Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 126


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАҠ
Иҙеп, таҡтаға йәйеп киптерелгән емеш-еләк. □ Пастила. Алма ҡағы. Балан ҡағы. Еләк ҡағы. Сейә ҡағы. Ҡаҡ ҡойоу. М [Ғәйшә әбей:] Ғәҙелшам, һалҡын алдырып, ауырыҡһынып тора әле. Ҡарағат ҡағынан сәй яһап эсерәйем тиһәм, ҡағым бөтөп киткән икән. 3. Биишева. Ҡорбанбикә еңгә осормалағы йөн араһына йәшергән ҡарағат ҡағынан бер оло йәймә алып бирҙе. М. Кәрим.
ҠАҠ III (Р.: га-га-га; И.: imitation of cackling; T.: kazların sesi) оҡш.
Ҡаҙ тауышын белдергән һүҙ. □ Га-га-га (подражание гоготу гусей). Ҡаҙ ҡаҡ итте лә осоп китте.
ҠАҠ АҒАС (Р.: высушенное дерево; И.: dried up tree; T: kuru ağaç) и.
Ҡабығы әрселеп кипкән ағас (төҙөлөштә ҡулланыла). □ Высушенное дерево (идущее на строительство). Ҡаҡ имән бағанаһы.
ҠАҠАЙ I (Р.: гусь; И.: goose; T.: kaz) и. бал.
Өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған оҙон муйынлы эре һыу ҡошо; ҡаҙ. □ Гусь. Ҡаҡай килә. Ҡакайҙарҙы саҡыр.
ҠАҠАЙ II (Р: грязный; И.: soiled; T.: pis) с. бал.
Бысраҡ. □ Грязный, запачканный, нечистый; бяка. Тәтәйең ҡаҡай булған. Тейергә ярамай, ҡаҡай.
ҠАҠАЙТЫУ (ҡаҡайт-) (Р: выпячивать; И.: make bulge; T.: kabartmak) ҡ.
Киреп, салҡайып, ҡапайтыу. □ Выпячивать. Башты ҡаҡайтып ҡарау. ■ Ҡырма кәпәс башыңда, башың үргә ҡаҡайтып, ҡайҙа юлың тоҫҡаның? Халыҡ ижадынан.
ҠАҠАЙЫУ (ҡаҡай-, ҡаҡая) (Р: выпячиваться; И.: stick out; T.: göğsünü kabartmak) ҡ.
Түште киреп, башты артҡараҡ ебәреп тороу. □ Выпячиваться. Ҡаҡайып тороу. Ҡаҡайып йөрөү. ■ Бынау әҙәмде лә гәзиткә яҙған булғандар, — тип мөңкөлдәгәне ишетелде [Мөҡсиндең]. .. Алланың ҡашҡа тәкәһе, тиерһең. Ана, ниндәй ҡаҡайып тора. «Йәшлек», 20 август 2011.
ҠАҠАҠ (ҡаҡағы) (Р: гусь; И.: goose; Т.: kaz) и. бал.
Өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған оҙон муйынлы эре һыу ҡошо; ҡаҙ. □ Гусь. Ҡаҡаҡтарға ем биреү. Ҡаҡаҡтарҙы ҡыуыу.
ҠАҠАЛЫУ (ҡаҡал-) (Р: давиться; И.: choke with; T.: boğulacak gibi olmak) ҡ. диал.
Тамаҡҡа төйөлөү, сәсәү. □ Давиться. Бер нәмә тамаҡҡа ҡаҡалды. Ҡаҡалып үләһең бит.
ҠАҠАШ (Р: грязный; И.: dirty; T.: pis) с. һөйл.
Керенә ҡатҡан, бысраҡ. □ Грязный. Ҡаҡаш кеше. Өҫтө-башы ҡаҡаш. Тун ҡаҡаш булды.
ҠАҠ АШЛАНЫУ (ҡаҡашлан-) ҡ. ҡар. ҡаҡашыу. Ҡакашланған кейем. ■ Өй хужаһы һыры уңып ҡакашланған түбәтәйен, бүрке эсенән сығарып, ҡырылған таҡыр башына кейҙе. Я. Хамматов.
ҠАҠАШТЫРЫУ (ҡаҡаштыр-) (Р: загрязнять; И.: make dirty; T.: kirletmek) ҡ. һөйл.
Ныҡ бысратыу, керләндереү. □ Сильно загрязнять, пачкать. Күлдәкте ҡаҡаштырыу. Ҡаҡаштырғансы кейеп йөрөү.
ҠАҠАШЫУ (ҡаҡаш-) (Р: загрязняться; И.: become soiled; T.: kirlenmek) ҡ.
Бик ныҡ керләнеү, бысраҡҡа ҡатыу. □ Загрязняться, пачкаться. Өҫ-баш ҡаҡашҡан. Ҡаҡашҡан бит-ҡул. ■ Элек Хәлиулла менән Бәҙәмшаның ҡаҡашып йәшәүен өнәмәй ине, үҙе шулар көнөнә ҡалғас, төшөндө: ян-яғың алтын булһа ла, яңғыҙлыҡ йән өшөткәс. Шуға барыһына ла ҡул һелтәйһең. Г. Ғиззәтуллина, һеңлеһе [Сәмиғтең] иҫке, ҡаҡашып бөткән зәңгәр спорт салбарында, бигүк таҙа түгел кизе халатта, колошта йөрөп ята. Т. Ғиниәтуллин.
ҠАҠ ИТ (Р: вяленое мясо; И.: dried meat; T.: kurutulmuş et) и.
Тоҙлап ҡояшта, елдә ҡаҡланған ит. □ Вяленое мясо. Ҡаҡ ит йәйгеһен тәмле була. Ҡунаҡтарҙы ҡаҡ ит менән һыйлау.
ҠАҠ-ҠАҠ (Р: га-га-га; И.: cackle; T: gıdaklamak) оҡш.
Ҡат-ҡат ҡаҡ иткән тауыш. □ Га-га-га (подражание звукам, издаваемым гусями). Ҡаҡ-ҡаҡ итеү. Ҡаҡ-ҡаҡ ҡысҡырыу.
126