Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 118


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЙЫҘ
ҠАЙЫҘ (Р.: кора; И.: bark; T.: soymuk) и.
1. Йәш тал, йыла, ҡараманың һыҙырып алған ҡабығы. □ Кора (ивы, ильмы или молодого вяза). Ҡайыҙ алып ҡайттыҡ. Малға ҡайыҙ ташыйҙар.
2. диал. Күшкә. □ Луб, лубок. Ҡайыҙ һыҙырыу. Ҡайыҙ ҡуптарыу.
ҠАЙЫҘЛАНЫУ (ҡайыҙлан-) ҡ. төш. ҡар. ҡайыҙлау 1—3. страд, от ҡайыҙлау 1—3. Ҡайыҙланған ағас.
ҠАЙЫҘЛАТЫУ (ҡайыҙлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡайыҙлау 1—3. понуд. от ҡайыҙлау 1—3. Мин һеҙҙе ҡайыҙлатырмын.
ҠАЙЫҘЛАУ (ҡайыҙла-) (Р: сдирать кору; И.: bark, strip off; T.: soymak) ҡ.
1. Ҡабығын һыҙырыу, әрсеү (ағастың). □ Сдирать, обдирать, снимать кору, луб; окорка. Ағасты ҡайыҙлау. ■ Урманға килгән дә был [Алдар], бер ағасты йығып, ҡайыҙлай ғына башлаған икән, ҙур ғына бер шайтан килеп сыҡҡан. Әкиәттән.
2. кусм. Ныҡ итеп тиргәү, әрләү; сыбыртҡы йә сыбыҡ менән туҡмау; сыптырыу. □ Ругать кого-л., стегать, хлестать. Арҡаны ҡайыҙлау. ■ Бындай ваҡытта уға [баярға] һуҙ ҡушырға ярамағанды Алтынбай бик яҡшы белә, сыбыртҡыһын тартып алып, арҡа буйыңды ҡайыҙлауҙан да тартынып тормай торған. 3. Ураҡсин.
3. кусм. Көслөк, мутлыҡ менән мал-мөлкәт йолҡҡолау, талау. □ Обирать, обобрать. Я [Ғиззәт:] Становой өсөн Мо-ҡай кеҫәһен ҡайыҙлау батшаны яҡлауға ҡарағанда ла файҙалыраҡ ул. X. Ибраһимов.
ҠАЙЫҘЛАУСЫ (Р: окорщик; И.: one who strips off bark; T.: ağacın kabuğunu soyan kimse) и.
Ағастың ҡабығын һыҙырыусы. □ Окорщик. Ҡайыҙлаусылар ҡабыҡ ҡуптаралар. Ҡайыҙлаусыға ярҙам итеу.
ҠАЙЫҠ (ҡайығы) (Р: каюк; И.: boat; Т.: kayık) и.
1. Таяҡ менән этеп йөрөтә торған, ырып яһалған боронғо бәләкәй еңел кә-мә. □ Каюк, маленькая долблёная лодка. Ҡайыҡ яһау. Һыуға ҡайыҡ төшөрөу. • Хан
ҡаршында ғәйебең булһа, ҡара ерҙән ҡайыҡ тарттырыр. Әйтем.
2. Ишкәкле кәмә. □ Лодка с вёслами. ■ Ҡайыҡ менән һыуҙа йөрөһәң ишкәк ишеп, шатлыҡтары йәндәреңдән китә кисеп. М. Ғафури. Башҡорттар болғар баҙарҙары менән ҡыҙыу сауҙа иткәндәр, килешеу буйынса, Оло Иҙел аша ҡайыҡтарҙа төшөп, далалар буйлап каруан юлы менән алыҫ илдәргә — Византияға, Әрмәнстанға, Руми илдәренә лә барып сыҡҡандар. Ғ. Хөсәйенов.
ҠАЙЫҠЛЫ (Р: имеющий лодку; И.: with a large boat; T.: kayikh) c.
Ҡайығы булған. □ Имеющий лодку. • Ҡәмәле килһә, ҡайыҡлы ҡасыр. Мәҡәл.
ҠАЙЫҠСЫ (Р.: лодочник; И.: boatman; T.: kayıkçı) и.
Ҡайыҡ йөрөтөүсе. □ Лодочник.
ҠАЙЫЛЫУ (ҡайыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡайыу, страд, от ҡайыу. Ҡайылған тубәтәй. Ҡайылған кулдәк. Н Атта йән фарман сабып килешләй таҡтаны утә атҡан уҡсыға буләк итеп көмөш уҡа менән ҡайылған, хаҡы ун биш һарыҡлыҡ ҡалта бирелергә тейеш. «Ҡуҙыйкүрпәс».
ҠАЙЫМЛАШЫУ (ҡайымлаш ) (Р: сопротивляться; И.: resist; T.: direnmek) ҡ. диал.
Телләшеү, ҡаршылыҡ күрһәтеү, ныҡ тартышыу. □ Огрызаться, сопротивляться, ссориться, скандалить. Бармайым тип ҡайымлаша.
ҠАЙЫН I (Р: берёза; И.: birch; T: huş) и.
1. бот. Беше аҡ ҡабыҡлы, япраҡлы ағас. □ Берёза. / Берёзовый (лат. Betuld). Яңғыҙ ҡайын. Ҡуш ҡайын. Ҡайын ултыртыу. Ҡайын ҡумта. Ҡайын утын. ■ [Ҡайынды] кеше нисек кенә ҡулланмай! Меңәр йылдар элек ҡайын сыраһы яҡтыртып, туҙында тарих биттәрен яҙҙылар, сағыу эҙҙәрен ҡалдырҙылар, ҡышҡы һыуыҡтарҙа йылыта, ҡайын бөрөһө, ҡайын бәшмәге, һуты, дегете, һағыҙы бик куп кәрәкле матдәләр туплап кешене һауыҡтыра, «һаҡмар», 24 апрель 2012. Тулҡынлана, шаулай аҡ ҡайын, толомдарын елгә туҙҙыра. Р. Ғарипов.
118