ҠАЛДЫҠ
ные). Үҫемлек ҡалдыҡтары. ■ Ҡатламдар араһында үҫемлек һәм хайуан ҡалдыҡтары, шул иҫәптән ихтиозавр ҡалдыҡтары табыла. Интернет селтәренән. Ә бит үҫемлек ҡалдыҡтары ер өсөн бына тигән ашлама булып тора. «Урал», 1 октябрь 2010.
5. Хәҙерге талаптарға ярамаған, элеккенән ҡалған ҡараш. □ Пережитки. Иҫке тормош ҡалдығы.
6. мат. Бер һанды икенсе һанға бүлгәндә бүленмәй ҡалған өлөш. □ Остаток. Туғыҙ-ҙы икегә ҡалдыҡһыҙ бүлеп булмай.
7. диал. Ниҙеңдер һуңғы өлөшө, иң һуңы, иң аҙағы; аҡтыҡ. □ Остаток, последний кусок, последняя часть, остатки; конец. Ҡалдыҡтарҙы тотоноу. Ҡалдығын эшләп ҡуйыу.
8. диал. Кинйә, төпсөк бала. □ Младший сын. Ҡалдығыма күҙ терәп торам. Ҡалдығыма өй мираҫ иттем. Ҡалдыҡ бала — бәхетле бала.
ҠАЛДЫҠ II (ҡалдығы) (Р.: послед; И.: placenta; T.: plasenta) и. анат. диал.
Бала ятҡыһы; һуңғылыҡ. □ Послед, плацента. Ҡалдыҡтан ҡотолоу. Ҡалдыҡты күмеү. ■ Ҡалдыҡты таҙартып йыуалар, аҡ сепрәккә төрәләр һәм кеше аяғы баҫмаған ергә күмәләр. Экспедиция материалдарынан.
ҠАЛДЫҠ-БОҪТОҠ (ҡалдыҡ-боҫтоғо) (Р.: остатки; И.: remainder; T.: artık) и. йыйн.
Әҙ-мәҙ ҡалған нәмә; ҡалған-боҫҡан. □ Остатки. / Остаточный. Өҫтәлдәге ҡалдыҡ-боҫтоҡ. Ҡалдыҡ-боҫтоҡто йыйнау. ■ [Айбикә:] Биш йыл тороп, әҫтәмә бер ҡат кейем алып бирҙегеҙме? Һаман һеҙҙең ҡалдыҡ-боҫтоҡ аламағыҙҙы кейеп йөрөйөм, һ. Дәүләтшина. Йәнтимер күрше малайы Әбүғәли менән ямғыр ҡатыш ҡар яуып торған йонсоу көндө Ҡуянлы ҡыуаҡ баҫыуына ҡалдыҡ-боҫтоҡ көнбағыш баштарын йыйырға китте. М. Кәрим. Мин хәҙер әсәйем артынса ҡалдыҡ-боҫтоҡ бесәнде йыйып йөрөү менән генә сикләнмәйем, ҡыҫҡараҡ бакуйҙарҙы ла тәгәрләтәм. Н. Мусин.
ҠАЛДЫРТЫУ (ҡалдырт-) ҡ. йөкм. ҡар. ҡалдырыу, понуд. от ҡалдырыу. Берәүгә
генә ҡалдыртыу. Уҡытыусы балаларҙың дәфтәрҙәрен класта ҡалдырта.
ҠАЛДЫРЫЛЫУ (ҡалдырыл-) ҡ. төш. ҡар. ҡалдырыу, страд, от ҡалдырыу. Сапмай ҡалдырылыу. ■ Янғындарҙың сәбәбе йыш ҡына һаҡһыҙ ташлап кителгән тәмәке төпсөгө һәм ҡарауһыҙ ҡалдырылған усаҡ булып сыға. «Йүрүҙән», 14 сентябрь 2012.
ҠАЛДЫРЫУ (ҡалдыр-) (Р: оставлять; И.: leave; T.: bırakmak) ҡ.
1. Кемделер, нимәнелер үҙең менән бергә алмау, ташлау. □ Оставлять, не брать с собой кого, чего. Баланы өйҙә ҡалдырыу. Китаптарҙы ҡалдырыу. Аҡсаны өйҙә ҡалдырыу. ■ Өс улын ҡалдырып, бабай үлеп киткән, ти. Әкиәттән. Бригадалағы өс ҡыҙҙы урында ҡалдырып, һигеҙ егеткә ниндәйҙер «мөһим бурыс үтәргә» ҡушылды. М. Ғиләжев. • Йәй туныңды ҡалдырма, ҡышын үҙең беләһең. Әйтем.
2. Киткәндә йәки үлгәндә кемдер ҡарамағына, файҙаһына тәғәйенләү. □ Завещать, передавать по наследству. Аҡса ҡалдырыу. Йорт ҡалдырыу. Мираҫ ҡалдырыу. М Аҡсаң булыу менәнме ни, ҡалдырыр кешең, нәҫел ебеңде дауам итерлек бер улың да булмағас. «Йәшлек», 6 август
2011. Картайған аталары улдарына мираҫ ҡалдырған: өлкәненә йорт, уртансыһына — һыйыр, бәләкәсенә — бейәләй һәм балта. «Йәншишмә», 18 октябрь 2012. • Яҡшы балаға ата малы кәрәкмәй, яман балаға мал ҡалдырыу кәрәкмәй. Мәҡәл.
3. Үҙеңдән һуң ниҙелер дауам иттереү, һаҡлау, йәшәтеү. □ Оставить после себя (потомков, доброе имя, славу). Нәҫел ҡалдырыу. Дан ҡалдырыу. ■ Мифтахетдин Аҡмулла башҡорт әҙәбиәте тарихында иң яҡты биттәрҙе тәшкил итерҙәй мираҫ ҡалдырҙы. Ә. Вилданов.
4. Ниндәйҙер урынға ҡуйыу, ҡайҙалыр урынлаштырыу. □ Оставлять, доверять чьим-л. заботам. Аулаҡта ҡалдырыу. ■ Управляющий яңы асылған участкаға хужа итеп штейгерҙың яңғыҙын ҡалдырҙы ла, үҙе .. контораһына китте. Я. Хамматов.
140