ҠАЙЫН ЕЛӘГЕ
2. миф. Мифлаштырылған изге ағас.
□ Берёза (мифологизированное дерево, первопредок, священное родовое дерево). Ҡайын — ҡайғылы ағас. Мең ырыуының ағасы — ҡайын. • Яңғыҙ ҡайынға ҡош ҡунмаҫ. Мәҡәл.
ҠАЙЫН II и. диал. ҡар. ҡайны.
ҠАЙЫН АЛҠАҺЫ (Р.: берёзовые серёжки; И.: birch catkin; T.: tırtılsı) и. бот.
Ҡайын ағасының һалынып торған сәскә бөрөһө. □ Берёзовые серёжки. Н [Тейендәр] көҙҙән ҡыуыштарына тубырсыҡ, ҡайын алҡаһы йыялар. Сәтләуекте бигерәк ярата инде улар, ашап та, ҡышҡылыҡҡа тип ташып та бер булалар. Г. Яҡупова.
ҠАЙЫНАТАг/. диал. ҡар. ҡайната.
ҠАЙЫН БЕСЕКӘЙЕ (Р.: берёзовая почка; И.: birch-tree bud; T.: huş ağacı tomurcuğu) и. бот. диал.
Ҡайын бөрөһө. □ Берёзовая почка. Ҡайын бесекәйен киптереу. Ҡайын бесекәйенән төнәтмә.
ҠАЙЫНБИКӘ (Р: старшая золовка; свояченица; И.: elder sister-in-law; T.: görümce) и.
1. Ирҙең апаһы (ҡатынына ҡарата).
□ Старшая золовка. Ҡайынбикәне саҡырыу. Ҡайынбикәне ҡотлау. Апһын, һыйлым, бикәс, балдыҙ, ҡайынбикә — халыҡ телмәренән төшөп барыусы өндәшеу формалары. М Ҡайынбикәнең хәле тағы ла ауырайҙымы әллә? — Асылып ябылған ишек төбөндә Гөльямалдың тауышы ишетелде. Я. Хамматов.
2. Ҡатындың апаһы (иренә ҡарата).
□ Старшая свояченица. Ҡайынбикәне шаяртыу. Ҡайынбикәне ҡотлау.
ҠАЙЫН БӨРӨҺӨ (Р: берёзовая почка; И.: birch bud; T.: huş ağacı tomurcuğu) и. бот.
Ҡайындың япраҡҡа тумалған бәбәге.
□ Берёзовая почка. Ҡайын бөрөһө йыйыу. Ҡайын бөрөһө төнәтмәһе.
ҠАЙЫН БӘШМӘГЕ (Р: подберёзовик; И.: brown mushroom; T.: mantar) и. биол.
1. Ҡайын урманында (ҡайынлыҡта) үҫкән көңгөрт һоро ҡалпаҡлы, аҫты күҙәнәкле
ашарға яраҡлы бәшмәк. □ Подберёзовик, берёзовик (лат. Leccinum). М Аҡ бәшмәк, майлы бәшмәк, уҫаҡ, ҡайын, көләпә бәшмәктәре кәмендә 20минут бешерелә. «Йәшлек»,
20 август 2011.
2. Ҡайын һәм ерек олононда үҫеүсе ҡара төҫтәге бәшмәк; ҡыуау. □ Чага, берёзовый гриб (лат. Inonotus obliquus). К Ҡайын бәшмәген борон-борондан халыҡ медицинаһында яман шеш, ашҡаҙан ауырыуҙарын дауалау өсөн файҙаланғандар. Уны ҡартайған, әммә тере ҡайындарҙан ғына йыялар. «Йәшлек»,
21 апрель 2009. Ҡуҙеккән баланы артыш, ҡайын бәшмәге, мәтрушкә йә куҙе тейгән кешенең һурентеһе менән ыҫлағандар. Ф. Хисамитдинова.
ҠАЙЫНГӨЛ и. бот. ҡар. ҡайын гөлө. Ҡайынгөл уҫтереу.
ҠАЙЫН ГӨЛӨ (Р: комнатная берёзка; И.: decorative birch species; T: fındık çiçekleri) и. бот.
Япраҡтары ҡайындыҡына оҡшаш ҡаты һабаҡлы аҡ сәскәле бүлмә гөлө. □ Комнатная берёзка (комнатное растение) (лат. Cissus). Ҡайын гөлөн уҫтереу. Ҡайын гөлөнә һыу һибеу.
ҠАЙЫН ДЕГЕТЕ (Р.: дёготь берёзовый; И.: sort of pitch; T.: huş ağacı katranı) и.
Ҡайын туҙынан ҡайнатылып алынған дегет. □ Дёготь берёзовый. ■ [Әхмәди] биш батман ҡайын дегете килтерергә вәғәҙә итте. Ж. Кейекбаев. Ҡайын дегете ҡайнатыу өсөн һыу һәм ҡайын туҙы кәрәк. «Урал», 27 сентябрь 2010. Аттар, туғарып, һолоға ҡушыла, арба тәгәрмәстәре, уткер еҫле ҡайын дегетенә майланып, иртәнге сәфәргә көйләнә. Й. Солтанов.
ҠАЙЫН ЕЛӘГЕ (Р.: земляника; И.: wild strawberry; T.: orman çileği) и. бот.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, ҡайын урманында үҫкән, өсәр япраҡлы, тәпәшәк һабаҡлы, аҡ сәскәле алһыу ҡыҙыл төҫтәге хуш еҫле оҙонсараҡ еләк. □ Земляника. / Земляничный (лат. Fragaria). Хуш еҫле ҡайын еләге. Ҡайын еләгенән ҡайнатма. ■ һаҙауыл битенә төшһәк, ҡыҙыл
119