ҠАЛДЫҠ
ти әсәйем, сәсемдән һыпырып, — анау ҡалған бакуйҙы йыйып бөтөп ҡайтайыҡ. Н. Мусин. • Ҡалған эшкә ҡар яуа. Мәҡәл. Ете яуҙан ҡалған ирҙе ваба алмаҫ, буренән ҡалған йылҡыны ел уҙалмаҫ. Әйтем. Алған алыр, ҡалған ҡалыр. Мәҡәл. Киткәнгә юл бирһен, ҡалғанға йун бирһен. Мәҡәл.
ҠАЛҒАН II (Р.: остальные; И.: rest; Т: kalan kısım) и.
Башҡалар. □ Остальные. Ҡалғандарға еткереу. Ҡалғандарға таратыу. М Халыҡтың кубеһе ергә сукәйеп ултырҙы, ҡалғандары стенаға һөйәлде. Я. Хамматов.
ҠАЛҒАН-БОҪҠАН (Р.: оставшийся; И.: resting; T.: artık) с. йыйн.
Әҙ-мәҙ ҡалған; ҡалдыҡ-боҫтоҡ. □ Оставшийся; остаток. Ҡалған-боҫҡан аҙыҡ-тулек. Ҡалған-боҫҡан туҡыма киҫәктәре. ■ Кешегә тынлыҡ бирмәгән ҡалған-боҫҡан дейеуҙән, яу булыусы Шулгәндән бар халыҡты ҡотолтам! «Урал батыр». Шул көндө ук Әминбәктең атаһы ҡалған-боҫҡан мал-тыуарын, йорт-ерен һатҡан да .. ауылдан сығып та киткән. Әкиәттән.
ҠАЛҒАН-ҠОТҠАН с. диал. ҡар. ҡалған-боҫҡан. Калған-ҡотҡан ҡағыҙ.
ҠАЛҒЫ (Р: поплавок; И.: float; T.: mantar) и. диал.
Ҡармаҡ менән балыҡ тотҡанда епкә бәйләй торған ағас бөкө. □ Поплавок. Ҡалғы йөҙөп йөрөй.
ҠАЛҒЫУ (ҡалғы-) (Р.: дремать; И.: doze; T.: uyuklamak) ҡ.
Бер алға, бер артҡа китеп сайҡалып йоҡомһорап ултырыу. □ Дремать (сидя). Автобуста ҡалғыу. ■ [Шәрғиә] йә өйҙә бикләнеп ятты, йә туҡтауһыҙ быҫҡаҡлаған көҙгө һалҡын ямғырға ҡарамай, Бикмырҙаның ҡәбере янында ҡалғып ултырҙы. Ә. Хәкимов. Кукбурин ныҡлы ҡарарға килде: машинаны маҡта ла ҡунаҡҡа ат менән йоро! Ысынлап та, атҡа етәме һуң?! Ҡырын ятҡан килеш, саф һауала берсә ҡалғып, берсә серемгә талып килә торғас, ҡайтып еткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. М. Ямалетдинов.
ҠАЛДА(Р: загон; И.: pen; T.: ağıl) и. диал.
Ялан кәртә. □ Загон. Ҡалданы таҙартыу. Ҡалдаға сығыу. Малды ҡалдала тотоу.
ҠАЛДАУ I (Р: залежный; И.: fallow; Т.: Çiğ) с.
Һөрөлмәгән, ташланған (ергә ҡарата).
□ Залежный (о земле). Ҡалдау баҫыу. Ҡалдау ер. Ҡалдау ерҙе һөрөу. ■ Ҡалдау һәм сиҙәм ерҙәрҙе уҙләштереуҙә лә ең һыҙғанып ҡатнаша юлдыбайҙар. «Йәшлек», 14 февраль 2008.
ҠАЛДАУ II (Р.: сухопарый; И.: bony; Т.: kuru) с.
Тәненә ит ҡунмай, ябыҡ һымаҡ күренә торған (малға, ҡош-ҡортҡа ҡарата). □ Сухопарый, костлявый (о животных, птицах). Ҡалдау ат. Ҡалдау һыйыр. ■ Әллә инде ҡыҙҙар ҡапыл йәшәрҙе, әллә ҡалдым уҙем ҡалдау ҡарғалай?.. Й. Солтанов.
ҠАЛДАУ III (Р: отава; И.: after-grass; Т: hasattan sonra çıkan otlar) и. диал.
Ҡурпы. □ Отава. Ҡалдау баш ҡалҡытҡан. Малдар ҡалдау утлап йөрөй. Көҙ малды ҡалдауға сығарабыҙ.
ҠАЛДЫҠ I (ҡалдығы) (Р: остаток; И.: residue; T.: artık) и.
1. Бер нәмәнең тотонғандан, файҙаланғандан ҡалған өлөшө. □ Остаток. Туҡыма ҡалдығы. Таҡта ҡалдыҡтары. Аш-Һыу ҡалдығы. ■ Ҡеуәтле заводты ағас ҡалдыҡтары менән тәьмин итеуҙә беҙҙең урман сәнәғәтселәре лә ҡатнаша ала. «һаҡмар», 29 сентябрь 2012. • Ҡалдыҡ аштан эт ҡалмай. Мәҡәл.
2. Нимәнелер эшкәрткәндә сүпкә сыҡҡан өлөшө. □ Отходы, отбросы. Металл ҡалдыҡтары. Нефть ҡалдыҡтары.
3. Иҫке-моҫҡо, алама, ҡыйралған, емерелгән, таралғандан ҡалған нәмәләр.
□ Остатки (уцелевшие части старого). Кәртә-ҡура ҡалдығы. Емерек өй ҡалдығы. ■ Яртылаш емерелгән ояның ҡалдыҡ һайғауҙары ла яғылып бөтөп бара. Я. Хамматов.
4. Тере организмдарҙың тарҡалғандан һуң тупраҡ ҡатламында һаҡланып ҡалған өлөшө. □ Останки (растительные и живот-
139