Академический словарь башкирского языка. Том V. Страница 136


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том V

ҠАЛАҠБАШ
башҡа ҡарлуғастарҙан аҡ төҫлө булыуы менән айырыла. Э. Ишбирҙин.
ҠАЛАҠБАШ I (Р.: плоский наконечник стрелы; И.: flat arrow-head; T.: yassı temren) и.
Яҫы үткер уҡ башағы. □ Плоский наконечник стрелы. ■ Ҡарағөлөмбәт .. ҡалаҡбаш менән Бабсаҡтың билен өҙә ата. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ҠАЛАҠБАШ II (Р: минога; И.: lamprey; T.: yılan balığı, kabarcık) и. зоол. диал.
Оҙон йомро кәүҙәле, аҫлы-өҫлө буйҙан-буй һуҙылған йөҙгөслө, бәләкәй генә башлы, ҡараһыу төҫтәге йылға, күл балығы; йыланбалыҡ. □ Минога (лат. Anguilla). Ҡалаҡбаштың оҙонлоғо 1 метрға етә икән.
ҠАЛАҠ БЕЙӘЛӘЙ (Р: рукавицы; И.: mittens; T.: eldiven) и. диал.
Ябай бейәләй. □ Рукавицы, простые варежки. Күндән ҡалаҡ бейәләй тегеү. Ҡалаҡ бейәләй кейеү.
ҠАЛАҠ КҮМӘСЕ (Р.: вид булочки; И.: kind of a bun; T.: bir tür ekmek) и. диал.
Йомортҡаға аҙ ғына он туҡып бешерелгән күмәс. □ Вид булочки. Ҡалаҡ күмәсе бешереү.
ҠАЛАҠ ҠУЙҒЫС (Р: сушилка для ложек; И.: drier for spoons; T.: kaşık kurutma yeri) и.
Йыуылған ҡалаҡтарҙы теҙеп ҡыҫтырып ҡуя торған урын; ҡашалдырыҡ. □ Сушилка для ложек. Ҡалаҡ ҡуйғысты һөртөү. Ҡалаҡ ҡуйғыс элеү. Ҡалаҡ ҡуйғыс алыу.
ҠАЛАҠ ҠЫҪТЫРҒЫС (Р: планка для ложек на стене кухни; И.: wall stand for spoons; T.: çatal-kaşık rafı) и. диал.
Ҡашығаяҡ стенаһына ҡалаҡтар ҡыҫтырып ҡуйыу өсөн ҡағылған йоҡа таҡта йәки ағас; ҡашалдырыҡ. □ Планка для ложек на стене кухни. Ҡалаҡ ҡыҫтырғыс ҡағыу. Атайым яңы өйгә ҡалаҡ ҡыҫтырғыс элде.
ҠАЛАҠЛАНЫУ (ҡалаҡлан-) (Р: образовываться (о стручке)\ И.: set; T.: filizlenmek) ҡ. диал.
Ҡуҙаҡҡа ултырыу, ҡуҙаҡ ебәреү. □ Образовываться, завязываться (о стручке).
Ашлыҡ ҡолаҡлана. Борсаҡ ҡолаҡлана башланы.
ҠАЛАҠЛАП (Р: ложкой; И.: take by the spoon; T.: kaşıklap)p.
1. Ҡалаҡ менән, ҡалаҡҡа һалып. □ Ложкой (брать, черпать). Ҡалаҡлап эсеү. Ҡалаҡлап һалыу. Ҡалаҡлап бүлеү. • Ҡалаҡлап йыйғанды табаҡлап түкмә. Әйтем.
2. Башы йоҡа, ялпаҡ итеп эшләнелеп, һыҙырыу, һылау һ. б. өсөн ҡулланылған ҡорал менән. □ Шпателем. Ҡалаҡлап һылау. Ҡалаҡлап шымартыу.
ҠАЛАҠЛАУ (ҡалаҡла-) (Р: брать, черпать ложкой что', И.: take by the spoon; T.: kaşıklamak) ҡ.
Ҡалаҡ менән. □ Брать, черпать ложкой что. Майҙы ҡалаҡлау. Сәйҙе ҡалаҡлау.
ҠАЛАҠСЫ (Р: ложкарь; И.: national spoon performer; T.: kaşıkçı) и.
1. Ҡалаҡ эшләгән кеше. □ Ложечник, ложкарь. Билдәле ҡалаҡсы. Оҫта ҡалаҡсы. Әүәле беҙҙең ауылда матур ҡалаҡтар эшләгән ҡалаҡсы ағай булды.
2. му з. Бармаҡ араһына ҡыҫтырылған ике ағас ҡалаҡты һырты менән ҡара-ҡаршы ҡуйып тубыҡҡа һуғып көй сығарып уйнаусы. □ Ложечник, ложкарь. Ҡалаҡсы-лар ярышы. Ҡалаксылар коллективы. Ҡалак-сылар матур көй сығара.
ҠАЛАҠ ҺАЛМА (Р.: клёцки; И.: dumpling; T.: meyveli börek) и. диал.
Йомортҡа менән һөткә баҫҡан ҡамырҙы өҙөп-өҙөп бешергән йомро һалма; сумар. □ Клёцки. Ҡалаҡ һалма бешереү. Ашҡа ҡалаҡ һалма һалыу.
ҠАЛАҠ ҺӨЙӘГЕ (Р: лопатка; И.: shoulder-blade; T.: kürekkemiği) и. анат.
Арҡаның юғары өлөшөндәге өс мөйөшлө ике яҫы һөйәктең береһе. □ Лопатка, һул ҡалаҡ һөйәге. Ҡалаҡ һөйәге аҫты ауыртыу. ■ Батыр, тайшанмайынса, уға [юлбарыҫҡа ] һөңгөһөн ҡаҙай, шулай ҙа боғаҙына тейҙерә алмай, ҡалаҡ һөйәктәрен генә үтә тишә. Әкиәттән. [Әсғәт] уң яҡ ҡалаҡ һөйәге аҫтында эстән сәнсеүе хаҡында өндәшмәне. М. Ғиләжев.
136