ҠАҠ
ҠАЙЫШЛЫ (Р.: с ремнём; И.: with a belt; T.: kayışlı) с.
Ҡайышы булған. □ С ремнём. Ҡайышлы плащ. Яҫы ҡайышлы сумка. ■ Машинаның яҫы ҡайышлы тәгәрмәстәре дыуылдап әйләнәләр. Һ. Дәүләтшина.
ҠАЙЫШ САЙҘАУЫ (Р.: железная пряжка ремня; И.: iron clasp (of a belt)', T.: kayış tokası) и. диал.
Ҡайыш тимере. □ Железная пряжка ремня. Ҡайыш сайҙауы, менән эләктереү.
ҠАЙЫШТЫРЫУ (ҡайыштыр-) ҡ.
1. ҡар. ҡайыу I. Кейем ҡайыштырыу.
2. Баҫып һығылдырыу, эйелдереү. □ Делать прогибающимся; прогибать. Иҙән таҡтаһын ҡайыштырыу. Баҫманы ҡайыштырыу. Ағасты ҡайыштырыу.
ҠАЙЫШ ҺУҠҠЫС (Р.: молодёжная игра; И.: game of the young; T.: gençler oyunu) и. этн.
Йәштәр уйыны (барыһы ла ишләнеп ултыра; уйын башы, «күршең менән татыумы», тип рәттән һорап йөрөй; шунда берәү «татыу түгел», ти ҙә икенсе кешенең ишен һорай; ишен бирергә теләмәһә, наказ буйынса уйын башы уның усына ҡайыш менән һуға; шуға сыҙаһа — ише ҡала; сыҙамаһа — ишен алалар). □ Молодёжная игра. Ҡайыш һуҡҡыс уйнау. Йәштәр аулаҡта ҡайыш һуҡҡыс уйнай.
ҠАЙЫШЫУ (ҡайыш-) ҡ.
1. урт. ҡар. ҡайыу I. взаимн. от ҡайыу I. Күлдәген ҡайышып бирәйем.
2. Баҫымға һығылыу. □ Погнуться, поддаваться под тяжестью чего-л. Өйҙөң түбә таҡтаһы ҡайышҡан. Иҙән бер яҡҡа ҡайышҡан.
3. Билдән артҡа яҙылыу; ҡайҡайыу. □ Выгибаться, сгибаться назад. Ҡайышып илау. Бала ҡайышып илай.
4. күсм. Ҡайғырыу, әрнеү. □ Переживать, беспокоиться, волноваться. ■ Үлгән улым өсөн генә ҡайышам. Экспедиция материалдарынан. Рәүешле эш алып барырға ирек бирмәйҙәр, шуға Өмөтбайҙың эсе ҡайыша. Ғ. Дәүләтшин.
5. диал. Тығыҙ хәлгә килеү; бешегеү, бешеләнеү. □ Делаться прочным, крепким. Ҡайышҡан һөйән. Ҡайышҡан ағас. Ҡайышҡан бүрәнә.
ҠАҠ I (Р: голый; И.: naked; T: çıplak) с.
1. Бер нәмә лә үҫмәгән; таҡыр. □ Голый (лишённый растительного покрова). Как түбә. Как тау. ■ Алда ҡалҡҡан текә генә бер ҡаҡ арҡаға үрелгәндә, күсер аттарҙы үҙ яйына ебәрҙе, дилбегәне кузла башына ураны ла, оҙон ҡулдарын тубығына ҡуйып, уйға батты. 3. Ураҡсин. • Уңған бисә — аҡ бәхет, уңмаған бисә — ҡаҡ бәхет. Мәҡәл.
2. Сәсе булмаған, ялтыр. □ Без волос, лысый. Каҡ баш. Как башына тондороу. Каҡ маңлайына берҙе сәпәү. ■ Бер ҡаҙанда ҡаҙ башы, бер ҡаҙанда ат башы, йәп-йәш кенә кейәүемдең ялтырап тора ҡаҡ башы! Халыҡ ижадынан.
3. Бер ни түшәлмәгән, бер нәмә менән дә ҡапланмаған. □ Голый (ничем не покрытый). Каҡурын. Каҡ урындыҡ. Каҡ таҡтаға ятыу. ■ Ҡапҡан һалдым ҡаҡ боҙға, ҡама менән ҡондоҙға. Халыҡ йырынан. [Юлсылар] иркен тын алып, баштары өнрәйеп торған сабаталарын, еүеш һәм йыртыҡ силғауҙарын мейес башындағы бауға киптерергә элделәр ҙә ҡаҡ һикелә әүен баҙарына киттеләр. Р. Хажиев. • Кунаҡ һорамай таптыра, ҡаҡ һикегә ятҡыра. Мәҡәл.
4. Ҡояшҡа, елгә элеп киптерелгән (ит һ. б.). □ Сушёный, высушенный; вяленый. Каҡ балыҡ.
♦ Ҡаҡ башына ултыртыу алдатыу. □ Обмануть, соотв. Обвести вокруг пальца кого. Ҡаҡҡа таяныу бер нәмәһеҙ тороп ҡалыу. □ Остаться ни с чем. ■ [Аллаяр:] Улай ни, бесән өлөшөнөң хаҡын барығыҙға ла ни хәл түләп бөтөрмөн икән? Үҙем хәҙерҙән үк ҡаҡҡа таянырға торам. Ф. Иҫәнғолов. Ҡаҡ таҡтаға таяндырыу бер нәмәһеҙ ҡалдырыу, һемәйтеү. □ Оставить ни с чем. Каҡ таҡтаға таяндырҙылар.
ҠАҠ II (ҡағы) (Р: пастила; И.: pastila; T: pestil) и.
125