Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 128


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАҠЛАС
тейә. Й. Солтанов. [Ҡонанға] өс көн килтереп ашатыусы ла, һыу эсереүсе лә булманы. Тарбаҡлы муйыл төбөндә ҡаҡланып торҙо. С. Ильясов.
ҠАҠЛАС (Р.: худощавый; И.: lean; Т.: zayıf) с.
Ҡаҡ һөйәк, ҡоро һөйәк; итһеҙ. □ Худощавый, костлявый. Ҡаҡлас әбей. ■ Шакиров хихылданы ла быуынтыҡлашып торған ҡаҡлас оҙон бармаҡтарын йәйҙе. Ә. Байрамов.
ҠАҠЛАТЫУ (ҡаҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡаҡлау I, 1. понуд. от ҡаҡлау I, 1. Итте ҡаҡлатыу. Ҡаҙ ҡаҡлатыу.
ҠАҠЛАУ I (ҡаҡла-) (Р: вялить; И.: aircure; T.: kurutmak) ҡ.
1. Ҡояшҡа, елгә элеп киптереү (итте, балыҡты һ. б.). □ Вялить, провяливать, завяливать что. // Вяление, провяливание, завяливание. Балыҡ ҡаҡлау. Итте ҡаҡлай төшөү. Ҡаҙҙы ҡаҡлай төшөү. Ҡаҙылыҡты ҡояшҡа элеп ҡаҡлап алалар. ■ Ҡаҡлау өсөн яңы һуйған итте тоҙлап, һеңһен өсөн ауыр әйбер менән баҫтырып ҡуялар. «Башҡортостан», 21 июль 2011. [Әптерәй:] Мин бер бөтөн икмәк, әсәйемдең атайым ҡайтыуына тип ҡаҡлап түбәгә аҫҡан ҡаҙын алам! Й. Солтанов.
2. күсм. Бикле көйө ас тотоп, йонсотоу (мал-тыуарға ҡарата). □ Иссушать, доводить до истощения (о животных). Ашатмай ҡаҡлап бөттөләр малды.
ҠАҠЛАУ II и. диал. ҡаҡлан. Ҡаҡлауҙа бесән тиҙ кибә.
ҠАҠЛЫ I (Р: знающий; И.: knowledgeable versed (in) person; T.: bilgili) и. диал.
Белекле, эшсән кеше. □ Сведущий, знающий. Ҡаҡлы кеше. ■ Бынауы Нәҙершаның балаһын әйтәм, шул тиклем ҡаҡлы икән. Экспедиция материалдарынан.
ҠАҠЛЫ II (Р: качественный; И.: quality; T: kaliteli) с. диал.
Сифатлы. □ Качественный, обладающий высокими качествами. Ҡаҡлы бауырһаҡ хаҡлы.
ҠАҠЛЫҒА-ҺУҠЛЫҒА (Р: натыкаясь, ударяясь; И.: bumping oneself here and there; T.: çarpılarak) p.
Бер ары, бер бире бәрелеп. □ Натыкаясь на что. Ҡаклыға-һуклыға сығыу. ■ [Муйылбикә ] аҡылдан яҙған кеше һымаҡ, ишеккә ҡаҡлыға-һуҡлыға, Хәмдиәләр өйөнә барып инде, Яланбикәгә ташланды, һ. Дәүләтшина.
ҠАҠЛЫҒЫП-ҺУҠЛЫҒЫУ (ҡаҡлығып-һуҡлыҡ-) (Р: натыкаться на что; И.: bump; T.: çarpmak) ҡ.
Бер ары, бер бире бәрелеү. □ Натыкаться на что. Ишеккә ҡаҡлығып-һуҡлығып сығып китте.
ҠАҠЛЫҒЫУ (ҡаҡлыҡ-) (Р: отскакивать; И.: bounce; T.: geri(ye) sıçramak) ҡ.
1. Ҙур бер тиҙлек менән килеп, ҡаты нәмәгә һуғылып кире ырғыу, һикереү; ҡаҡсыу. □ Отскакивать (ударившись обо что-л.), отлететь. Туп ҡаҡлыҡты. Таш ҡаҡлыҡты. ■ Егеттең ҡылысы, дейеүҙең һөйәгенән ҡаҡлығып, үҙенең беләгенә тейә. Әкиәттән. Ярыҡ тәҙрә аша ырғытҡан эре-эре таштар стеналарға, эскәмйәләргә бәрелеп, тирә-яҡҡа ҡаҡлыҡты. Я. Хамматов.
2. Ҡағылып кире яңғырау (тауышҡа ҡарата). □ Прозвучать эхом, отзвук. ■ Тауыш, тауҙарға ҡаҡлығып, шаңдау булып яңғырай ҙа оҙаҡ-оҙаҡ һауала һарлығып тора. Әкиәттән. Йыр тауышы урман эсен яңғыратты, тау-таштарҙы шаңғыратты ла ҡаҡлығып [Таңдысаның] үҙенә килде. «Ҡуңыр буға». Гөлйөҙөм ҡуҙғалған һайын, сәс тәңкәләре ҡаҡлығып сылтыранылар. Һ. Дәүләтшина.
3. күсм. Ниндәйҙер ҡаршылыҡҡа, тотҡарлыҡҡа осрап туҡтау. □ Наталкиваться на что. ■ [Һыбайлылар] .. тәрән йырын ситенә ҡаҡлығып туҡтанылар. Ф. Иҫәнғолов.
4. диал. Кәйелеү (ҡоштарға ҡарата). □ Виражировать (о птицах). Күктә ҡоштар ҡаҡлыға.
ҠАҠЛЫҒЫШЫУ (ҡаҡлығыш-) ҡ. урт. ҡар. ҡаҡлығыу, взаимн. от ҡаҡлығыу. Ҡаҡлығышып таштар ҡойола.
128