ҠАҠШАУ
һый ҙа китә. Экспедиция материалдарынан. Яҙғы иттәй бурһығып, куптән ҡаҡһып килгән йорт. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ҠАҠҺЫУ II (Р.: заплесневелый; И.: mouldy; T.: küflü) с.
Күк тәме килгән, иҫкергән (аш-һыуға ҡарата). □ Заплесневелый, испорченный (о пище). Ҡаҡһыу эркет. ■ Хәлиулланың ҡаҡһыған балын эстеләр. Г. Ғиззәтуллина.
ҠАҠШАЛЫУ (ҡаҡшал-) ҡ. диал. ҡар. ҡаҡшау 1. Ултырғыс ҡаҡшалған. ■ Ә бабайҙың аҫтындағы дала сайҡалып-сайҡала, әйтерһең, ер-сәңгелдәк ниндәйҙер ҡот осҡос, ҡотолғоһоҙ дәһшәт алдында ҡаҡшалған тәнен, ғазапланған йәнен тынысландыра, әурәтә. М. Ямалетдинов.
ҠАҠШАМАҪ (Р.: нерушимый; И.: inviolable; T.: bozulmaz) с.
Емерелмәҫ, ныҡлы. □ Незыблемый; нерушимый, непоколебимый, несокрушимый. Ҡаҡшамаҫ дуҫлыҡ. Ҡаҡшамаҫ һаулыҡ.
ҠАҠШАР и. диал. ҡар. ҡаҡсырғаҡ.
Ҡаҡшар әҙерләп ҡуйыу.
ҠАҠШАТҠЫС (Р: изматывающий; И.: exhausting; T.: yıpratıcı) с.
Арытыусы, ыҙалатыусы, йонсотоусы. □ Изматывающий, расшатывающий (здоровье). Ҡаҡшатҡыс эш. Ҡакшаткыс юл. 9 Сәфәр аҙағына етеп килгәндә, Мотаһар .. ҡаҡшатҡыс сиргә тарығанын һиҙенде. Й. Солтанов.
ҠАҠШАТТЫРЫУ (ҡаҡшаттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡаҡшатыу, понуд. от ҡаҡшатыу. Тауға менгәс, атайымдан арбаны ҡаҡшаттырып алдым.
ҠАҠШАТЫУ (ҡаҡшат-) (Р: шатать; И.: shake; rock; T.: sallandırmak) ҡ.
1. Бушаҡ, тотанаҡһыҙ хәлгә килтереү; бушатыу. □ Шатать, расшатывать. Арбаны ҡаҡшатыу. 9 [Граммофонды] нисә йыл уйнатам инде. Ә бер винты ла ҡаҡшағаны юҡ. Әле бына бында килгәндә юлда ғына бер ерен ҡаҡшатҡандар. И. Насыри.
2. Төрлө ыҙа, ауыр кисереш, мохтажлыҡҡа һ. б. дусар итеп йонсотоу, көс-хәлде алыу. □ Изматывать, изнурять кого.
Ауыр эш ҡаҡшатты. Юл йөрөу ҡаҡшатты. Ҡайғы-хәсрәт ҡаҡшатты. ■ [Исмәғил ҡартты] балаларҙың ҡайғыһы, бисә, бала-сағаның куҙ йәшен куреу ҡаҡшатты. К. Кинйәбулатова. • Әҙәмде өмөт йәшәтә, ғәм ҡаҡшата. Әйтем.
3. Ныҡлығын бөтөрөү, һаулыҡҡа зыян килтереү. □ Расшатывать, подрывать что. ■ Ҡөҙгө һалҡын, дымлы һауа, ҡышҡы һыуыҡ һәм авитаминоз иммунитетты ҡаҡшата. «Йәшлек», 6 февраль 2010.
4. кусм. Эске тотанағын, ныҡлығын боҙоу. □ Расшатывать, подрывать что. Дуҫлыҡты ҡаҡшатыу. 9 Кем ҡаҡшатыр уның ғорур тыныслығын. 3. Биишева. Был осрашыу Ныязғолдоң бөтә аҙаҡҡы өмөтөн ҡаҡшатты, хәлен алды. Һ. Дәүләтшина.
5. кусм. Бәйләнеү, теңкәгә тейеү. □ Настойчиво обращаться, доставать, һорауы менән ҡаҡшатты.
ҠАҠШАУ I (ҡаҡша-) (Р: шататься; И.: be rickety; T.: kağşamak) ҡ.
1. Тотанағы бөтөп, һелкенеп тороу, бушау. □ Шататься, расшатываться. Ултырғыс ҡаҡшаған. Арба ҡаҡшаған. Тештәрем ҡаҡшай башланы. ■ Аһ-ваһ итеп зарланып, улем саҡырып-ялбарып, бар һөйәге ҡаҡшаған, тәнендә ит ҡалмаған, ата-әсә берен дә кем булғанын белмәгән бер ҡарт килеп еткән, ти. «Урал батыр». • Ҡаҡшаған теш төшмәй ҡалмаҫ. Әйтем.
2. кусм. Эске тотанағын, ныҡлығын юғалтыу, боҙолоу. □ Расшатываться, подрываться. Дуҫлыҡ ҡаҡшаны. Тәртип ҡаҡшай. 9 Ул кешегә минең ышаныс ҡаҡшай башланы инде. Ҡайҙа кәрәк бер эш булһа, ул юҡ. Ғ. Дәүләтшин. Ҡаҡшаған һөйөу-ҙе һауыҡтырыу ирегендә булһа шағирҙың. Ғ. Сәләм.
3. һаулыҡҡа зыян килеү. □ Изматываться, подорваться (о здоровье). Һаулыҡ ҡаҡшау. Ҡайғыларҙан һаулыҡ ҡаҡшап ҡала. Сәләмәтлегебеҙ ҡаҡшап китһә, бөтә тормошобоҙҙоң да көйө китә. 9 Аяҡҡа баҫып, ҡаҡшаған сәләмәтлегеңде ҡайтарыр өсөн куп ваҡыт һәм сығым, ҙур тырышлыҡ та
131