апрель 2012.
ҠАЙТЫМҺАҠЛАНЫУ (ҡайтымһаҡлан-) (Р.: проявлять отходчивость; И.: bear no grudge; T: kin tutmamak) ҡ.
Ҡайтымһаҡ булып китеү. □ Проявлять отходчивость. Йылы һүҙ ҡушһаң, ҡайтымһаҡлана.
ҠАЙТЫП БАРЫУ (ҡайтып бар-) (Р.: возвращаться; И.: be going home; T: dönmek) ҡ.
Тыуған, йәшәгән ергә килеү, барыу. □ Возвращаться, идти (домой в данный момент). Ашҡынып ауылыма ҡайтып барам.
ҠАЙТЫП БАРЫШЛАЙ р. ҡар. ҡайтышлай. ■ Муса, Мәскәүгә ҡайтып барышлай, Өфөгә һуғылып китергә булды. Я. Хамматов.
ҠАЙТЫП ЕТЕҮ (ҡайтып ет-) (Р: доехать, дойти; И.: get to; T: dönmek) ҡ.
Тәғәйенләнгән ергә барып етеү. □ Доехать, дойти. Өйгә ҡайтып етеү. Арып-талып ҡайтып етеү. Ҡайтып етеү менән хат яҙыу. М Бик оҙаҡ барғандан һуң бабай өйөнә ҡайтып еткән. Әбей уны түҙемһеҙлек менән ҡаршы алған. Әкиәттән. «Аҡшамға ҡалмай ҡайтып етермен, аш һалып тор. Бәлки, бер-ике кеше килер», — тип киткәйне Бикмырҙа. Ә. Хәкимов.
ҠАЙТЫП КИЛЕҮ (ҡайтып кил-) (Р: сходить, съездить (домой)', И.: travel home and back; T: gidip gelmek) ҡ.
1. Йәшәгән, торған, тыуған ергә ҡайтыу; ҡайтып әйләнеү. □ Сходить, съездить (домой). Ауылға ҡайтып килдек.
2. Йәшәгән, торған, тыуған ергә ҡайтыу. □ Возвращаться, вернуться, возвратиться домой. Һалдат тыуған яғына ҡайтып килә.
ҠАЙТЫП КИТЕҮ (ҡайтып кит ) (Р: уехать домой; И.: go home; T.: dönmek) ҡ.
Элекке торған урынға, йәшәгән ергә кире барыу. □ Уехать домой. Ауылға ҡайтып китеү. Иртәгә ҡайтып китеү. М Түҙемғол үҙенең иптәштәре менән, дейеүҙең урлап йыйған бөтә байлығын аттарына тейәп алып, тыуған илдәренә ҡайтып киттеләр, ти. Әкиәттән. Нәркәс менән икәүләп, Аҡбуҙатты менеп, Һәүбән иленә ҡайтып киткән, ти. Халыҡ ижадынан. Маһи башын баҫып ҡайтып китте. Ә. Хәкимов.
ҠАЙТЫП ТӨШӨҮ (ҡайтып төш-) (Р: прибыть, приехать; И.: arrive suddenly; T.: birdenbire gelmek) ҡ.
Торған, сығып киткән ергә ҡайтып инеү. □ Прибыть, приехать. Сит илдән ҡайтып төшөү. Мәскәүҙән ҡайтып төштө. М Алты көнлөк юлды үткәс, Ҡарабай үҙ ауылына ҡайтып төшә, ғаиләһен, борсолоп торған ырыуҙаштарын ҡыуандыра. Әкиәттән. Нуриханов .. ауыл хужалығы институтын тамамлап, тыуған районына ҡайтып төштө. Д. Бүләков. Ҡыңғырауҙар тағып пар атҡа, юл буйына көмөш моң сыңлатып, бер елдереп ҡайтып төшһәң ине беҙҙең яҡҡа, күркәм Баймаҡҡа! А. Игебаев.
ҠАЙТЫУ I (ҡайт-) (Р: возвращаться; И.: return; T.: dönmek) ҡ.
1. Торған, сығып киткән ергә кире килеү. □ Возвращаться, приходить, приезжать. Тыуған илгә ҡайтып әйләнеү. М Яуға ғына киткән Салауаттың атҡынайы ҡайтты, үҙе юҡ. Халыҡ йырынан. Ялан еркәйҙәрҙең кәкүге юҡ, үҙ Уралҡайыма ҡайтайым. Халыҡ йырынан. Бына шулай итеп, Шәрғиә, нисәмә йылдан һуң тыуған ауылына ҡайтып, усаҡ яңыртты. Ә. Хәкимов.
2. Ҡалдырған, туҡтаған эшкә, һүҙгә һ. б. кире әйләнеү. □ Вернуться, вновь приняться за что-л. Тарихҡа ҡайтыу. Темаға ҡайтыу.
114