ҠАЙЫРЫМ
ҠАЙЫРЫМ (Р.: прокос; И.: strip of hay; T.: bir bölük ot biçme) u.
1. Бер салғы һелтәме менән сабылған буй. □ Прокос, покос, охват; ряд. Ҡайырым башы. Ҡайырымдың осона сығыу.
2. Салғы менән сапҡанда ситкә ҡайырып, буйлатып һалып киткән өйөм. □ Покос. ■ [Хатип:] Бесәнде ҡарайта .. был ямғыр былай булһа. [Әҙһәм:] Сапҡан бесән ҡайырымда серей башланы инде. Ж. Кейекбаев.
3. диал. Уратым. □ Покос, охват. Уратым бесән. Бер уратым һалам.
ҠАЙЫРЫП АЛЫУ (ҡайырып ал-) (Р.: отобрать; И.: force away; T.: elinden almak) ҡ.
1. Көс менән еңешеп, кемдеңдер ҡулынан тартып алыу. □ Отобрать. Я Ҡуҙыйкурпәс уның [ирҙең] ҡулынан ҡылысын ҡайырып ала. «Ҡуҙыйкурпәс менән Маянһылыу». Хәҙер Нурихановтың бурысы — нисек тә булһа шул участканың бер нисә бригадаһын башҡалар өлгөргәнсе уҙенә ҡайырып алыу ине. Д. Бүләков.
2. Ҡуйылған, беркетелгән нимәнелер һурып, ватып алыу. □ Вынимать, отодрать что-л. Таҡтаны ҡайырып алыу. Ҡәртәне ҡаҙағынан ҡайырып алды. Я Армиянан ҡайһындай шәп һәнәргә өйрәнеп ҡайтҡан! .. Ҡеше йортон килеп баҫа, ишектәрен ҡайырып ала! — тип ярһыны Ғәйнулла. Й. Солтанов.
3. кусм. Күп, мул итеп аҡса эшләү, эш хаҡы алыу. □ Зарабатывать много. Кем уңған, тырыш, аҡсаны ҡайырып ала.
ҠАЙЫРЫП АСЫУ (ҡайырып ас-) (Р: выворотить; И.: open by force; T.: açmak) ҡ.
Киң итеп, төбөн шаҡарып асыу (мәҫәлән, ишекте, ҡапҡаны). □ Выворотить, открывать. Ишекте ҡайырып асыу. Йәшникте ҡайырып асыу. Я [Фәриҙә] бар көсөн һалып, ишекте ҡайырып асып, эскә утте. «Йәшлек», 11 март 2008.
ҠАЙЫРЫУ (кайыр-) (Р: закручивать; И.: twist off; T.: sökmek) ҡ.
1. Көс менән кире яҡҡа, ситкә ҡарай тартыу; шаҡарыу. □ Закручивать; вывёрты
вать. // Закручивание; вывёртывание. Ҡулдарын ҡайырып бәйләне. Я ]Бай — батшаға:] Бынау һалдаттарың ҡулдарымды ҡайырып имгәтте. Әкиәттән.
2. Саңҡайып боролоу, башты бороу □ Поворачивать, сворачивать, заворачивать. Башты артҡа ҡайырыу. Муйынды ҡайырыу.
3. Кирегә әйләндерел бөкләү. □ Заворачивать. Яулыҡты артҡа ҡайырып бәй-ләу. Я [Айбикә] аҫтындағы аласаһын мендәре өҫтөнө ҡайырып ҡапланы ла, бит-ҡулын йыуып, башындағы яулығын йунәтеп бәйләп, һыйыр һауырға сығып китте. Һ. Дәүләтшина. [Хәйретдин] иҙәнгә ту-шәлгән келәмгә баҫмаҫҡа тырышып, уның бер ситен ҡайырып һалды. Я. Хамматов.
4. Ситкә һелтәп килтереп, әйләндерел һалыу (бесәнгә ҡарата). □ Переворачивать (сено). Я Ҡайырып һалып атай бесән өйә, ниҙәр икән уның уйында? Ф. Мырҙабаева.
5. Нығытылған, беркетелгән нәмәне ҡуптарыу. □ Выворачивать; выворотить, выставлять, вынимать что-л. Ишекте ҡайырып сығыу. Кәртәне ҡаҙағынан ҡайырып алды. Таҡтаны ҡайырып ташлау.
6. кусм. һөйл. Күп итеп, умырып, айырып алыу. □ Охватить, брать много. Ҡайырып-ҡайырып икмәк телеу. Ҡайырып ашау. Я Повар оҙон һаплы һай ижау менән бутҡаны ҡайырып-ҡайырып һалды. М. Кәрим.
7. Хәрәкәттең йүнәлешен үҙгәртеү, бороу. □ Заворачивать, поворачивать, сворачивать (в сторону). Юлдан ситкә ҡайырыу. Я Ҡарабай, Сарыбай дошмандарының юҡҡа сығыуын кургәс, малды ҡайырып, йәйләугә табан ҡыуырға ҡуша, уҙе яраланып хәлдән тайған дуҫына ярҙамға ашыға. «Ҡуҙыйкурпәс». Ғәйзулла алға киткән быҙауҙарын йылға буйына ҡайырҙы, һәшкелдәп, һалабаштан ишкән оҙон сыбыртҡыһын шартлатты. Я. Хамматов. Аттарҙы тартып туҡтатырлыҡ тугел, хәҙер ситкә ҡайырһаң, сананы ағасҡа һуҡтырасаҡтар.
3. Ураҡсин. • Һөрәнләгән ҡыҙыл тел һөйгән
122