ҠАҠЛАНЫУ
ҠАҠҠЫ I (Р.: трепалка; И.: swingle; T.: keten tokmağı) и.
Киндерҙе, етенде ҡаҡҡылап-һуҡҡылап талҡышынан таҙарта торған ялпаҡ таяҡ; тәрәпләүес. □ Трепалка (дощечка для трепания льна и конопли). ■ Балаҫты ҡаҡҡы менән һуғабыҙ. Экспедиция материалдарынан.
ҠАҠҠЫ II (Р.: притеснение; И.: oppression; T: baskı) и.
Ҡағып-Һуғып ҡыйырһытҡан мөнәсәбәт.
□ Притеснение, побои. Ҡаҡҡыға бирмәу. Ҡаҡҡыла уҫкән. Кеше ҡаҡҡыһында йөрөу.
ҠАҠҠЫЛАП-ҺУҠҠЫЛАУ (ҡаҡҡы-лап-һуҡкыла-) (Р: отряхивать; И.: shake off; T: silkmek) ҡ.
1. Саңын, туҙанын ҡағып-һуғыу. □ Отряхивать. Балаҫты ҡаҡҡылап-һуҡҡылау. Кейем-Һалымды ҡаҡҡылап-һуҡҡылау. Я Өҫ-баштарын ҡаҡҡылап-һуҡҡылап кырандастан төшкәс тә, ҡарт ҡыуаныстан аҡҡан куҙ йәштәрен һөртә-һөртә, аҡһаҡлап килеп Ильясты ҡосаҡланы. Д. Исламов.
2. кусм. Ҡыйырһытыу, ситләтеү, рәнйетеп һуғып алыу. □ Обижать, притеснять. Я [Яҡупты] йыш ҡына ситкә ти-бәрҙеләр, хатта ҡаҡҡылап-һуҡҡылап та алғыланылар. М. Кәрим.
ҠАҠҠЫЛАУ (ҡаҡҡыла-) (Р.: трясти; И.: shake slightly; T.: silkelemek) ҡ.
1. Ваҡыт-ваҡыт ҡағыу, һелккеләп тороу. □ Трясти, потряхивать. Теҙгенде ҡаҡҡылау. Дилбегәне ҡаҡҡылау. Я Жирников төрлө уйҙарға сумып, юлды онотоп килгәндә, ат ҡапыл туҡтаны ла боршанлай, бышҡырына башланы, хужаның дилбегәне ҡаҡҡылауына ла ыжламаны, бер урында тапанды, кирегә тайшанып маташты.
3. Ураҡсин.
2. кусм. Яратып, иркәләп, һөйөп алыу.
□ Похлопать по плечу, по спине с любовью, одобрением. Я Ни, һин, ҡустым, бәләкәсһең әле, бәләкәсһең, — тип [Ҡыҙырас ] Юлдаштың арҡаһынан бер нисә тапҡыр ҡаҡҡылап та алды. 3. Биишева.
3. Туҙанды, сүп-сарҙы ҡағыу. □ Выбивать пыль. Өҫ-башты ҡаҡҡылау. Я Са
бурҙың эштән ҡайтыу менән хәрби кейемдәрен ҡаҡҡылап, итектәрен таҙартып, көҙгөгә ҡарай-ҡарай, ауыҙын тумтайтып ҡырынып ултырыуына өйҙәгеләр аптырап төштө. Р. Өмөтбаев. Дәрәжәле ҡунаҡтар өҫтәренән юл саңын ҡаҡҡылап турайыуға, уларҙың ҡашына власть старшинаһы ярҙамсылары йөҙ баштары менән килеп етте, ҡулын кукрәгенә ҡуйып баш эйҙе. Б. Рафиҡов.
ҠАҠҠЫС (Р: выбивалка; И.: beater; Т: çırpıcı) и.
Кейемде, ҡаралдыны ҡағып таҙарта торған нәмә. □ Выбивалка. Каҡҡысты элеп ҡуйыу. Каҡҡыс менән балаҫ ҡағыу.
ҠАҠЛАН (Р: открытая, проветриваемая местность; И.: aerated place; T: havalanan yer) и.
Ел ҡағып торған ҡалҡыулыҡ. □ Открытая, проветриваемая местность. Я Ҡая бите ҡаҡланда, шыр урмандар эсендә. «Юлай менән Салауат».
ҠАҠЛАНҒАН (Р: вяленый; И.: dried; cured; T: kurutulmuş) с.
Ҡояшта, елдә кипкән (иткә, балыҡҡа һ. б. ҡарата). □ Вяленый. Ҡаҡланған ит. Ҡаҡланған ҡаҙ. Я Ҡаҡланған иттең һөр тигән төрөн дә осратырға мөмкин. Ул фәҡәт йылҡы итенән ҡаҡлана. «Башҡортостан», 21 июль 2011. • Ҡарға ҡаҡланғанды ҡуймаҫ. Мәҡәл.
ҠАҠЛАНЫУ (ҡаҡлан-) (Р: вялиться; И.: get dry-cured; T.: kurutulmak) ҡ.
1. Ҡояшта, елдә кибеү (иткә, балыҡҡа һ. б. ҡарата). □ Вялиться, подсушиваться, завяливаться. // Провяливание, завяливание. Ит ҡаҡлана төшкән. Я Тоҙланған ҡаҙҙар ҡаҡланып кибә булыр ҡыйыҡтарҙа. Т. Арслан.
2. кусм. Нимәнәндер йонсоу (мәҫәлән, эҫенән, аслыҡтан). □ Изнемогать, мучиться от чего-л. Ҡоролоҡта малдар ҡаҡланып бөттө. Н Колхоздың бынамын тигән кәбән ҡойоусыһына, ике аҙна ҡаҡланып, кәбән тугел, кәбәк тә ҡалҡытмай, дарыу еҫкәп ятырға тура киләсәге тамам йәненә
127