Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 134


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЛАЙ
менән ябылған өйҙәргә, ҙур ҡапҡалы, тирә-яғы таҡта менән генә кәртәләп алынған йорттарға ҡарап, ауылда халыҡтың «иркен тормошта йәшәгәнен тойорға була». «Йәшлек», 19 август 2008.
ҠАЛАЙ II (Р.: как?; И.: how?; T.: nasıl?) һор. а. ҡыҫҡ.
Эш-хәрәкәттең нисек башҡарылыуын, хәл, кимәл-дәрәжәһе хаҡында һорауҙы белдерә: ҡайһылай? □ Как? Каким образом? Каков? Ҡалай барырға? Ҡалай эшләргә? Ҡалай һөйләшергә?
♦ Ҡалай итәһең сараһыҙлыҡ белдергәндә әйтелә. □ Что поделаешь? Ҡалай итәһең инде, шулай эшләргә тура килде.
ҠАЛАЙ III (Р.: как; И.: how; Т.: пе) билд. а. һөйл.
Билдәле бер сифаттың, эш-хәрәкәт йәки хәлдең юғары дәрәжәһенә һоҡланғанда, ғәжәпләнгәндә әйтелә; ниндәй. □ Как, какой. Ҡалай матур бейейҙәр. Ҡалай килешә. Ҡалай үҙен ныҡ ярата! М Әсмәбикә апай өҫтәлгә, балаларының ҡаршыһына, ҙур, матур ике букет та һалды. .. Әнисә ҡыуанысынан ҡулдарын сәпәкәйләп ебәрҙе: «Ҡалай матур сәскәләр!» 3. Биишева. Ҡыштарға ла күҙҙәр тейә икән, ҡалай улар быйыл холоҡһоҙ. Л. Абдуллина.
ҠАЛАЙ ҘА (Р: как-нибудь; И.: somehow; T.: nasıl olsa) р. һөйл.
Ниндәйҙер әмәл менән; нисек тә. □ Как-нибудь. Ҡалай ҙа аңлатырға кәрәк. М Ысынлап та, дуҫтар, бер-беребеҙгә йылы мөнәсәбәттә булһаҡ, ярҙам ҡулы һуҙышһаҡ, донъябыҙ ҡалай ҙа яҡтырып китер, әллә күпме ыңғай кисерештәр менән йәшәр инек. «Йәшлек», 2 ноябрь 2012.
ҠАЛАЙ ҘА БУЛҺА р. ҡар. ҡалай ҙа.
ҠАЛАЙҘАУ (ҡалайҙа-) (Р: опечатывать; И.: seal; T.: mühürlemek) ҡ. умарт. диал.
Мисәтләү. □ Опечатывать. Бал ҡорттары рамдарҙы ҡалайҙағандар.
ҠАЛАЙ ҒЫНА БУЛҺА ЛАр. ҡар. ҡалай ҙа. Ҡалай ғына булһа ла, хәл итергә кәрәк.
ҠАЛАЙ ЕТТЕ ШУЛАЙ (Р.: как попало;
И.: pell-mell; T.: özensiz) р.
Арлы-бирле, теләһә ҡалай. □ Как попало. Ҡалай етте шулай кейемдәрҙе элеү. М Теҙелегеҙ, хәҙер фатирҙарға барабыҙ тигән команда яңғыраны: ҡалай етте, шулай рәттәр яһаныҡ. Д. Юлтый.
ҠАЛАЙ ИТЕП а. ҡар. ҡайһылай итеп. Ҡалай итеп һүҙ башларға? Ҡалай итеп күндерергә? М Батша уйға ҡала, ҡалай итеп бынан ҡотолорға юл эҙләй. Әкиәттән. Уйлап ятҡан уйҙарҙы — таралышҡан ҡуйҙарҙы ҡалай итеп йыяйым, ҡалай итеп ты-яйым? Р. Ғарипов.
ҠАЛАЙЛАНЫУ (ҡалайлан-) ҡ. тош. ҡар. ҡалайлау, страд, от ҡалайлау. Ҡалайланған һандыҡ.
ҠАЛАЙЛАТЫУ (ҡалайлат-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡалайлау, понуд. от ҡалайлау. Өй тү-бәһен ҡалайлатыу.
ҠАЛАЙЛАУ (ҡалайла-) (Р: обивать жестью; И.: cover with tin; T.: teneke ile kaplamak) ҡ.
Ҡалай менән ябыу йәки кәпләү; ҡалай менән семәрләү. □ Обивать, покрывать жестью. Ишекте ҡалайлау. Өй башын ҡалайлау.
ҠАЛАЙЛЫ (Р: обитый жестью; И.: tin covered; T.: teneke ile kapalı) с.
Ҡалай ҡағылған. □ Обитый жестью. Ҡалайлы һандыҡ. М Тәҙрәң төбө ҡалайлы, ҡайырып алып булмайҙыр. Атаҡайымдың өйө һарайҙыр, ташлап ҡына китеп булмайҙыр. Экспедиция материалдарынан. Ауылы яғына күҙ һалды Дәүләтҡол. Тыныс ҡына, ҡояш йылыһында иҙрәп ултыра Биҙәүләте [ауылы]. Ялтыр ҡалайлы түбәләре күҙ ҡыҫҡан була әле. М. Ҡунафин.
ҠАЛАЙСЫ (Р: жестянщик; И.: tinner; T.: tenekeci) и.
1. Ҡалай менән эш итеүсе, ҡалайҙан әйберҙәр яһаусы; һыуыҡ тимерсе. □ Жестянщик. Төҙөлөштә ҡалайсылар етешмәй. Ҡалайсылар әҙерләү.
2. Ҡалай менән өй башы ябыусы. □ Жестянщик. М Ҡалайсы Исабәк беҙгә урам аша тора. М. Кәрим.
134