Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 133


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЛАЙ
ҠАҠЫРЫҠ-ТӨКӨРӨК (ҡаҡырыҡ-төкөрөгө) (Р.: мокрота; И.: sputum; Т.: balgam) и. йыйн.
Тамаҡтан сығарған лайлалы эрен һәм төкөрөк. □ Мокрота. Урамда аяҡ аҫтында суп-сар, ҡаҡырыҡ-төкөрөк.
ҠАҠЫРЫНЫП-ТӨКӨРӨНӨҮ (ҡаҡырынып-төкөрөн-) (Р: отхаркиваться и плеваться; харкать; И.: expectorate; T.: tükürüp balgam çıkarmak) ҡ. йыйн.
Бер ҡаҡырып, бер төкөрөү; төкөргө-ләү. □ Отхаркиваться и плеваться; харкать. Ҡаҡырынып-төкөрөнөп торалар.
ҠАҠЫРЫНЫУ (ҡаҡырын-) ҡ. ҡайт. ҡар. ҡаҡырыу, возвр. от ҡаҡырыу. Каҡы-рынып тороу.
ҠАҠЫРЫУ (ҡаҡыр-) (Р: отхаркивать; И.: cough out, expectorate; T.: balgam çıkarmak) ҡ.
Тамаҡ ҡырып, ҡуйы лайлалы эренде төкөрөү. □ Отхаркивать, выплюнуть мокроту. // Отхаркивание. Кеше араһында ҡаҡырма. Ҡаҡырып тороу. Аяҡ аҫтына ҡаҡырма, насар булыр. Кеше алдында теш араһынан «сырт» төкөрөп, ҡаҡырып тороу — тәрбиәһеҙлек.
ҠАҠЫШЛАНЫУ (ҡаҡышлан) (Р: пачкаться; И.: become soiled; T: kirlenmek) ҡ.
Бысраныу, керләнеү. □ Пачкаться, загрязняться. Н [Управляющий] кеҫәһенән ҡағыҙлы кәнфит алып, битенә куҙ йәштәре ҡатып ҡаҡышланған Ғәйзуллаға һондо. Я. Хамматов.
ҠАҠЫ ЯПРАҒЫ и. бот. диал. ҡар. ҡаҡы. Ҡаҡы япрағын өҙөу. Каҡы япрағы ашау.
ҠАЛА I [ғәр. (Р.: город; И.: town, city;
T: kent) и.
1. Сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҙәге булған күп халыҡлы урын. □ Город. / Городской. Өфө ҡалаһы. Ҡала тарихы. Ҡала халҡы. Ҡала тормошо. Ҡала уҙәге. М Юлдаш был көндө айырыуса ҙур ашҡыныу, хатта бер тиклем борсолоу менән көтөп алды. Яңы ҡала, ят уҡыусылар, уҡытыусылар. Уны, сит ҡаланан килгән малайҙы, нисек ҡаршыларҙар? 3. Биишева. Ике йыл эсендә
ул [Сәмиғ] күпмелер дәрәжәлә Мәскәүгә, ҙур ҡаланың иҫерткес һәм илерткес һауаһына кунекте, уның ҙур мөмкинлектәрен курҙе. Т. Ғиниәтуллин. • Ирем китте ҡалаға, мин киттем далаға. Мәҡәл. Ҡаланы маҡта, ауылда тор. Әйтем.
2. иҫк. ҡар. ҡәлғә. Таш ҡала. Боронғо ҡала. Имән ҡала.
ҠАЛА II (Р: после; И.: after; T: sonra) бәйл.
Сығанаҡ килештәге һүҙҙәр менән нимә-неңдер артынса килгән урынды, тәртипте белдерә. □ После (послелог с исх. п.). Борон замандарҙан уҡ әсә булыу — ҡатындар араһында иң абруйлы һәм киң таралған «һәнәр», унан ҡала тәрбиәсе һәм уҡытыусы һәнәрҙәре килә. ■ Был байлыҡҡа атаһынан ҡала Имай баш бит инде. һ. Дәүләтшина.
ҠАЛА-АРА (Р: междугородный; И.: inter-city; T: şehirler arası) с.
Ҡалалар араһындағы, ҡала менән ҡала бәйләнешендәге. □ Междугородный. Ҡала-ара автобус маршруттары. Ҡала-ара телефон станцияһы. Н Хәҙер ҡала-ара автобустарҙа хәуефһеҙлек ҡайышы ҡулланылырға тейеш. «Йәшлек», 2 март 2010.
ҠАЛАБАТ с. диал. ҡар. алйот 1. Ул ҡа-лабат ҡына. Уның ҡалабат ҡына улы булған.
ҠАЛА БАШЛЫҒЫ (Р: мэр города; И.: town mayor; T: belediye başkanı) и. һөйл.
Ҡала муниципалитетын етәкләүсе вазифалы кеше. □ Глава города, мэр. Ҡала башлығы вазифаһы. Ҡала башлығын һайлау. Өфө ҡалаһы башлығы. ■ «Өфө йәштәренең илдәге иң яҡшы уҡыу йорттарына уҡырға инеуе хуплауға лайыҡ. Ҡалаға бөгөн аҡыллы, һәләтле йәш белгестәр кәрәк», — тине ҡала башлығы. «Киске Өфө», №34, 2012.
ҠАЛАЙ I (Р: жесть; И.: tin; T: teneke) и.
Табаҡлы йоҡа тимер. □ Жесть. / Жестяной, железный. Аҡ ҡалай. Ҡалай һауыт-һаба. Ҡалай биҙрә. Ҡалай башлы йорт. ■ Шул ваҡыт йәш егет менән Фәттәх ағай ултырған ат та ҡалай менән ябылған ҙур өйҙөң ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаны. И. Насыри. Алтышар мөйөшлө, ҡалай
133