ҠАЙЫШ
йәрҙән айырған, һөйләй белгән сәсән тел яу килгәндә ҡайырған. Мәҡәл.
8. кусм. Хәстәрләү, ҡайғыртыу. □ Думать, заботиться о ком, о чём. Үҙ яғын ҡайырыу. Ҡайтыу яғын ҡайыра. Ҡалаға китеу яғын ҡайыра.
♦ Ҡайырып алғыһыҙ бик үҫкән, уңған (игенгә, уләнгә ҡарата). □ Обильно, в изобилии (о траве, хлебе). Бесән ҡайырып алғыһыҙ. Ашлыҡ уңған, ҡайырып алғыһыҙ.
ҠАЙЫҪМАҠ (ҡайыҫмағы) (Р.: плёнка на поверхности кипячёного молока; И.: film on boilt milk’s surface; T.: kaynatılmış sütün üzerindeki kaymak) и. диал.
Ҡайнатылған һөт өҫтөнә ултырған шекәрә; ҡаҫмаҡ. □ Плёнка на поверхности кипячёного молока. Сәйгә ҡайыҫмаҡ төштө. Ҡайыҫмағын алып ташлау.
ҠАЙЫТЫУ (ҡайыт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡайыу. понуд. от ҡайыу. ■ Аҡлы ситса кулдәгемде машинала ҡайытам. Халыҡ йырынан.
ҠАЙЫУ I (ҡайы-) (Р.: окаймлять; И.: hem, edge with; T.: zıhlamak) ҡ.
1. Кейем-Һалымдың ситенә икенсе төҫтән таҫма баҫыу йәки ситләтеп сигеү. □ Окаймлять, кантовать. // Окаймление, окантовка. М Алһыу ебәк таҫма менән ҡайыным әләмдәрен. Халыҡ йырынан.
2. Төрлө төҫтәге еп менән кейемгә, ҡаралдыға биҙәк тегеү; сигеү. □ Вышивать, вить, нашивать аппликации. Ҡейем ҡайыу. Ҡайыу-сигеу, балаҫ-келәм һуғыу, дебет шәлдәр бәйләу — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң таралған ижад төрө.
3. Буҫтауҙан ҡырҡып, кейем-һалымға биҙәк баҫыу. □ Нашивать аппликации. Ҡайып тегеу. Ҡайып матурлау. Ҡайып биҙәу. Серге тышты ҡайып тегәләр беҙҙә.
4. диал. Тегеү. □ Шить. Ҡулдәк ҡайыу. Ҡейем ҡайыу. Алъяпҡыс ҡайып бирҙем ҡайынһеңлемә.
ҠАЙЫУ II (Р: вышивка; И.: embroidery; T: nakış) и.
1. Кейемдең, ҡаралдының ситенә тотҡан таҫма йәки ситләтеп сиккән сигеү;
ҡайма. □ Вышивка, кайма. Таҫтамалдағы ҡайыу. ■ Әсәкәйем биргән алъябыу, ун ике лә төрлө ҡайыуы. Халыҡ йырынан.
2. Биҙәкләп ҡырҡып баҫылған буҫтау. □ Аппликации из сукна. Ҡулдәктең ҡайыуҙары матур килеп сыҡҡан. Арҡыры юрғанға ҡайыу һалынды.
ҠАЙЫУ III (Р: красное сукно; И.: red cloth; T: kırmızı çuha) и. диал.
Ҡыҙыл буҫтау. □ Красное сукно. Ҡайыуҙан аппликация. Йәшел еләнгә ҡайыу һалып бирҙем.
ҠАЙЫУЛЫ (Р: окаймлённый; И.: hemmed, edged with; T: zıhlanmış) c.
1. Ситләтеп таҫма баҫыулы, ситләтеп сигеүле. □ Окаймлённый. ■ Ҡайыулы туным, ай, иңемдә, ҡара ебәк билғау билемдә. Халыҡ йырынан.
2. Биҙәкләп тегеүле; сигеүле. □ Вышитый, с вышивкой. ■ Ҡыйыҡ яғалы, иҙеуе ҡайыулы аҡ кулдәк кейеп, билен суҡлы зинар менән быуған .. ине [Аллаяр]. Ф. Иҫәнғолов.
3. Биҙәкләп буҫтау баҫыулы. □ С аппликациями из сукна. Ҡайыулы сарыҡ. Ҡайыулы сәкмән. Ҡайыулы елән.
ҠАЙЫШ I (Р.: сыромять; И.: rawhide; T: ham deri) и.
1. Иләнгән сей күн һәм шул күндән булған әйбер. □ Сыромять. / Сыромятный. Ҡайыш дилбегә. Ҡайыш йугән. Ҡайыш сыбыртҡы. Ҡайыш биллек. ■ Шуны ғына көтөп торған бай Оморҙаҡты, тирегә төрөп, оҙон-оҙон итеп теленгән ҡайыш менән сырмап бәйләгән дә ташлаған, ти. Әкиәттән. Йылтырап торған ҡайыш сбруйҙар менән ҡупшы ғына кырандасҡа егелгән ала айғыр кулдең миңә ҡаршы яҡ ярынан тубән төшөп килә. Ф. Иҫәнғолов. Майлап ҡуйған ҡайыштай йыланы куп Уралтау. Халыҡ ижадынан. • Йукәне майлаһаң да ҡайыш булмаҫ. Мәҡәл.
2. Ниҙелер тағыу, нығытыу өсөн махсус яһалған бау. □ Ремень, ремешок. ■ Билкәйемде минең шул талдыра — ҡайыш баулы ҡылыс бәйләһәм. Халыҡ йырынан. Альгис саңғыһының ҡайышын йунәтеп эләктергән
123