ҠАЙЫН ИТЕ
бөрлөгән менән ҡайын еләге, ҡыҙыл сапан япҡандай ҡыҙарып, куҙҙең яуын алып ята. И. Ғиззәтуллин.
ҠАЙЫН ИТЕ (Р.: камбий берёзовый; И.: birch cambium; T.: huş ağacı kambiyumu) u. бот.
Ҡайындың туҙы аҫтындағы йомшаҡ ҡатлам. □ Камбий берёзовый. Ҡайын итен һурыу. Ҡайын итен ҡырыу. ■ Яҙ ҡайын итен ҡырып ашай торғайнылар. Экспедиция материалдарынан.
ҠАЙЫНЙЕҘНӘ (Р.: супруг старшей сестры мужа; И.: kind of male relatives; T: enişte) и.
Ирҙең апаһының ире. □ Супруг старшей сестры мужа. Ҡайынйеҙнә килеу. Ҡайынйеҙнә менән курнис биргәс кенә һөйләшергә ярай.
ҠАЙЫНЙЕҢГӘ (Р: супруга старшего брата жены; И.: sister-in-law; T.: yenge) и.
Ҡатындың еңгәһе (иренә ҡарата). □ Супруга старшего брата жены. Ҡайынйеңгәне шаяртыу. Ҡайынйеңгәне ҡотлау. ■ Заһит көнө буйы ҡайынйеңгәләре менән өйҙән өйгә йөрөп ҡунаҡ булды. һ. Дәүләтшина.
ҠАЙЫН КИМЕГЕ и. диал. ҡар. ҡайын ите.
ҠАЙЫНЛЫҠ (ҡайынлығы) (Р: березняк; И.: birch growth; T.: huş ormanı) и.
Өйкөлөшөп ҡайын үҫкән ер. □ Березняк. Ҡайынлыҡҡа барыу. ■ [Гаңдыса] өйкөм-өйкөм уҫкән ҡайынлыҡтарҙы, һирәк-һаяҡ ҡарағаслыҡ, ваҡ бешәлектәрҙе утеп, йыуан уҫаҡлыҡты, ҡарағай урманды эргәләп бара-бара, бер үҙәктең башына килеп сыға. Халыҡ ижадынан. Ҡәңәш урыны Санъярҙың мәсет аръяғындағы һыртта, ҡайынлыҡта билдәләнде. 3. Ураҡсин.
ҠАЙЫН МАЙЫ и. диал. ҡар. ҡайын һыуы. Ҡайын майы йыйыу. Ҡайын майы эсеу.
ҠАЙЫНМӘШКӘ и. биол. диал. ҡар. ҡайын бәшмәге 2. Ҡайынмәшкә ҡайнатыу.
ҠАЙЫН ОРОҺО (Р: берёзовый кап; И.: birch growth; T.: huş ağacı uru) u.
Ағастың олононда үҫеп сыҡҡан оро. □ Берёзовый кап, нарост. Ҡайын ороһонан
художестволы әйберҙәр. Ҡайын ороһон соҡоп эшләнгән туҫтаҡ. М Ҡупселектпә ҡайында осраған ороно ла ҡайын бәшмәк (чага) тип уйлайҙар. «Йәшлек», 21 апрель 2009. Ҡулдарҙа — ҡайындан эшләнгән, башы кәксәйеп торған сәкәндәр, уйынды башлап ебәрәсәк команданың башлығы алдында — шулай уҡ ҡайын ороһонан эшләнгән, куп һуғыуҙан шымарып бөткән ҡуш йоҙроҡ ҙурлыҡ туп. Н. Мусин.
ҠАЙЫН СӘЙЕ и. биол. диал. ҡар. ҡайын бәшмәге 2. Ҡайын сәйе ҡайнатыу.
ҠАЙЫН ТУҘЫ (Р: береста; И.: birch bark; T.: huş ağacı kabuğu) u.
1. Ҡайындың иң тышҡы ҡабығы. □ Береста. / Берестовый. Ҡайын туҙы һыҙырыу. Ҡайын туҙынан күнәк. Ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатыу. ■ Ҡәртә эсендә лә ҡаҙанлы усаҡ сығарылған. Ғәҙәттә, ул ҡаҙанда фәҡәт һыйыр һөтөн ҡайнаталар, һөттән ҡаймағы ҡалыныраҡ булып ултырһын өсөн, ҡаҙан аҫтына ҡарт ҡайындың суғырмаҡлы туҙын яндырып ҡайнаталар. Я. Хамматов. • Ҡайын йәме туҙ менән, икмәк тәме тоҙ менән. Мәҡәл. Ҡайын туҙына маһайыр, имән уҙенә маһайыр. Мәҡәл.
2. миф. Мифлаштырылған предмет.
□ Береста (мифологизированный предмет). ■ Ҡайын туҙына «Аятел көрси» яҙылған, тапарға ярамай. Экспедиция материалдарынан.
ҠАЙЫНҺЕҢЛЕ (Р: золовка; И.: sisterin-law; T.: görümce) и.
Ирҙең һеңлеһе (ҡатынына ҡарата).
□ Золовка (младшая сестра мужа). Ш [Хөппөниса] иренең өйөнә йыйылған ҡайынһеңлеләренә — йөҙөк, тәңкә, еп, ә ҡәйнештәренә янсыҡ таратты. Я. Хамматов.
ҠАЙЫН ҺЫРҒАҺЫ и. бот. ҡар. ҡайын алҡаһы.
ҠАЙЫН ҺЫУЫ (Р: берёзовый сок; И.: birch-tree sap; T.: huş ağacı suyu) и.
Иртә яҙ ҡайындан алына торған татлы һут. □ Берёзовый сок. Ҡайын һыуына барыу. Ҡайын һыуы йыйыу. ■ Ҡайын һыуы — Ер-әсәнеңһөтө,ҡарһыуыныңтатлы
120