ҠАҠСЫТЫУ
ҠАҠСЫТЫУ (ҡаҡсыт-) (Р.: отбивать что; И.: beat back; T.: defetmek) ҡ.
Һуғып кире ҡағылдырыу. □ Отбивать что. Тупты ҡаҡсытыу. Шарҙы ҡаҡсытыу.
ҠАҠСЫУ I (ҡаҡсы-) (Р.: отскакивать; И.: bounce away; T.: geri(ye) sıçramak) ҡ.
Ҙур бер тиҙлек менән килеп ҡаты нәмәгә һуҡлығып кире ырғыу, һикереү; ҡаҡлығыу. □ Отскакивать (ударившись). Туп ҡаҡсыны. Таш ҡаҡсый. ■ Йуруҙән, бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ, шаулап килә-килә лә, тауҙың нигеҙ таштарына бәрелеп ҡаҡсый ҙа, ҡул сабыу, алҡышлау, йәғни сәпәкәй итеу тауыштарын сығарып, аҡ кубектәрен сәсрәтә-сәсрәтә һулға кинәт кенә борола һәм, эре таштар аша һикерә-һикерә, артабан сабыуын дауам итә. Р. Хажиев.
ҠАҠСЫУ II (ҡаҡсы-) (Р: сушиться на ветру; И.: get air-dried; T.: kurumak) ҡ.
Елгә ҡағылып, елләп кибеү. □ Сушиться на ветру. Етен тушәнем ҡаҡсырға. Тире ҡояшта ҡаҡсып тора.
ҠАҠ ТОҘ (Р: каменная соль; И.: rock salt; T.: kayatuzu) и. диал.
Ер аҫтында баҫылып ҡатҡан киҫәк хәлендәге минерал; таш тоҙ. □ Каменная соль (крупная). Ҡак тоҙ ташыу. Ҡак тоҙ сығарыу.
ҠАҠТУБЫҠ (ҡаҡтубығы) (Р: коленная чашечка; И.: knee cap; T: dizkapağı) и. диал.
Тубыҡ ҡапҡасы. □ Коленная чашечка. Таш ҡаҡтубыҡҡа килеп тейҙе. Ҡактубыкты бәрҙем.
ҠАҠТҮШ (Р: трясогузка; И.: wagtail; T.: kuyruksallayan) и. зоол. диал.
Нәҙек оҙон кәүҙәле, бәүелсәк ҡойроҡло, йүгереп йөрөгән турғай; сәпсек. □ Трясогузка (лат. Motacilld). Ҡактуш ҡанаты. Ҡактуштәр оса.
ҠАҠТЫ I (Р: скворечник; И.: starlinghouse; T.: folluk) и. диал.
Сыйырсыҡ ояһы. □ Скворечник. Ҡаҡты эшләу. Ҡаҡты элеу. Ҡактыға сыйырсыҡ килгән.
ҠАҠТЫ II (Р: толковый; И.: sensible; intelligible; T.: zeki) с. диал.
Аңлап эшләй белгән; белдекле. □ Толковый. Ҡаҡты ир. • Ҡаҡты кешегә бер һуҙ ҙә куп, белдекһеҙгә суҡмар ҙа суп. Әйтем.
ҠАҠТЫРЫУ (ҡаҡтыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡағыу I. понуд. от ҡағыу I. Сөй ҡаҡтырыу. Таҡтаны ҡаҡтырыу. М Батша бөтә вәзирҙәрен саҡырып алған, бөтә ҡала халҡын йоҡонан уятҡан, барабан ҡаҡтырып, музыка уйнатып байрам яһаған да Әминбәкте тәхеткә мендерепултыртҡан, ти. Әкиәттән.
ҠАҠ ҺӨЙӘК I (Р: худой; И.: lean, thin; T: zayıf) с.
Ябыҡ, ҡаҡса. □ Худой, тощий; кожа да кости (о худом человеке). Ҡак һөйәк ир. Ҡак һөйәк ҡарсыҡ.
♦ Ҡаҡ һөйәккә ҡалыу бик ныҡ ябығыу, ҡаҡсаланыу. □ Похудеть, сильно отощать. Мал ҡаҡ һөйәккә ҡалды. М Уға [әсәгә] Хисмәтулла хыялыйға әйләнә башлаған һымаҡ куренде. Әсәнең куҙҙәренә йәш эркелде. Ҡак һөйәккә ҡалған итһеҙ ҡулдары ҡалтырандылар. Я. Хамматов.
ҠАҠ ҺӨЙӘК II (һөйәге) (Р: берцовая кость; И.: tibial bone; T: kavalkemiği) и. анат. диал.
Балтыр һөйәге. □ Берцовая кость. Ҙур ҡаҡ һөйәк. Ҡаҡ һөйәкте һындырыу. Ҡак һөйәккә салғы тейеу.
ҠАҠҺЫҘ (Р: непонятливый; И.: inap-prehensive, slow-witted; T: varışlı olmayan; anlamaz) с. диал.
Аңлап, белеп эш итә алмаған; мәғәнәһеҙ. □ Непонятливый, несообразительный. Ҡаҡһыҙ әҙәм.
ҠАҠҺЫҠ (Р: испорченный; И.: spoilt; T: bozuk) с.
Ҡаҡһыған, еҫләнгән. □ Испорченный, заплесневелый. Ҡаҡһыҡ ит. • Юҡта — танһыҡ, барҙа — ҡаҡһыҡ. Мәҡәл.
ҠАҠҺЫУ I (ҡаҡһы-) (Р: плесневеть; И.: become mouldy; T.: küflenmek) ҡ.
Иҫкереп, күгәреп боҙолоу, еҫләнеү. □ Плесневеть, заплесневеть, портиться. ■ Ҡартым көбөсөгөмдө ыҫламаны. Ҡак-
130