ҠАЛАУ
ҠАЛАҠ ҺУҒЫУ (ҡалаҡ һуҡ-) (Р.: играть на ложках; И.: perform with spoons; T.: kaşıklarla oynamak) ҡ.
Бармаҡ араһына ҡыҫтырылған ике ағас ҡалаҡты һырты менән ҡара-ҡаршы ҡуйып тубыҡҡа һуғып көй сығарыу. □ Играть на ложках. Ҡалаҡ һуғып көй сығарыу. Малайҙар ҡалаҡ һуға.
ҠАЛАҠ ЯҺАУСЫ (Р.: ложечник; И.: spoon maker; T.: kaşıkçı) и.
Ағас ҡалаҡтар яһаусы оҫта. □ Ложечник, ложкарь (мастер, изготавливающий ложки).
ҠАЛАМА [рус. колыма] (Р: колыма; И.: (horse-drawn) waggon, carriage; T.: kapalı dört tekerlekli araba) и. диал.
Бөркәүле дүрт тәгәрмәсле ауыр арба.
□ Колыма (тяжёлая закрытая четырёхколёсная повозка). Ҡаламаға тейәү. Ҡала-маға егеү.
ҠАЛАНСА [рус. < ғәр. (Р: каланча; И.: fire tower; T.: yangın kulesi) и.
Тирә-яҡты менеп күҙәтә торған бейек ҡоролма. □ Каланча. Янғын ҡалансаһы. Ҡалансанан күҙәтеү. Бейек ҡалансаға менеү.
ҠАЛАС (Р: калач; И.: kalach:, T.: kalaç (asma kilit biçiminde pişirilmiş küçük ekmek) u.
1. Күпереп торған ап-аҡ икмәк. □ Калач. Ҡаланан күстәнәс ҡалас. Йомшаҡ ҡалас. Ҡалас бешереү. Ҡатҡан ҡалас. • Ҡалала ҡалас бешерә белмәгән ауылда иген игергә өйрәтер. Мәҡәл. Кеше тапҡан аҡ ҡаластан үҙең тапҡан ҡара икмәк тәмлерәк. Мәҡәл.
2. диал. Икмәк ҡамырынан йәймә. □ Лепёшка из хлебного теста.
3. диал. Уртаһы тишек икмәк. □ Сушки, баранки. Ҡалас ашау.
4. диал. Керәндил. □ Крендель. • Алйотҡа алты ҡалас биш тин. Әйтем.
♦ Нужа ҡаласы донъя аҙабы, михнәт. □ Тяготы жизни. Тормош нужа ҡаласын күп ашатты.
ҠАЛАСА (Р: по-городскому; И.: like in town; T: şehirdeki gibi) p.
Ҡала еренә хас булғанса, ҡалалағы кеүек.
□ По-городскому. Өйҙө ҡаласа йыйыштырыу. а Урам яғындағы бейек күтәрмәнән
төшөп барған сағында уға [Мусаға] ҡаласа ҡупшы кейенгән һылыу ҡыҙ осраны. Я. Хамматов.
ҠАЛАСЛЫ (Р: с калачом; И.: having а kalach] T: simitli) с.
Ҡаласы булған. □ С калачом, калачовый, имеющий калач. Ҡалалы ер — ҡаласлы ер.
ҠАЛАС ҺЫРҒА (Р: круглые серьги; И.: round ear-rings; T: yuvarlak küpe) и. диал.
Йомро, дүңгәләк алҡа; ҡулса алҡа. □ Круглые серьги, серьги-кольца. Ҡалас һырға тағыу. Ҡалас һырға эшләү.
ҠАЛАСЫҠ (ҡаласығы) (Р: городок; И.: townlet, small town; T: site) и.
1. Махсуслаштырылған бәләкәй торлаҡтар төркөмө. □ Городок. Туристар ҡаласығы. Хәрби ҡаласыҡ. Күсмә ҡаласыҡ ойоштороу.
2. Боронғо ҡала урыны. □ Городище. Боронғо ҡаласыҡ. Ҡаласыҡ ҡоролошо. М [Өфө -II ҡаласығы] биләмәһендә табылған әйберҙәр ҙә күп төрлө: ҡорал, кейем-һалым, хеҙмәт ҡоралдары, биҙәүестәр, көнкүреш әйберҙәре. Ҡаҙып алынған әйберҙәр һәм материалдар буйынса асыҡланыуынса, ҡаласыҡ — V—XVI быуаттарҙа булған боронғо, үҙенсәлекле архитектуралы эре ҡаланың үҙәге. «Башҡортостан», 13 октябрь
2010.
ҠАЛАС ӘПӘКӘЙ и. диал. ҡар. ҡалас 1. Ҡалас әпәкәй менән һыйлау.
ҠАЛАТАУ (Р: городище; И.: mountain with a site of ancient settlement; T: eskiden bir şehrin bulunduğu dağ) и.
Башында боронғо ҡала ҡоролған тау. □ Городище. ■ Үҙ аллы экспедицияға тиклем ул [профессор Бадр] утыҙ саҡрым алыҫлыҡтағы ҡалатауға барып, урынлашыу һыҙымын алып ҡайтырға ҡушты. Н. Мәжитов.
ҠАЛАУ (ҡала-) (Р: укладывать; И.: stack neatly; T: yatırmak) ҡ.
1. Нимәнелер тәртип менән өйөү. □ Укладывать, складывать. К [Бибекәй] тиҙәк-сытырҙарҙы усаҡҡа ҡалай ҙа мөрйә асырға Айбикәне көтә. һ. Дәүләтшина.
137