Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 115


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЙТЫШЫУ
3. Тотонолған, алынған ерҙән кире ҡулға инеү, сығымдар ҡапланыу. □ Окупаться. Малсылыҡҡа туккән аҡса өс-дурт йыл эсендә икеләтә ҡайтты.
4. Кемдеңдер эш-ҡылығына ҡарата ни менәндер яуап бирелеү. □ Осуществить возмездие. // Возмездие. ■ [Бай:] Донъяныҡы донъяла ҡайтһын: бына һиңә ике һөйәк ит. Әкиәттән.
5. Ҡоралдың үткерлеге бөтөү, үтмәҫләнеү. □ Притупляться, затупляться. Салғының йөҙө ҡайтҡан. Йөҙө ҡайтҡан балта.
6. Нимәнеңдер билдәле бер кимәлдән кәмеүе; әҙәйеүе. □ Спадать, падать, убывать. Ажары ҡайтҡан. Аяҡтың шеше ҡайтҡан. Көндөң эҫеһе ҡайтҡан. Куҙ нуры ҡайтҡан. ■ Йылға был төштә әллә ни киң дә, тәрән дә тугел, әммә яҙғы ташҡын ҡайтып уҡ бөтмәгән, ялан аяҡ кисһәң, һалҡын һыу, уткер бысаҡ кеуек, телеп аласаҡ балтырҙы. Г. Яҡупова.
7. Яңынан тәүге хәлгә, тормошҡа килеү. □ Восстанавливаться. Тәбиғәткә матурлығы ҡайта.
8. кусм. Ниндәйҙер нөктәгә, урынға килеп төкәлеү, бәйләнеү. □ Сводиться к чему-л., выражаться в чём-л. ■ Беҙҙең бөтә фекер бер нәмәгә ҡайтып ҡала. Д. Юлтый.
9. кусм. Кире һүрелеү, кире сигенеү (фекерҙән, һуҙҙән һ. б.). □ Передумать. Ҡарарҙан ҡайтыу. Уйҙан ҡайтты.
10. диал. Үлеү, йән биреү. □ Умереть, скончаться. Мәңгелек йортона ҡайтты.
ҠАЙТЫУ II (Р.: возвращение; И.: return; T.: dönme) и.
Әйләнеп ҡайтыу. □ Возвращение. Кай-тыуға аш әҙерләу. Атай-әсәй ҡайтыуға өйҙө йыйыштырыу. ■ Көлдөксәгә ҡуйылған иҫке самауырҙа сәй ҡайнатып маташҡан әсә, улы ҡайтыуына ышанмай аптырап ҡараны. Я. Хамматов. • Касып китһәң дә, сәсеп кит, ҡайтыуыңа аш булыр. Мәҡәл.
ҠАЙТЫШ I (Р.: хуже; И.: worse; T.: daha kötü) с.
1. Сифат йәһәтенән сағыштырмаса түбән; насарыраҡ. □ Хуже. Ҡайтыш тугел.
*Үҙ ҡоралың яйлы, яу килгәндә, яттыҡынан ҡайтыш булһа ла. Р. Ғарипов.
2. Күләм-дәрәжә йәһәтенән сағыштырмаса кәм; әҙерәк, бәләкәйерәк, көсһөҙөрәк. □ Меньше. Бер илегә ҡайтыш. Купкә ҡайтыш. Быйыл бесән былтырғынан ҡайтыш. Уңыш быйыл ҡайтыш. ■ Кук толпар ғәҙәттәгенән ҡайтыш сапҡан. Әкиәттән. [Куҙыйкурпәс] көс яғынан уҙенән ҡайтышы-раҡ булғандарын инде юғары кутәреп, башы осонда бер нисә тапҡыр өйөрөлдөргәс кенә, ергә ырғытҡан. «Ҡуҙыйкүрпәс».
ҠАЙТЫШ II (Р: возвращение; И.: homecoming; T.: geri dönmek) и. һөйл.
Йәшәгән, торған ергә ҡайтыу. □ Возвращение домой. Өйгә ҡайтыш. Тыуған яҡҡа ҡайтыш.
ҠАЙТЫШЛАЙ (Р.: на обратном пути; И.: on one’s way home; T.: dönüşte) p.
Ҡайтып барған ыңғайҙа, ҡайтҡан юл ыңғайында. □ На обратном пути, при возвращении домой. Ауылға ҡайтышлай. Эштән ҡайтышлай магазинға инеу. ■ Сәғиҙулла ағай, ҡайтышлай миңә инеп, берәй сирек ҡымыҙ алып сыҡ. И. Насыри. Хисмәтулла, төрлө уйға сумып, эштән ҡайтышлай ҡабаҡҡа инеп барғанда, ҡапма-ҡаршы Сәй-фетдингә тап булды. Я. Хамматов.
ҠАЙТЫШТЫРЫУ (ҡайтыштыр-) (Р: приезжать изредка; И.: come home seldom; T.: vaktiyle eve dönmek) ҡ.
һирәк-һаяҡ ҡайтып тороу. □ Приезжать (домой) изредка. Ялда ҡайтыштырыу. Балалар ҡайтыштырып торалар.
ҠАЙТЫШЫУ (ҡайтыш-) ҡ.
1. урт. ҡар. ҡайтыу 1,10. взаимн. от ҡайтыу 1, 10. Тыуған илгә ҡайтышалар. Ниәттәренән ҡайтышалар.
2. Йыйылған ерҙән ҡайтырға таралыу. □ Расходиться. Уҡытыусылар ҡайтышып бөткән. Кунаҡтар ҡайтышып бөттөләр. М Ҡайтышырға ғына торғанда, таныш булмаған бер аҡһаҡалдың килеп төшөуен куреп, [ауыл халҡы] таралыуҙан туҡтап ҡала. «Ҡуҙыйкүрпәс».
115