Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 121


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЙЫРЫЛЫШ
ҡаймағы, ожмах ғәмен таты, тигән төҫлө кешелеккә яҙҙың айҙары. «Ағиҙел», №4, 2012. • Ҡайын һыуы бал булмаҫ, ҡайғы йөрәккә ял булмаҫ. Мәҡәл.
ҠАЙЫР I (Р.: кора; И.: bark; T.: soymuk) и.
Ағастың һыҙырып алынған ҡаты ҡабығы. □ Кора, луб. ■ [Ниғмәтулла] киле өҫтөндә арҡыс-торҡос эленеп торған һалабаш ҡатыш ҡайыр араһына йәшеренде. Я. Хамматов. Садрый, һәргәүе менән ҡайырҙы ярып, һалабашын ҡуптарып ала. Н. Мусин.
ҠАЙЫР II (Р.: сильный; И.: strong; Т.: güçlü) с. диал.
Көслө, ҡыйыу. □ Сильный, смелый. Йәштәр ҡайыр була. Ҡайыр егет.
ҠАЙЫРҒЫ ЛАУ (ҡайырғыла-) ҡ. ҡар. ҡайырыу 1. Ҡапҡаны ҡайырғылау. Ишекте ҡайырғылап бөтөү.
ҠАЙЫРҒЫ и. диал. ҡар. ҡайырғыс.
Ҡайырғы менән ишекте асыу.
ҠАЙЫРҒЫС (Р: крутило; И.: kind of lever; T.: manivela) и.
1. Ниҙелер ҡайырғанда, шаҡарғанда ҡулланылған ағас йәки тимер. □ Крутило. Ишекте ҡайырғыс менән ҡайырыу. ■ Ғүмере буйына тәүҙә цифр-һандар менән, ә артабан йоҙаҡ ҡайырғыс шөшлө һәм хәнйәр менән генә эштәр ҡылғас ни, күңелендә кәрәкле һүҙҙәр ҙә ҡалмаған. Й. Солтанов.
2. Бысҡының тештәрен ике яҡҡа айыра торған ҡорал. □ Разводка, разводной ключ. Ҡайырғыс менән төҙәтеү.
ҠАЙЫРСАҠ (ҡайырсағы) (Р: наст; И.: thin crust of ice over snow; T.: köreşe) и.
Өҫтө боҙланып туңған көрт. □ Наст. Ҡар ҡайырсағы. Ҡайырсаҡтан атлап булмай.
ҠАЙЫРТ (Р: куча гнилых веток; И.: pile of rotten branches; T.: çürük budaklar yığını) и. диал.
Ерҙә сереп ятҡан ботаҡтар өйөмө. □ Куча гнилых веток. Ҡайырттан таҙартыу.
ҠАЙЫРТТЫРЫУ (ҡайырттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡайыртыу, понуд. от ҡайыртыу. Йоҙаҡты ҡайырттырыу.
ҠАЙЫРТЫУ (ҡайырт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡайырыу 1. понуд. от ҡайырыу 1. Ишекте ҡайыртып астырыу.
ҠАЙЫРЫ I и. диал. ҡар. ҡайыр I. Имән ҡайырыһы. Эт муйылы ҡайырыһы. Ш Ҡаршылағы имән ҡайырыһын тик дауылдар ғына ҡайырған. Т. Йосопов.
ҠАЙЫРЫ II (Р: кожаный; И.: leather; Т.: deri; kösele; meşin) с.
Иләнгән тиренән тегелгән. □ Кожаный. ■ Завод егеттәре күбеһе ҡыҫҡа һырманан, башҡорттар — ҡыптыр тунлы. Бәҙерғолда ғына ҡайыры тун ине. Ғ. Хөсәйенов.
ҠАЙЫРЫҠ (ҡайырығы) и. диал. ҡар. ҡайыр I. • Ашамаған арғымаҡ ҡайырыҡҡа моң булыр. Мәҡәл.
ҠАЙЫРЫЛЫУ (ҡайырыл-) ҡ.
1. төш. ҡар. ҡайырыу, страд, от ҡайырыу. Ҡулы ҡайырылған. Аяғы ҡайырылып китте. ■ Ҡарлуғастың, меҫкенкәйҙең, ҡанаты ҡайырылған. Халыҡ йырынан. • Айырылғандың ҡанаты ҡайырылған. Мәҡәл.
2. Саңҡайып боролоу, башты бороу. □ Повернуться, поворачивать голову. Ҡайырылып ҡарау. Ҡайырылып ҡул болғау. ■ Бағам әле ҡайырылып ғүмерем үҙәненә. Т. Йосопов.
3. Тура барған ерҙән йүнәлеште ҡырҡа үҙгәртеү, ситкә боролоу. □ Поворачивать, сворачивать. Һуҡмаҡтан ҡайырылды. Оло юлдан ҡайырылыу. Тыҡрыҡҡа ҡайырылыу. ■ [Сания] бүтән бер һүҙ әйтмәй барҙы-барҙы ла, ҡапыл ситкә ҡайырылып, ҙур ғына өйҙөң ҡапҡаһынан инеп тә китте. Т. Ғиниәтуллин.
4. Нығытылған, беркетелгән нәмәнең ҡубып сығыуы. □ Выворачивать; выворотить, выставлять, вынимать что-л. Күгәне ҡайырылды. Тәртәһе ҡайырылып сыҡты.
5. күсм. Ныҡ уңыу; ишелеп, емерелеп үҫеү. □ Уродиться много, обильно. Ҡайырылып уңған игендәр.
ҠАЙЫРЫЛЫШ с. диал. ҡар. урау 2. Юл ҡайырылыш булды.
121