Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 132


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАҠШАУ
лап ителә. «Башҡортостан», 24 август 2012. Сәләмәтлегең ҡаҡшап китһә, уны еңеләйтеү өсөн ни ҡылырға икәнен һин яҡшы беләһең — ауыр уйҙарҙан ҡөтөлоу, физик күнекмәләр яһау, саф һауала күберәк йөрөү, йә булмаһа, йәйҙән йыйып ҡуйған шифалы үләндәрҙән төнәтмәләр әҙерләп эсеү. «Киске Өфө», №1, 2013. • Эшләгән — ашаған, эшләмәгән — ҡаҡшаған. Мәҡәл.
4. күсм. Төрлө ыҙа, ауыр кисереш, мохтажлыҡтан һ. б. ныҡ йонсоу, арып хәлһеҙләнеү. □ Изматываться, изнуряться, расшатываться. Оҙон юлдан ҡаҡшау. Ауыр эштән ҡаҡшап бөттөм. Я Таңдыса арып, арманһыҙ булды, быуындары ҡаҡшаны. «Ҡуңыр буға». Кантон да ғына кантон килә, тиҙәр, килгән кантондарҙан ҡаҡшаныҡ. Халыҡ йырынан.
5. диал. ҡар. тылҡыу. Каҡшап йотоу.
ҠАҠШАУ II (Р.: измученный; И.: exhausted; T.: kağşak) с.
Йонсоған, ҡаҡшаған (кешегә ҡарата). □ Измученный, изнурённый (о человеке). ■ An -аҡ һаҡал, сал ҡарттыр. Саҡ-саҡ йәнен аҫрарҙай үҙе ҡаҡшау, ябыҡтыр. «Урал батыр».
ҠАҠЫ (Р.: свербига восточная; И.: crested warty cabbage; T.: çir şalgamı) и. бот.
Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған йөнтәҫ һабаҡлы, киртләс ҡауырһын япраҡлы, һары сәскәле, әскелт тәмле ашай торған үҫемлек. □ Свербига восточная (лат. Bunias orientalis). Урман ҡаҡыһы. Ҡаҡы көпшәһе. Оҙаҡламай яҙҙы — йәмле йәй, ә ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, йыу аны хуш еҫле, тәмле ер еләге алмаштыра. ■ [Балалар] һыу буйында балыҡ тотоуҙы, ҡаҡы һәм ҡата башлаған ҡуҙғалаҡ йыйып ашауҙы артығыраҡ күрәләр. Я. Хамматов.
ҠАҠЫЛАНЫУ (ҡаҡылан-) ҡ. диал. ҡар. ҡаҡашыу. ■ Каҡыланған түбәтәй кейгән .. Әхмәтша ҡарт. Ғ. Хәйри.
ҠАҠЫЛДАҠ (Р: гогочущий; И.: cackling constantly; T: vakvaklayan) с.
Гел ҡаҡылдап йөрөүсән. □ Гогочущий (постоянно). Каҡылдаҡ ҡаҙ.
ҠАҠЫЛДАТЫУ (ҡаҡылдат-) (Р: вынуждать гоготать кого’, И.: make cackle; T: vakvaklatmak) ҡ.
Ҡаҡылдарға мәжбүр итеү. □ Вынуждать гоготать кого. Ҡаҙҙы ҡаҡылдатыу. Ҡаҙҙарын ҡаҡылдатып һыуға ҡыуҙы.
ҠАҠЫЛДАУ (ҡаҡылда-) (Р: гоготать; И.: cackle; T.: vakvaklamak) ҡ.
1. Ҡаҡ-ҡаҡ иткән тауыш биреү (ҡаҙға ҡарата). □ Гоготать. // Гоготание. Ҡаҡылдап ҡысҡырыу. ■ Аръяҡ оста ҡаҙ ҡаҡылдай, бирьяҡ осҡа килә алмай. Халыҡ йырынан. • һауалағы торна торҡолдағанда, ерҙәге ҡаҙ ҡаҡылдай. Әйтем. Ҡаҙ ҡаҡылдауын ҡуймаҫ, өйрәк баҡылдауын ҡуймаҫ. Әйтем.
2. күсм. диал. Ниҙелер ҡат-ҡат әйтеү, туҡыу. □ Беспрестанно твердить одно и то же. Ни саҡлы ҡаҡылдайһың, һис ишетмәй.
ҠАҠЫЛДАШЫУ (ҡаҡылдаш-) ҡ. урт. ҡар. ҡаҡылдау 1. взаимн. от ҡаҡылдау!. Урамда ҡаҙҙар ҡаҡылдаша. ■ һыу ситендә үҫкән ваҡ ҡына ағастар араһынан, ҡаҡылдашып, ҡаҙ бәпкәләре килеп сыҡты. Ж. Кейекбаев.
ҠАҠЫЛЫҠ (ҡаҡылығы) (Р: место, где растёт свербига; И.: bunias grown place; T: gerdemelik) u.
Ҡаҡы күп үҫә торған урын. □ Место, где растёт свербига. R [Ғәлимә:] Әһәлүк! Бына ҡайҙа икән ул татлы ҡаҡылыҡ! Й. Солтанов.
ҠАҠЫР-ШАҠЫР (Р: мусор; И.: litter; T.: çöp) и. диал.
Теләһә нәмә, сүп-сар. □ Мусор. Урамда ҡаҡыр-шаҡыр тулып ята.
ҠАҠЫРЫҠ (ҡаҡырығы) (Р: мокрота; И.: phlegm; T: balgam) и.
Тамаҡтан сығарылған лайлалы эрен. □ Мокрота. Ҡаҡырыҡ сығыу. Ҡаҡырыҡ бүленеү. ■ Әсхәт, ғөмүмән, зарланырға яратмай. Шуға күрә ваҡыт-ваҡыт быуылып йүткереүе, тамағына ҡаҡырыҡ йыйылыуы, уң яҡ ҡалаҡ һөйәге аҫтында эстән сәнсеүе хаҡында өндәшмәне. М. Ғиләжев.
132