Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 117


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЙШАНЛАУ
ҡыҙыҡ. М Меңәрләгән ҡош, бөжәктәр, хайуандар тауышы өҙлөкһөҙ ишетелә. Ә сәскәләр менән биҙәлгән йәм-йәшел болондары ҡайһылай! Я. Хамматов.
ҠАЙҺЫЛАЙ ИТЕП (Р.: как; И.: in what way; T.: nasıl) a.
Эш-хәрәкәттең билдәләнмәгән башҡарылыу рәүешен белдерә; ни рәүешле, нисек, ни әмәл менән. □ Как, каким образом. ■ Гөлйөҙөм ул күлдәкте күрһәтергә еңгәләрен, әхирәт ҡыҙҙарын йыйҙы. Ҡайһылай итеп тегеү тураһында кәңәшләште, һ. Дәүләтшина. Уйға сумып, еләккә арбалып, Зилә ҡайһылай итеп сауҡалыҡ аша һөҙәктауға килеп сығыуын да абайламаған. «Шоңҡар», № 4, 2009.
ҠАЙҺЫЛЫР я. ҡар. ҡайһы 3. Ҡайһылыр минутта. ■ Ҡайһылыр бер яманы күл тыҡрығындағы тәрән ҡоҙоҡҡа бесәй балаһы ташлап киткән. М. Кәрим.
ҠАЙҺЫНЫҺЫ а. ҡар. ҡайһыһы. Ҡайһыныһы матурыраҡ? Ҡайһыныһы нығыраҡ килешә?
ҠАЙҺЫ САҠ р. ҡар. ҡайһы берҙә. М Дошман кейә ҡайһы саҡта дуҫ битлеген. Эшләп йөрөй һиҙҙермәйсә бар этлеген. С. Миңлебаева. Ауыл тулы — тол ҡатын. Уларҙың күптән уңып, иҫкереп бөткән яулыҡтарын сөйөп бәйләп, яурындарына һәнәк, тырма йәки салғы күтәреп, уй-хәсрәткә батып эшкә йөрөгәнен дә йыш күҙәтте Яңғыҙ сағыл. Ҡайһы саҡ Ҡоро Ҡүндерәк туғайында бесән сабып, күбәләргә һалғанда йырлап та ебәрер ине меҫкенкәйҙәр. М. Хужин.
ҠАЙҺЫҺЫ (Р.: который; И.: which; that; T.: hangi) a.
1. hop. а. Күптең араһынан берәүҙе айырып күрһәткәндә ҡулланыла. □ Который? Какой из них? Ҡайһыһы матурыраҡ?
2. билдһ. а. Күптең араһынан берәүҙе айырып ҡына белмәгәндә ҡулланыла. □ Который, кто (из числа нескольких). ■ Уларҙың [баҫыуҙарҙың] ҡайһыһы һөрөлгән, ҡайһыһында көҙ сәсеп ҡалдырған арыш ҡурпыһы йәм-йәшел келәм булып
йәйелепята. һ. Дәүләтшина. • Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта. Мәҡәл.
ҠАЙҺЫҺЫ-ҠАЙҘА (Р: где угодно; И.: anywhere you like; T.: hangisi nerede) р.
Теләһә ҡайҙа. □ Где угодно. Ҡайһыһы-ҡайҙа таралыу. Ҡайһыһы-кайҙаятыу. Ауылдан һуғышҡа киткән ир-аттың ҡайһыһы Украинала, ҡайһыһы Польшала, ҡайһыһы-ҡайҙа ятып ҡалды.
ҠАЙҺЫҺЫ-ҠАЛАЙ (Р: всячески; И.: in every manner; T.: her türlü) р.
Төрлөһө төрлөсә. □ Всячески, по-всякому. Ҡайһыһы-ҡалай тәгәрәп йоҡлап ята. Юлсылар арығайны, шуға ҡайһыһы-ҡалай йоҡлай ине.
ҠАЙШАЙЫУ (ҡайшай-, ҡайшая) ҡ. диал. ҡар. ҡайҡайыу. Ҡайшайып сығып баҫҡан. Ҡайшайып ултыра.
ҠАЙШАЛАНЫУ (ҡайшалан-) (Р: вихлять; И.: reel; T.: sallanmak) ҡ. диал.
1. Ҡайҙа барырға белмәй, тегеләй-былай тайпылыу. □ Вихлять, шататься, пошатываться, покачиваться. Ат ҡайшаланды ла китте.
2. күсм. Һылтау табып, ситләшергә тырышыу. □ Уклоняться. Минең менән бармаҫҡа ҡайшалана ул.
ҠАЙШАЛЫУ (ҡайшал-) ҡ. диал.
1. ҡар. тайпылыу. ■ Юл тауҙарға барып еткәс, тағы уңға борола, һулға ҡайшала. А. Таһиров.
2. ҡар. ҡайҡайыу. Артҡа ҡайшалыу.
3. ҡар. ҡаймығыу. Аяғы һынмаған, ҡай-шалған ғына.
Ҡ АЙШАН Д АУ (ҡайшанда-) ҡ. диал. ҡар. ҡайшанлау.
ҠАЙШАНЛАУ (ҡайшанла-) (Р: вертеться; И.: reel; hobble; T: dönmek) ҡ.
1. Ян-яҡҡа борғоланыу. □ Вертеться, вихлять, шататься, пошатываться, покачиваться. Ҡайшанлап атлау. Ҡайшанлап сығып китте.
2. күсм. Эш, йомоштан ситләшергә тырышып борғоланыу. □ Уклоняться. Йомоштан ҡайшанлау. Эшләгеһе килмәй ҡайшанлай. Бармаҫ осон ҡайшанлай.
117