ҠАҠСЫР КӘБӘН
ҠАҠЛЫҠТЫРЫУ (ҡаҡлыҡтыр-) (Р.: отбивать; И.: beat off; T.: püskürtmek) ҡ.
Ҡаты нәмә менән һуғып, кире ырғытыу; ҡаҡсытыу. □ Отбивать, отбрасывать что. Тупты ҡаҡлыҡтырыу. ■ Алпамыша осоп килгән ташты, ҡулы менән ҡаҡлыҡтырып, кире ебәрә. «Алпамыша».
ҠАҠМА и. ҡар. ҡаҡма туп. Ҡаҡма уйнау. Ҡаҡма ярышы.
ҠАҠМА ИЛӘК (иләге) (Р.: сито с мелкой сеткой; И.: sieve with a fine net; T.: küçük delikli elek) и. диал.
Йыш күҙәнәкле иләк; ваҡ иләк. □ Сито с мелкой сеткой. Ҡаҡма иләктән иләу. Ҡаҡма иләк алып тороу.
ҠАҠМАЛАУ (ҡаҡмала-) ҡ. диал. ҡар. ҡаҡҡылау. Урын-ерҙе ҡаҡмалау.
ҠАҠМАҪ с. диал. ҡар. ҡаҡса. Ҡакмас кеше. Ҡакмас кэуҙәле егет.
ҠАҠМА ТУП (тубы) (Р: лапта; И.: lapta', T.: lapta (bir top oyunu) и.
Балалар уйыны (ике командаға буленеп, туп менән уйнайҙар). □ Лапта. Ҡаҡма туп уйнау. Ҡаҡма туп буйынса ярыш.
ҠАҠМАШ с. диал. ҡар. ҡаҡаш. Ҡакмаш өҫ. Ҡакмаш кейем.
ҠАҠМАШЫУ (ҡакмаш-) ҡ. диал. ҡар. ҡаҡашыу. Ҡаҡмашҡан өҫ. Яғаһы ҡаҡмашып бөткән.
ҠАҠСА (Р: худощавый; И.: lean, thin; T.: zayıf) с.
Ит ҡунмаған, ябыҡ. □ Худощавый, сухопарый, сухощавый. Ҡаҡса егет. Ҡаҡса йөҙ. Ҡаҡса кәуҙә. ■ [Ибраһим бабай] ап-аҡ һаҡаллы, ҡыҙыл йөҙлө, һикһән йәштәрҙә булыуына ҡарамаҫтан, уйнап торған кукһел куҙле, ҡаҡса ғына бер ҡарт ине. 3. Биишева. Хисмәтулла тышҡы ҡиәфәте менән башҡаларҙан айырылған, кәуҙәгә бәләкәй, ҡаҡса, ауырыу был кешелә ҙур көс һәм аҡыл булыуын һиҙҙе. Я. Хамматов. • Ҡаҡлаған ит бурһыҡмай, ҡаҡса кеше ҡартаймай. Мәҡәл.
ҠАҠСАЛАНЫУ (ҡаҡсалан-) (Р: становиться худощавым; И.: become lean; T.: zayıflamak) ҡ.
Ябығыу, арыҡланыу, ҡаҡсаға әйләнеү. □ Становиться худощавым, сухопарым. Ҡаҡсаланып киткән. Ҡаҡсаланып ҡалған. ■ Уның [Хамматтыц] танау осондағы бер нисә бөртөк ваҡ ҡына шаҙра урынында ысыҡ тамсылары кеуек ялтырап көс тирҙәре йымылдай, ябығып, ҡаҡсаланып өлгөргән яңаҡтарында тимгел-тимгел ҡыҙыл таптар уйнай. 3. Биишева.
ҠАҠ САЛҠАН (Р: навзничь; И.: face up; T.: sırt üstü) р. диал.
Аяҡ, ҡулды йәйеп, арҡа менән һуҙылып. □ Навзничь, лицом кверху. Ҡаҡ салҡан ятыу. ■ Өҫкә һәндерәлә ятҡан егет ҡаҡ салҡан ятып тәмәке тарта. X. Ғиләжев.
ҠАҠСЫ (Р: вяленое мясо; И.: dried meat; T.: kurutulmuş et) и. диал.
Ҡаҡланған ит. □ Вяленое мясо. Ҡаҡсы ашау. Ҡаҡсы бешереу.
ҠАҠСЫЛЫУ (ҡаҡсыл-) ҡ. ҡар. ҡаҡсыу
I. Туп стенаға тейеп ҡаҡсылып китте.
ҠАҠСЫР (Р: развилистый кол; И.: forked pole; T: çatal kazık) и.
1. һауыт-һабаны элеп киптерә торған саталы ҡаҙыҡ; айрағас. □ Развилистый кол (для развешивания посуды). Ҡаҡсырға кунәк элеу.
2. Кәлтә һөйәп киптереү өсөн ерҙән ҡыйыҡлап эшләнгән урын; сәсә. □ Шалаш (для просушки снопов). Ҡаҡсыр ҡороу.
3. диал. ҡар. ылаш. Ҡаҡсырҙа ҡорот киптереу.
ҠАҠСЫРҒАҠ (ҡаҡсырғағы) (Р: рогатина; И.: bearspear; T.: ayı avcıları kullanan çatal) и. диал.
Һунар иткәндә, айыу тиҙ генә килеп сыға алмаһын өсөн өңөнә тыға торған сатаҡ-ботаҡ ағас. □ Рогатина для охоты на медведя. һунарсы ҡаҡсырғаҡ киҫеп алды.
ҠАҠСЫР КӘБӘН (Р: скирда (сложенная на стожары); И.: stack, rick; T.: dokurcun) и. диал.
Тағанға ултыртылған кәбән. □ Скирда (сложенная на стожары). Ҡаҡсыр кәбән ҡойоу.
129