Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 135


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЛА ҠАРЛУҒАСЫ
ҠАЛАЙТЫП а. һөйл. ҡар. ҡайһылай итеп. Ҡалайтып ярҙам итергә. Ҡалайтып бешерергә. Ҡалайтып эшләгәндәр. М Фәтхиә яулығын ҡайырып битен ҡапланы һәм оҙаҡ иланы: ^Ҡартлыҡ көнөбөҙҙә кешенән һуҙ ишетәһе көнөбөҙ бар икән! Әй, илаһым! Ҡалайтып кеше куҙенә куренеп йөрөргә инде!» Я. Хамматов.
ҠАЛАЙТЫУ (ҡалайт-) (Р.: делать; И.: do, make; T.: yapmak) ҡ. һөйл.
Ҡалай итеү, нисек итеү. □ Делать, решить как-то. Быны ҡалайтабыҙ? Мин ҡалайтырға тейеш?
ҠАЛА КЕШЕҺЕ (Р.: горожанин; И.: town dweller; T.: kentli) и.
Ҡалала йәшәүсе. □ Горожанин. Ҡала кешеһе булып китеу. ■ Ҡала кешеләре йәшел уләндә аунауҙан, иртән тороу менән ихатаға сығып, иркенләп йөрөуҙән мәхрум бит. «Башҡортостан», 29 апрель 2011.
ҠАЛАҠ I (ҡалағы) (Р: ложка; И.: spoon; T.: kaşık) и.
1. Һоҫоп ашауға йәтешләп, башы соҡор итеп эшләнгән ҡорал. □ Ложка. Ағас ҡалаҡ. Аш ҡалағы. • Ҡатыҡ эскән — ҡотолған, ҡалаҡ ялаған — тотолған. Мәҡәл.
2. Шул ҡорал менән билдәләнгән үлсәү самаһы. □ Мера веса величиной с ложку. Бер ҡалаҡ тоҙ. Ике ҡалаҡ һурпа. Ж Батшаның хәле бик мөшкөл: ашағаны бер һыныҡ ҡатҡан икмәк тә эскәне бер ҡалаҡ һыу. Әкиәттән. Бабай һунарға гел генә бер ҡалаҡ йыртҡыс йәнлек ҡаны эсеп китә икән. Әкиәттән. • Ямандан ярты ҡалаҡ аш ҡалыр. Мәҡәл. [Бер] ҡалаҡ аш ҡалғансы, яман ҡорһаҡ ярылһын. Мәҡәл.
3. Ҡоймаҡ әйләндерә торған ҡорал; ҡоймаҡ ҡалағы. □ Лопатка для блинов. Ҡалаҡ менән ҡоймаҡ әйләндереу. Ҡоймаҡ ҡалағы алыу.
4. Аяҡ кейемен кейә торған ҡулайлама. □ Рожок (для обуви). Ботинканы ҡалаҡ менән кейеу. Ҡалаҡты элеп ҡуйыу.
5. махс. Башы йоҡа, ялпаҡ итеп эшләнелеп, һыҙырыу, һылау һ. б. өсөн ҡул
ланылған ҡорал. □ Шпатель (малярный). Ҡалаҡ менән һылау.
6. туҡ. Балаҫ һуғыуҙа ҡулланылған ҡорал (буй балаҫ һуҡҡанда ҡылыс ролен утәй). □ Челнок. Балаҫ һуғыу ҡалағы.
7. Ау бәйләй торған энә. □ Игла для вязания сети. Ҡалаҡ менән бәйләу. Ҡалаҡ менән бәйләп, яңы ау эшләнем.
8. махс. Мүк тыҡҡыс ҡорал. □ Конопатка. Мук тығырға ҡалаҡ эшләттем.
9. Малдың тиреһен һыҙырыу ҡорамалы. □ Самодельная лопаточка для снятия шкурки. Ҡалаҡ менән тире һыҙырыу.
10. Пароходтың, һыу тирмәненең һ. б. тәгәрмәсенең ишеү таҡтаһы; ишкәктең яҫы башы. □ Лопасть (вёсла). Ҡалаҡ менән ишеу.
11. диал. Тимер ҡашыҡ. □ Железная ложка. Ҡалаҡ менән ашау.
♦ Ҡалаҡ башындай бәләкәй әйбергә ҡарата. □ Величиной с ложку. Ҡалаҡ башындай ғына май киҫәге. ■ Маруся алъяпҡысына төрөп алып килгән ваҡ ҡына кумәстәр, ҡалаҡ башындай ғына булһа ла бер нисә киҫәк ит, бер нисә селёдка сығарып өҫтәлгә теҙҙе. Һ. Дәүләтшина. Ҡалаҡҡа (йәки бер ҡалаҡ һыуға) һалып йоторлоҡ иҫ китерлек сибәр (ҡатын-ҡыҙға ҡарата). □ Красивая, очаровательная (обычно о женщине). ■ Ынйыҡай ҙа менән Юлдыҡайҙы ҡалаҡтарға һалып йоторлоҡ. Халыҡ йырынан.
ҠАЛАҠ II (ҡалағы) (Р.: намордник; И.: muzzle; T.: burunsalık) и. диал.
Быҙау инәһен иммәһен өсөн кейҙерелгән морондоҡ. □ Намордник для телёнка. Ҡалаҡ әҙерләп ҡуйыу. Ҡалаҡ кейҙереу.
ҠАЛАҠАЙ р. диал. ҡар. айтай I. Балаһы ҡалаҡай тора.
ҠАЛА ҠАРЛУҒАСЫ (Р: городская ласточка; И.: house martin; T: ev kırlangıcı) и. зоол.
Таш ҡая һәм бейек таш йорттар егенә оялай торған оҙон тар ҡанатлы, ҡыҫҡараҡ ҡойроҡло, һорғолт төҫтәге, кәүҙәһенең аҫ яғы аҡ ҡарлуғас; таш ҡарлуғас. □ Городская ласточка; воронок (лат. Delichon urbicum). ■ Ҡала ҡарлуғасы
135