Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 116


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЙҺЫ
ҠАЙҺЫ (Р.: какой?; И.: which?; Т.: hangi?) а.
1. һор. а. Күптең араһынан береһен айырып белергә теләгәндә исем алдына ҡуйыла. □ Какой? Ҡайһы ауыл? Ҡайһы китап? Ҡайһы эш? ■ [Урал батыр:] Бабай, Тереһыу шишмәһенә ҡайһы юл менән барырға? «Урал батыр». Парлап та ғына парлап ат ектергән, тимен, һай, турәкәй генәһе, ҡайһы илдәрҙән килгән был турә? Халыҡ ижадынан. [Ғәләу:] Ҡайһы ой уныҡы була? Мин уҙем барып киләйем. Б. Бикбай.
2. билдһ. а. Күптең араһынан айырым атап күрһәтелмәгән исем алдынан ҡуйыла. □ Какой, какой-либо, какой-нибудь. ■ Ҡайһы тау шишмәһенең ҡайҙан башланып, ҡайҙа барып ҡойоуына тиклем яҡшы белгән ул [егет]. Халыҡ ижадынан. • Ҡайһы ерең ауыртһа, йәнең шул ерҙә. Әйтем. Ел ҡайһы яҡҡа иҙһә, ҡамыш шул яҡҡа боролор. Мәҡәл.
3. билдһ. а. Нимәнелер яҡынса билдәләгәндә әйтелә. □ Иной, некоторый, какой-то. Ҡайһы кеше. Ҡайһы эш. ■ Шул кәбеҫтә һурпаһын кон дә берәр алабыҙ, ҡайһы кондө бик аҙ булһа, туйыр-туймаҫ ҡалабыҙ. Бәйеттән. Новиков ҡайһы мәлдә һис тормошҡа ашырырға мөмкин булмаған пландар уйлай. Д. Юлтый.
4. Тиң киҫәктәр менән ҡабатланып, «береһе», «икенсеһе» һ. б. мәғәнәһендә һанағанда ҡулланыла. □ Одни, некоторые. ■ Нефтселәр .. киске ялға сыҡҡан. Уларҙың ҡайһылары киноға инә, ҡайһылары, төркөм-төркөм булып эркелешеп, һөйләшә-көлөшә кинонан сыға. 3. Биишева. Тамаша ҡылырға яратыусылар әле бер урында мәргәндәрҙең сәпкә уҡ атыу ярышын куҙәтә, ҡайһылары еңел һөйәкле егеттәрҙең һырғауылға урмәләуен куҙәтә. Ғ. Хөсәйенов.
ҠАЙҺЫ БЕР (Р.: некоторый; И.: some; Т.: kimi) а.
Аранан бер нисә. □ Некоторый. Ҡайһы бер кешеләр. Ҡайһы бер ғалимдар. Ҡайһы бер һығымталар. ■ Юлсыларҙың ҡайһы берҙәре, хәл алырға тип, юлдан ҡайырылды. Я. Хамматов. Эш араһында ул
[Фәтиха] уҙенең уй-кисерештәрен, ҡайһы бер куҙәтеуҙәрен айырым дәфтәргә теркәп барырға булды. М. Ямалетдинов. Ҡайһы бер көндәрҙә көндөҙ һуғылған иген ваҡытында елгәртелеп бөтөлмәй ҡала. И. Насыри.
ҠАЙҺЫ БЕРҘӘ (Р.: иной раз; И.: at times; T.: bazen) p.
Ваҡыты менән, бәғзе бер ваҡыт. □ Иной раз, иногда. ■ Нурисламдың башҡорт икә-нен белгәс, Мәҙинә уға, ташлама яһап, ҡайһы берҙә татарса ла өндәшеп ҡуя. Ә. Хәкимов.
ҠАЙҺЫ БЕР ЕРҘӘ (Р.: кое-где; И.: here and there, at some places; T: yer yer) a.
Урыны-урыны менән, ара-тирә. □ Кое-где. Ҡайһы бер ерҙә ҡар ята. Ҡайһы бер ерҙә өйкөм генә сәскәләр уҫеп ултыра. Ҡайһы бер ерҙә йәш улән сыға.
ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР (Р.: кое-кто; И.: some people; T.: kimileri) a.
Айырым кешеләр, ҡайһы бер. □ Кое-кто. Ҡайһы берәуҙәрҙең иҫәпләуенсә. Ҡайһы берәуҙәр уйлауынса.
ҠАЙҺЫ ВАҠЫТ (Р.: иногда; И.: sometimes; T.: kimi kez / zaman) р.
Ҡайһы берҙә, ара-тирә; ҡайһы бер саҡта. □ Иногда. Ҡайһы ваҡыт килмәй. Я Өммикамал апайым тик ҡайһы ваҡыт, ҡысҡырып көлгәндә, бер ғәйебе сыҡҡан шикелле, кинәт туҡтап ҡала. М. Кәрим. Беҙҙең Ғилман Сәмерханович ҡайһы ваҡыт аҙналап куренмәй, яландан, фермаларҙан ҡайтып инмәй. Ай курҙе, ҡояш алды. Д. Бүләков.
ҠАЙҺЫ-ҠАЙҘА р. ҡар. кайһыһы-ҡай-ҙа. Ҡайһы-ҡайҙа таралышып бөткәндәр. Ҡайһы-ҡайҙа китеп бөткән.
ҠАЙҺЫ-ҠАЛАЙ р. ҡар. ҡайһыһы-ҡа-лай. Ҡайһы-ҡалай эшләп йөрөйҙәр.
ҠАЙҺЫЛАЙ (Р: как; И.: how; T: nasıl) а.
1. һор. а. Эш-хәрәкәттең нисек башҡарылыуын һорауҙы белдерә. □ Как? Каким образом? Ҡайһылай эшләргә? Ҡайһылай барырға? Ҡайһылай кейенергә?
2. билд. а. Билдәле бер сифаттың, эш-хәрәкәт йәки хәлдең юғары дәрәжәһенә һоҡланғанда, ғәжәпләнгәндә әйтелә; ниндәй. □ Как. Ҡайһылай һыуыҡ. Ҡайһылай
116